Эстәлеккә күсергә

Марселен Фредерик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марселен Фредерик
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Гаити Республикаһы
Тыуған көнө 11 ғинуар 1848({{padleft:1848|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) или 1848
Тыуған урыны Порт-о-Пренс[d], Гаити Республикаһы
Вафат булған көнө 11 март 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) или 1917
Вафат булған урыны Париж, Франция
Һөнәр төрө журналист, сәйәсмән, дипломат
Биләгән вазифаһы министр иностранных дел Гаити[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Фредерик Марселен (франц. Frédéric Marcelin; 11 ғинуар 1848 йыл[3], Порт-о-Пренс — 11 март 1917 йыл, Париж) — Гаити прозаигы, әҙәби тәнҡитсе, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре.

Фредерик Марселен 1848 йылдың 11 ғинуарында сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. 12 йәшендә ата-әсәһе уны Парижға уҡырға ебәрә. Дүрт ай үткәс, яңынан Гаитиға әйләнеп ҡайта һәм Порт-о-Пренс ҡалаһында уҡыуын дауам итә. Юридик колледжды тамамлай.

1867 йылда Вашингтонда Гаити илселегенең секретары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны ике йыл биләй. 1874 йылда илдең депутаттар палатаһына һайлана. М. Доминго хөкүмәте ҡолатылғандан һуң Ямайкаға Кингстонға китә, унда бер нисә ай дауамында йәшеренә. Шунан бер аҙ ваҡыт Франция һәм Гаити араһында йөрөп йәшәй.

Уның тәүге әҙәби эше — Ducasse Hippolyte, son époque, ses œuvres Гаврҙа 1878 йылда баҫылып сыға. Был китап әҙәби тәнҡит буйынса Гаитиҙа беренсе хеҙмәт.

Яҡынса 28 роман һәм эссе авторы. Ул Гаити милли банкы тураһында — «Haïti et sa Banque Nationale» (1896), шулай уҡ «Финанстар һәм сауҙа департаменты» «Le Départment des Finances et du Commerce d’Haïti», 1896) китап яҙа.

1882 йылда Фредерик Марселен йәнә Порт-о-Пренс ҡалаһында депутат итеп һайлана. Шул ваҡытта Гаити Милли партияһының ағзаһы була.

1892 йылдан 1894 йылға тиклем президент Л. Ипполит янында Фредерик Марселен Финанс министрлығын етәкләй.

Артабан Францияға юллана, унда ун йылын үткәрә һәм бер нисә китабын, шул иҫәптән өс билдәле «Thémistocle Epaminondas Labasterre», «La Vengeance de Mamа» һәм «Marilisse» романын баҫтырып сығара, уларҙа Гаити йәмғиәтенең етешһеҙлектәрен һүрәтләй. 1903 йылдың ноябрендә тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

1905 йылда «Haïti littéraire et sociale» журналына нигеҙ һала. Замандаштары Жюстен Лериссон һәм Ибер Фернан менән бергә хәҙерге Гаити романын булдырыу өҫтөндә эшләй.

1905 йылдан 1908 йылға тиклем Гаити финанс министры вазифаһын биләй. Алексис хөкүмәте ҡолатылғандан һуң 1908 йылда бөтөнләйгә Францияға китә. 1917 йылда Парижда вафат була, шунда ерләнә.

Һайланма әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Романдары
  • Thémistocle Épaminondas Labasterre, Paris : P. Ollendorff / Société d'éditions littéraires et artistiques, 1901 ; Rééditions Port-au-Prince : Éditions Fardin, 1976, 1982, 1999 ; Port-au-Prince : Presses Nationales d’Haïti, 2005.
  • La Vengeance de Mama, Paris : Société d'éditions littéraires et artistiques, 1902 ; Rééditions Port-au-Prince : Éditions Fardin, 1974, 1997.
  • Marilisse, Paris : Société d'éditions littéraires et artistiques, 1903 ; Rééditions Port-au-Prince : Éditions Fardin, 1993 ; Port-au-Prince : Presses Nationales d’Haïti, 2005.
  • La Confession de Bazoutte. Paris : Société d'éditions littéraires et artistiques, P, 1909
Эссе, тәнҡит
  • Ducasse-Hippolyte : son époque, ses œuvres. Le Havre : A. Lemale, 1878.
  • La Politique; articles de journaux, discours à la chambre. Paris : Kugelmann, 1887.
  • Sous l’Empire. Paris : Victor-Havard, 1889.
  • La Banque nationale d’Haïti : une page d’histoire. Paris : Impr. Kugelmann, 1890 ; Port-au-Prince : Fardin, 1985.
  • Questions haïtiennes. Paris : J. Kugelmann, 1891.
  • Rapports au Président de la République et au Conseil des secrétaires d'État (par Frédéric Marcelin, le Secrétaire d'État au Département des Finances et du Commerce) :
  • Le Département des Finances & du Commerce d’Haïti, 1892—1894. (1re partie). Paris : , 1895.
  • Les Chambres législatives d’Haïti, 1892—1894. (deuxième partie). Paris : Impr. Kugelmann, 1896.
  • Haïti et sa Banque nationale. (troisième partie). Paris : Impr. Kugelmann, 1896.
  • Choses haïtiennes : politique et littérature. Paris : P. Taillefer / Kugelmann, 1896.
  • Nos Douanes (Haïti). Paris : Impr. Kugelmann, 1896.
  • Haïti et l’indemnité française. Paris : Impr. Kugelmann, 1897.
  • Une Évolution nécessaire. Paris : P. Taillefer / Impr. Kugelmann, 1898.
  • L’haleine du centenaire… (Hommage à l’Association du centenaire.) Paris : Taillefer, 1901.
  • Le Passé; impressions haïtiennes. Paris : Impr. Kugelmann, 1902.
  • Autour de deux romans. Paris : Impr. Kugelmann, 1903 ; rééditions Port-au-Prince : Fardin, 1984.
  • Le Général Nord Alexis, 1905[-1908]. Paris : Impr. Kugelmann, 1909.
  • Bric-à-brac. Paris : Impr. Kugelmann, 1910.
  • Erreur et vérité ; au corps législatif d’Haïti. Paris : Impr. Kugelmann, 1910.
  • Finances d’Haïti : emprunt nouveau, même banque. Paris : Impr. Kugelmann, 1911.
  • Au Gré du souvenir. Paris : Augustin Challamel, 1913 ; Port-au-Prince : Fardin, 1975.
  • Propos d’un haïtien. Paris : Kugelmann, 1915.
  1. Record #61534940 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. По другим данным родился в 1850 году