Мастобаев Борис Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мастобаев Борис Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 июнь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Вильнюс, Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө транспорт һәм транспортировка нефти[d][1]
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Мастобаев Борис Николаевич (13 июнь 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, транспорт һәм нефть һәм газ һаҡлау, нефть һәм газ эше тарихы өлкәһендә белгес, педагог. Техник фәндәре докторы, профессор. Өфө дәүләт нефть техник университетының «Транспорт һәм нефть һәм газды һаҡлау» кафедраһы мөдире . Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһының ике тапҡыр лауреаты (2007, 2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борис Николаевич Мастобаев 1950 йылдың 13 июнендә Литва ССР-ының- Вильнюс ҡалаһында тыуған.

Уның атаһы, Мастобаев Николай Иванович (1919—2013) — Бөйөк Ватан һуғышының ҡатнашыусыһы һәм инвалиды. Һуғыш башланғанда ул Бреста була. 1942 йылда Одесса тирәһендә ҡаты яралана. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм күп кенә миҙалдар менән наградлана.

Әсәһе — Антонина Андреевна Мастобаева (ҡыҙ фамилияһы — Дубровская, 1921—2011), күп йылдар китапхана мөдире булып эшләй; улына китапҡа һөйөү уята.

Өлкән ағаһы Мастобаев Владимир Николаевич (1942—2001) Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң инженер торба үткәргестәренең инженер диагностикаһы менән шөғөлләнә. Апаһы Наталья Николаевна Широкова (Мастобаева; 1956 йылғы), Өфө авиация институтын тамамлаған.

Профессиональ эшмәкәрлеге хроникаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылда Өфөлә 45-се мәктәпте тамамлай. 1967—1972 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡый. Юғары уҡыу йортон «Газ һәм нефть торбаларын, газ һәм нефть һаҡлағыстарын һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса тамамлай (квалификацияһы — «инженер-механик»).

Б. Н. Мастобаевтың берҙән-бер эш урыны, бөтә ғилми-педагогик карьераһы Өфө нефть институтында (1993 йылдан Өфө дәүләт нефть университеты) үтә:

1972—1973 йылдарҙа — Торба үткәргес транспорты тармаҡ лабораторияһының (ОЛТТ) ғилми-тикшеренеү секторы өлкән лаборанты ; 1973 йылда — ОЛТТ ғилми-тикшеренеү секторы инженеры; 1973—1975 йылдарҙа — «Газ һәм нефть торбаларын, газ һәм нефть һаҡлағыстарын һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу» кафедраһы ассистенты; 1975—1978 йылдарҙа — Өфө нефть институты аспирантураһында уҡый; 1978—1979: «Юғары математика» кафедраһы кесе ғилми хеҙмәткәре; 1979—1982 — «Һыҙма геометрия һәм черчение» кафедраһы ассистенты; 1981 йылда «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәгә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай. Диссертацияһының темаһы: «Исследование процесса парафинизации и диагностирование состояния внутренней поверхности нефтепроводов», ғилми етәксеһе — техник фәндәре докторы, профессор А. К. Ғәлләмов; 1981—1986 йылдарҙа — Өфө нефть институты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары урынбаҫары (бер үк ваҡытта); 1982—2004 йылдарҙа -«Газ һәм нефть торбаларын, газ һәм нефть һаҡлағыстарын һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу» кафедраһы доценты (1983 йылда «Нефть һәм газ һаҡлауы һәм транспортлауы» кафедраһына үҙгәртелә); 1986: ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары УНИ (бер үк ваҡытта); 1993—1996 йылдарҙа — ӨДНТУ үҫешенә булышлыҡ итеү фондының башҡарма директоры (бер үк ваҡытта); 2003 йылда — «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәгә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлау. Диссертацияһының темаһы: «История применения химических реагентов и технологий в трубопроводном транспорте нефти и нефтепродуктов», фәнни консультанты — техник фәндәре докторы, профессор А. М. Шаммазов; 2004 йылдан — «Нефть һәм газды һаҡлау һәм транспортлау» кафедраһы профессоры ; 2005 йылда — профессор ғалим исеме бирелә; 2014 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының Нефть һәм газды һаҡлау һәм транспортлау" кафедраһы мөдире.

Ғилми, педагогик һәм ойоштороу эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор Б. Н. Мастобаевтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — магистраль нефть үткәргестәренең парафинилау процесстарын тикшереү, химик реагенттар үткәргес транспортта ҡулланыу, нефть һәм газды диңгеҙ ятҡылыҡтарынан транспортлау.

