Эстәлеккә күсергә

Маргарет Митчелл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маргарет Митчелл
ингл. Margaret Munnerlyn Mitchell
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Псевдоним Margaret Mitchell
Ҡыҫҡаса атамаһы Margaret Mitchell
Тыуған көнө 8 ноябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Атланта[3][4]
Вафат булған көнө 16 август 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][1][4][…] (48 йәш)
Вафат булған урыны Атланта[3][4]
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе переезд[d]
Ерләнгән урыны Oakland Cemetery[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Eugene Mitchell[d]
Әсәһе Maybelle Stephens Mitchell[d]
Хәләл ефете Berrien Kinnard Upshaw[d] һәм John Robert Marsh[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө яҙыусы, романист, сценарий яҙыусы, журналист, прозаик
Уҡыу йорто Колледж Смит[d]
The Westminster Schools[d]
Архивы хранятся в Stuart A. Rose Manuscript, Archives, and Rare Book Library[d][5]
Жанр мөхәббәт тарихы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Маргарет Митчелл Викимилектә

Маргарет Манерлин  Митчелл (ингл. Margaret Munnerlyn Mitchell; 8 ноябрь 1900 йыл — 16 август 1949 йыл) — Америка яҙыусыһы, «Унесенные ветром» романы авторы.

1936 йылда баҫылып сыҡҡан роман  Пулитцер премияһына лайыҡ була, АҠШ-та 70-тән ашыу тапҡыр нәшер ителә  һәм 37  донъя теленә тәржемә ителә. 1939 йылда режиссёр Виктор Флеминг төшөргән  шул исемдәге фильм  һигеҙ  «Оскар» премияһын ала.

Бала сағы. Журналист эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маргарет Митчелл 1900 йылдың 8 ноябрендә АҠШ-тың Джорджия штаты үҙәге Атланта ҡалаһында адвокат Юджин Митчелл һәм Мария Изабелла Митчелл ғаиләһендә тыуған. Маргареттың ағаһы — Стефен, дүрт йылға унан өлкән була. 

Маргареттың бала сағы күптән булмаған дәүерҙәге тарихи ваҡиғалар тураһындағы хикәйәләр атмосфераһында үтә, һәм быға уның атаһының урындағы тарихи йәмғиәт  рәйесе булыуы ла ярҙам итә. Тәьҫирләнеүсән бала ата-әсәһе һөйләгән  Граждандар һуғышы тураһында тарихты бәләкәй сағынан  йотлоғоп  тыңлай. Маргареттың ике олатаһы көньяҡ халҡы өсөн һуғышҡан: береһе осраҡлы ғына мейеһенә теймәгән пуляны сикәһенә ала; икенсеһе еңеүсе-янкаларҙан оҙаҡ йәшеренеп йөрөй.

Яҙыусы үҙенең белемен Вашингтон семинаряһында ала башлай,  ә  1918 йылда Массачусетс штатындағы абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар Смит колледжына уҡырға инә. 

1918 йылда ул  «испан» киҙеүенән үлеп ҡалған әсәһенең хужалығы менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алыу өсөн  Атлантаға ҡайта. Ошо уҡ йылда Маргареттың тормошонда тағы бер фәжиғә була: Францияла  кейәү егете лейтенант Генри һәләк була, һәм  һәр йыл үлеме көнөндә уның әсәһенә  сәскәләр ебәрә. 1922 йылда Пегги исеме (уның мәктәптәге ҡушаматы) аҫтында «Атланта Джорнал» гәзитенә эшкә инә, ваҡыт үтеү менән төп репортеры булып китә.

