Маргарита Чернова йорто
Иҫтәлекле урын | |||
Маргарита Чернова йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 27/47 | ||
Архитектура стиле | эклектика | ||
Проект авторы | Н. А. Дорошенко | ||
Төҙөлгән ваҡыты | 1899 йыл | ||
Статус |
| ||
Маргарита Чернова йорто Викимилектә |
Маргарита Чернова йорто — Дондағы Ростовта, Оло Баҡса (Большая Садовая), 27/47 урамында урынлашҡан йорт.
Ул 1899 йылда төҙөлгән. Чернова йорто статусына төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йортто Маргарита Никитична Чернова өсөн ул тип йән атып йөрөүсе парамоновтар затының бер вәкиле төҙөтә. Күҙаллауҙар буйынса, бинаның архитекторы - Николай Александрович Дорошенко.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башында был йортта йыш ҡына балдар үтә, музыканттар сығыш яһай һәм башҡа саралар ойошторола. Беренсе ҡатты төрлө сауҙа ойошмалары , атап әйткәндә, Шамковичтың дарыуханаһы һәм "Юлиус Гароховтың сауҙа йорто" ҡуртымға ала. Икенсе ҡатта торлаҡ урынлаша. Ҡабул итеү залының тәҙрәләре урам яғына ҡарай. Башҡа бүлмәләр араһында ул бейек түбә һәм интерьерҙар биҙәлешенең байлығы менән айырылып тора. Сәхнә залдың мөйөшөндә тора. Коридорҙан балконға сығырға мөмкин. Фасад буйлап, халтурин урамы тыҡырығы буйынса ашхана, ҡунаҡ бүлмәһе, йоҡо һәм башҡа бүлмәләр урынлаша.
Төп инеү урыны Оло Баҡса урамы менән Халтурин тыҡрығы мөйөшөндә урынлашҡан. Унан ике яҡҡа ялған тәҙрәләр яһалған. Мөйөш өҫтөндә көмбәҙле бельведер бар[2] ул йорттоң композиция үҙенсәлеге. Йорттоң фасады бай күренешле: уйымдарҙа декоратив вазалар ултыра, атланттар, кариатидтар, медальондар, диңгеҙ ҡабырсаҡтары, гирляндалар, үҫемлектәрҙән эшләнгән орнаменттар менән биҙәлгән.
1920 йылда совет власы урынлашҡас, Чернованы йортонан сығаралар, бинаны дәүләткә алалар. Беренсе ҡаттың подвалында "2-се дарыухана", ә икенсе ҡатта — "5-се балалар коммунаһы" урынлаша. 1926 йыл мәғлүмәттәре буйынса, икенсе ҡатта Донпрофобрҙың теген мәктәбе була. Беренсе ҡатты "2-се дарыухана", "Тире сеймалы акционер йәмғиәте", шулай уҡ "элекке сауҙа бинаһының бер бүлмәһендә 7 кеше тығылышып йәшәгән 9 ғаилә биләй".
1926 йылдың 2 февралендә йорт Край Прокуратураһына тапшырыла. 1926 йылдан унда Партклуб урынлаша. 1940 йылда бина - Ростов өлкәһенең партия архивына, ә Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Дәүләт архивына бирелә. 2000 йылдар башында йорт авария торошонда була. 2001 йылда бында төҙөкләндереү эше башлана һәм ул һүтелеп, ҡабаттан тергеҙелә. Реконструкция барышында биҙәү элементтарының төп нөсхәләре ҡулланыла[3]. Хәҙерге ваҡытта бында Мәскәү Банкыһының бүлеге урынлашҡан.
-
1909 йыл
-
1910 йыл
-
1916 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 24 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
- ↑ Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ Дом Черновой - с.3 . voopiik-don.ru. Дата обращения: 27 август 2013. Архивировано 15 сентябрь 2013 года.