Эстәлеккә күсергә

Марткопи монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марткопи монастыры
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Гардабанский муниципалитет[d][1]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Адрес სოფ. ნორიო, ჩრდილო-აღმოსავლეთით 5 კმ., გარდაბნის მუნიციპალიტეტი[1]
Карта
 Марткопи монастыры Викимилектә

Марткопи монастыры (груз. მარტყოფის ღვთაების მონასტერი)- грузин православ монастыры, Марткопи ауылына яҡын, Тбилисиҙан көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Монастырь тарихы VI быуатҡа барып тоташа, булған ҡоролмалары XVII-XIX быуаттарға ҡарай. Монастырь Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡылар исмелегенә индерелгән[2].

Монастырь комплексы Марткопи ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан  5 саҡрым, Тбилисиҙан яҡынса 25 саҡрым алыҫлыҡта Яльно һыртының урманлы битләүендә урынлашҡан. Әлеге комплекс сиркәүҙең төп көмбәҙенән, манаранан монах Антон колоннаһынан һәм бер нисә ҡоролманан тора[3].[4].

XIX быуат уртаһында төп сиркәү урта быуат хараба бинаһын алмаштырыу өсөн тулыһынса яңынан төҙөлә. Төньяҡта 1699 йылда төҙөлгән манараһы күтәрелә. Артабан көнсығышҡа ҡарай 30 метр бейеклектәге башняһы тора. Ул монах Антон бағанаһы булараҡ билдәле, монахтың һуңғы 15 ғүмерендә сиркәү булып хеҙмәт иткән. Әлеге ҡоролма емерелгән урта быуат таш колонна урынында төҙөлгән[5]

Марткопи сиркәүе
Марткопи манараһы
Сан-Антон пилары


1265 йылда ҡаланы Алтын Урҙа хакимы Берк емергәндән һуң монастырь епископ Руставиҙың резиденцияһы була. 1395 йылда монастырь төрөк-монгол баҫып алыуынан зыян күрә. XVII быуат аҙағында монастырь яңыртыла. Ул "ҡәлғә кеүек" нығытыла, уның стенаһының оҙонлоғо 1400 метр була һәм йәйәнән атыу менән йыһазландырыла[6]

1752 йылда Лесгияның мародер барымталарынан ҡурҡып, епископ Иосеб Джандиеришвили монастырҙы ҡалдырырға мәжбүр була һәм үҙенең резиденцияһын һәйбәт һаҡланған Марткопи ауылына тапшыра. 1823 йылда бина ер тетрәү һөҙөмтәһендә зыян күрә; көмбәҙе һәм көнсығыш диуары емерелә.[6] XIX быуат француз тарихсыһы Мари-Фелиците Броссе монастырҙан тик стена ғына тороп ҡала тип билдәләй[7].

1847 йылда Марткопи ауылын һүрәтләүендә Платон Йоселиани монастырҙың элеккесә фрескалары, шул иҫәптән 1586 йылда Кахетияла Мәскәү илселегенә арналған грузин һәм грек-рус яҙмалары менән грузин королдәре Вахтанг Горгасали һәм Давид Төҙөүсенеү тулы портреттары һаҡланып ҡалғанлығы тураһында тип хәбәр итәi[8]

Төп сиркәү бинаһы 1848 һәм 1855 йылдар араһында яңынан тергеҙелә, рус рәссамы Михаил Трошчинский 1856 йылда интерьерын биҙәй. Тергеҙеү процесында боронғо грузин фрескалары һәм күп телле яҙмалар юғала.

1918 йылдың 26 авгусында Марткопи монастырында бөтә Грузияның католик патриархы Кирион II үлтерелә, ул үҙенең хөжрәһендә атып үлтерелгән килеш табыла. Монастырь совет осоронда 1934 йылда ябылғанға тиклем әүҙем эшләй. Сиркәү бинаһы приют, һуңынан Тбилиси авиация заводының 31 хеҙмәткәре өсөн учреждение булып хеҙмәт итә. 1989 йылда монастырь Грузия Православие Сиркәүендә тергеҙелә[9].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=1570 — 2017.
  2. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgiano). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Consultado el 25 de julio de 2019.
  3. Matiashvili, A. (1963). «From the history of Martqopi». Matsne (en georgiano) 1: 126-128.
  4. Gamkrelidze, Gela, ed. (2013). «მარტყოფი [Martqopi]». Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia) (en georgian). Tbilisi: Georgian National Museum. p. 328. ISBN 978-9941-15-896-4.
  5. Matiashvili, A. (1963). «From the history of Martqopi». Matsne (en georgiano) 1: 126-128
  6. 6,0 6,1 «{{{title}}}».
  7. Allen, W.E.D., ed. (1970). Russian Embassies to the Georgian Kings, 1589-1605. Cambridge: Cambridge University Press. pp. 348-349.
  8. [1].
  9. Gunia, Irakli (2005). Churches of the Tbilisi-Mtskheta Eparchy: An encyclopedic handbook (en georgiano). Tbilisi. pp. 63-64.