Шул уҡ йылда ул Беррьен Киннард Апшоуға кейәүгә сыға,  әммә бер нисә ай үткәс,  айырылышалар. Беренсе никахы тураһында  билдәле булыуынса, Митчелл, ире ҡайҙалыр Урта Көнбайышта үле килеш табылғанға тиклем,  бер ваҡытта пистолеты менән хушлашмай.  1925 йылда   страховкалау агенты Джон Маршҡа кейәүгә сыға. 1926 йылда  балтырына алған яраһы репортер булып эшләргә мөмкинлек бирмәй. Митчелл гәзиттән  китә һәм шунан алып ғәҙәти провинциаль  тормош алып бара, ире менән үҙе данлаған Персиковая урамында йәшәй. 

Роман өҫтөндә эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маргарет романы өҫтөндә ун йыл дауамында эшләй. Хәл-ваҡиғалар осраҡлы яҙыла, унан һуң берләштерелә.

Атлантаға килгән эре нәшриәт мөхәррире,  күләмле манускрипт тураһында (меңдән ашыу баҫма биттәр) белеп ҡала. Митчелл китапты  баҫтырып сығарырға ҡапыл ғына ризалашмай (элекке исеме — «Иртәгә — икенсе көн»). Киләһе йыл дауамында Митчелл текст өҫтөндә ентекле эшләй, бигерәк тә тарихи деталдәргә һәм даталарға иғтибар итә. Китаптың исемен «Унесённые ветром» (Эрнст Даусон шиғырынан «Non Sum Qualis eram Bonae Sub Regno Cynarae»[6] юлдар) тип үҙгәртә. Китап  1936 йылдың июнендә, ҙур реклама ярҙамында (Митчелл үҙе ҙур роль уйнай), баҫылып сыға. 

Китап 1937 йылда Пулитцер премияһын ала.

Роман авторы үҙе китапты һатыу  эштәре менән шөғөлләнә, китаптың  башҡа телдәрҙә нәшер ителеүен контролдә тота.

Табыныусыларҙың  үтенесенә ҡарамаҫтан,  Маргарет Митчелл ҡабат бер ниндәй ҙә китап яҙмай.

Маргареттың үлеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Атлантала Маргарет Митчеллдың ҡәбере

1949 йылдың 11 авгусында, кис  Маргарет Митчелл ире менән «Кентерберий тарихы» фильмына киноға  бара, юлда уны автомобиль бәреп китә (машина йөрөтөүсе  Хью Грэвитт, элек такси йөрөтөүсө булып эшләгән, шуға күрә йыш ҡына уны такси бәреп киткән тигән хата бар), һәм  5 көн үткәс, аңына килә алмай, вафат була. Грэвитт иҫерек хәлдә машина йөрөткәне өсөн ҡулға алына һәм 5450 доллар күләмендә залог менән азат ителә. Шул уҡ йылдың ноябрь айында аңһыҙ рәүештә булған үлтереү өсөн 18 ай төрмәгә хөкөм ителә, әммә 11 ай ғына ултырып сыға. Ул  1994 йылда 73 йәшендә мәрхүм була.

  • Сжигающая страсть: История Маргарет Митчелл (1994). В Роли Маргарет Митчелл - Шэннен Доэрти.
  • Архангельская И. Б. Творчество М. Митчелл и «южная традиция» в литературе США (30-е гг. ХХ в) : Автореферат дис. … канд. филол. наук. — Н. Новгород: НГПИ, 1993. — 18 с.
  • Архангельская И. Б. Роман Маргарет Митчелл «Унесенные ветром»: история создания и специфика жанра(недоступная ссылка) // Вестник Вятского государственного гуманитарного университета: «Филология и искусствоведение»: научный журнал. — Киров, 2012. — № 3(2). — С. 119—123.
  • Архангельская И. Б. Тема американского Юга в романе М. Митчелл 2021 йыл 21 октябрь архивланған. // Вестник Нижегородского университета им. Н. И. Лобачевского. № 3. Н. Новгород: Изд-во ННГУ им. Н. И. Лобачевского, 2014. С. 267–274.
  • Бурин С. Н. Время в романе Маргарет Митчелл «Унесенные ветром» // Американский ежегодник за 1989 г. — М.: Наука. 1990. — С. 97—121.