Абрахам Маслоу
Абрахам Маслоу | |
Abraham Maslow | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Менло-Парк, Калифорния |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
психология, нигеҙ һалыусы гуманистик психология |
Эшләгән урыны |
Брандей университеты һәм Бруклин колледжы |
Альма-матер |
Мадисондағы Висконсин университеты һәм Корнель университеты |
Ғилми дәрәжәһе |
фәндәр докторы |
Ғилми етәксеһе |
Гарри Фредерик Харлоу |
А́брахам Ма́слоу (англ. Abraham Maslow; 1 апрель 1908 йыл, Нью-Йорк — 8 июнь 1970 йыл, Менло-Парк, Калифорния) — танылған Америка психологы, гуманизм психологияһына нигеҙ һалыусы. Маслоу авторлығы аҫтында хатта билгеле “Маслоу пирамидаһы” киң танылған. Был пирамида кешеләрҙең ихтыяждарын иерархик диаграмма рәүешендә күҙалландыра. Әммә Маслоуҙың бер хеҙмәтендә лә бындай схема юҡ, киреһенсә, ул ихтыяждар иерархияһы бер рәүештә билдәләнмәгән һәм күбеһенсә кешенең шәхси үҙенсәлектәренән тора, тип иҫәпләгән. “Маслоу пирамидаһы” ихтыяждар иерархияһы идеяларын төшөнөүҙе еңелләштереү өсөн кертелгәндер. Был һүҙбәйләнеш беренсе тапҡыр 1970-се йылғы немец әҙәбиәтендә осрай (мәҫәлән, У. Стопп дәреслегенең беренсе сығарылышында, 1975 йыл)[1]. Маслоуҙың ихтыяждар иерархияһы моделе экономикала киң ҡулланыла, мотивация һәм һатып алыусыларҙың ғәҙәттәрен (поведение потребителей) өйрәнеүсе теориялар төҙөлөшөндә ҙур роль уйнай.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маслоу мискәсе Самуил Маслоу һәм Роза Шиловскаяның ете балаһы араһында иң олоһо була. Уның ата-әсәһе XX быуат башында Киев губернияһынан АҠШға күсеп китә.[2] Абрахам Бруклиндың йәһүд районында донъяға килә. Уның бала-сағын бәхетле тип атауы ауыр. Мискәсе булып эшләүсе атаһы оҙаҡ ара ғаиләнән ситтә тора, ә әсәһе ҡаты һәм хөрәфәттәргә бирелеүсән ҡатын була. Ата-әсәһе йыш талаша. Абрахамға туғыҙ йәш булғанда, уның ғаиләһе ҡаланың йәһүд районынан икенсе районға күсә. Маслоуҙың йәһүд булыуы сағыу булғанға күрә, уға антисемитизм нимә икән татырға тура килә. Ул яңғыҙ, оялсан һәм төшөнкөлөккә бирелгән егет була.[3]
Бала-сағымды иҫәпкә алғанда, минең психик яҡтан ауырыу булмауым ғәжәйеп. Мин йәһүдтәр булмаған мөхиттә бәләкәй генә йәһүд малайы инем. Был аҡ тәнлеләр генә уҡыған мәктәптә беренсе негр булыуы кеүек. Мин яңғыҙ һәм бәхетһеҙ булдым. Китапханала үҫтем, дуҫтарһыҙ.— [4]
Маслоу мәктәптең иң һәләтле уҡыусыларының береһе була. 1926 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, атаһының тәҡдиме буйынса Нью-Йорк Сити-колледжының юридик факультетына инә, әммә беренсе курсты ла тамамламай. Беренсе тапҡыр психология фәне менән Маслоу Корнель университетында таныша (Cornell University, Ithaca), психологияны алып барыусы профессор Э. Б. Титченер аша. 1928 йылда Маслоу Мадисон ҡалаһында урынлашҡан Висконсин университетына күсә. Уның ғилми етәксеһе приматтарҙы өйрәнеүсе билгеле тикшеренеүсе Гарри Харлоу була. Шул уҡ йылда Маслоу 12 йәштән яратҡан ике туған һеңлеһе Бертаға өйләнә. Висконсин университетында ул бакалавр (1930), магистр (1931) һәм фәндәр докторы (1934) ғилми дәрәжәләренә өлгәшә. Маслоу классик бихевиористик белем ала. Фән өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеүен алдан күрһәткән беренсе ғилми эше приматтарҙың енси мөнәсәбәттәренә бәйле психик хәл (сексуальность) һәм үҙ-үҙҙәрен социаль тотош бәйләнешәнә арналған. 1934 йылда Маслоу Колумбия университетында билгеле бихевиорист, научение өлкәһендәге теоретик Эдвард Торндайктың ассистенты булып эшләй башлай. Башта Маслоу ҙа бихевиоризм яҡлы, Джон Б. Уотсон хеҙмәттәре менән һоҡлана, әммә яйлап башҡа идеялар менән мауығып китә. Уотсондың бик яҡшы программаһы мине психологияға килтерҙе. Әммә уның хәл иткес етешһеҙлеге бар: ул тик лаборатория өсөн һәм лабораторияла яҡшы эшләй. Һеҙ уны кейә лә, сисә лә алаһығыҙ, тап лаборатория халаты кеүек… Ул кеше хаҡында төшөнсә, ғүмер фәлсәфәһе, кеше тәбиғәте хаҡында концепция бирмәй. Ул йәшәү өсөн ориентирҙар, үтмәй торған ҡиммәтәр асмай, дөрөҫ юлды һайлауға ярҙам итмәй. Ул тик кешеләрҙең үҙ-үҙҙәрен тотошо хаҡында мәғлүмәттәр йыйыу ысулы, һеҙ күрә, һиҙә, ишетә алған әйберҙәр тураһында.
1937 йылда Маслоу Бруклин колледжына профессор булып саҡырыла, һәм бында 14 йыл эшләй. Ошо ваҡытта ул европа илдәренең иң билгеле психологтары менән таныша, мәҫәлән, нацист ғәскәрҙәре эҙәрлекләүҙәренән ҡасҡан Альфред Адлер, Эрих Фромм, Карен Хорни, Маргарет Мид, гештальтпсихологияһына нигеҙ һалыусы Макс Вертгеймер һәм антрополог Рут Бенедикт. Һуңғы ике ғалим Маслоуҙың остаздары, дуҫтарына әйләнә, улар ярҙамында “үҙ-үҙенән актуалләшкән” (самоактуализирующийся) шәхес идеяһы барлыҡҡа килә. Самоактуализацияны өйрәнеүем ғилми тикшеренеү булараҡ планлаштырылмағайны. Был тикшеренеү йәш фекерләүсенең яратҡан, һоҡланған ике остазын, ғәҙәттән тыш көслө шәхестәрҙе аңларға тырышыу булараҡ башланды. Был үҙенә күрә бөйөк интеллектҡа табыныу ине. Уларҙы өҙөлөп һөйөү миңә аҙ ине, мин ни өсөн был ике кеше башҡаларҙан шул тиклем айырылыуын аңларға теләнем. Был ике кеше Рут Бенедикт һәм Макс Вертхаймер ине.
Маслоуҙың яңы идеяларын танытыу теләген америка психологтары, күбеһе бихевиорист булғанға күрә, насар ҡаршы ала. Хатта бер факультетта эшләгән хеҙмәттәштәре лә унан ситләшә, төп журналдар уның хеҙмәттәрен баҫтырып сығармай. 1951 йылда Маслоу Брандейс университетында яңы асылған беренсе психология факультетының деканы булып тәғәйенләнә. 1969 йылға тиклем ул был вазифаны биләй. Тап ошо ваҡытта уның идеялары танылыу таба, айырым бер йүнәлеш, гуманистик психология, булып формалаша. 1960-сы йылдарҙа Маслоуҙың идеялары бик популяр була, хатта ул үҙе көтмәгәндә 1967 йылда ғалимды Америка психология ассоциацияһының президенты булып һайлайҙар. А. Маслоу миокард инфаркты арҡаһында 62 йәшендә вафат була. Уның апайы — антрополог һәм этнограф Рут Маслоу Льюис (1916—2008), антрополог Оскар Льюистың ҡатыны.
Фәнни ҡараштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История проблемы, или Почему Маслоу не строил пирамиду потребностей? // Генкин Б. М. Экономика и социология труда : учебник для ВУЗов. 2010 йыл 1 декабрь архивланған. — М. : НОРМА, 2007. — ISBN 978-5-468-00061-8. — Гл. 3.1.
- ↑ Ruth Lewis
- ↑ Фрейджер, Роберт; Фейдимен, Джеймс. Личность. Теории, упражнения, эксперименты. — Прайм-Еврознак, 2004.
- ↑ Маслоу А. Мотивация и личность. — СПб.: Питер, 2008.