Профессор Б. Н. Мастобаев профессорҙар Д. Л. Рахманкулов һәм Э. М. Мовсумзаде менән бер рәттән ӨДНТУ-ның нефть һәм газ тармағының Рәсәйҙә һәм сит илдәге фән һәм техника буйынса ғилми мәктәбен ойоштороусыларының береһе. Борис Николаевичтың һәм уның уҡыусыларынынң күп кенә ғилми тикшеренеүҙәре башҡа фәнни йүнәлештәр менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла, беренсе нәүбәттә — торба үткәргес транспорты һәм нефтехимия өлкәһендә.

ӨДНТУ үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының башҡарма директоры вазифаһында эшләгән осоронда Б Н. Мастобаев юғары уҡыу йортоноң уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге үҫешендә әүҙем ҡатнаша. Атап әйткәндә, уның ҡатнашлығында Мишкольц техни универвситеты (Венгрия) һәм Леобен техник университеты (Австрия), Вьетнам һәм Чехияның техник вуздары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлә, уҡытыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең сит илдә стажировкалары ойоштоорола.

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге йылда дауамында профессорБ, Н. Мастобаев 22 фәндәр кандидатын әҙерләй. Ул — докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса ӨДНТУ-ның махсуслаштырылған диссертацион советы рәйесе. Университеттың торба үткәргес транспорты факультетының Ғилми советы ағзаһы. Профилле Транспорт и хранение нефтепродуктов и углеводородного сырья" (г. Мәскәү) һәм «Нефтегазовое дело» журналдары мөхәрририәте коллегиялары ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре» (2000); Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты — уҡытыу-методик комплект өсөн (2007)[2]

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты— "Диңгеҙ нефте"фәнни-ғәмәли тикшеренеүе өсөн (2011).[3]

2011: маҡтаулы исеме «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» — ғилми эшмәкәрлегендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм юғары профессиональ белем биреү системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[4]

Иң билдәле ғилми хеҙмәттәр исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор Б. Н. Мастобаев— 27 дәреслек, уҡыу әсбабы һәм фәнни монографиялар, 250-нән ашыу ғилми мәҡәләләр һәм докладтар авторы, уның хеҙмәттәре СССР, Рәсәй, Венгрия, Чехия, Финляндия, Испания фәнни баҫмаларында баҫылып сыҡты. Фәнни эштәре араһында иң билдәлеләре:

Үҫмер сағынан Борис Мастобаевтың төп мауығыуы — китаптар, музыка һәм автомобилдәр. Йортондағы китапханала һирәк нәфис һәм фәнни әҙәбиәте йыйылған. Музыка өлкәһендә Мастобаев айырыуса урын джазға бүлә; уның колекцияһында һирәк осрай торған яҙмалар бар Л. Армстронг, Н. К. Коул, Г. Миллер, Э. Фицджеральд, Д. Эллингтон, 1950—1980 йылдарҙағы популяр башҡарыусылар П. Анка, Т. Джонс, Ф. Синатра, Э. Уильямс, Э. Хампердинк һәм башҡа музыканттар). Борис Николаевич бала саҡтан автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына һәм уларҙы профессиональ рәүештә белә. Бер нисә тиҫтә йыл ул бөтә эштән буш ваҡытын автомобиль сәйәхәттәренә арнай, бик күп Европа, Яҡын Көнсығыш илдәрен һәм Рәсәйҙең һәр төбәгендә булып сыға.

Ҡыҙыҡлы факт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тәүге хеҙмәт тәжрибәһен Борис Мастобаев мәктәп йылдарында уҡ ала: өлкән кластарҙа уҡыған саҡта ул йәйге айҙарҙа Башҡорт АССР-ында һөт заводтарын монтажлау бригадаһында эшләй. Ул ваҡыттағы эш хаҡы менән сағыштарғанда хатта өлкәндәр өсөн дә эш хаҡы бик ҙур ғына була: беренсе йәйҙә ул — 180 һум, икенсеһендә 250 һум ала. Аҙаҡҡы осраҡта алынған аҡсаға йәш кеше совет дәүерендәге иң яҡшы тип һаналған «Днепр» магнитофонын һатып ала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Уфимский государственный нефтяной технический университет. Выпускники УГНТУ (УНИ). [Научно-биографический сборник]. К 50-летию УГНТУ / Министерство общего и профессионального образования РФ. — Сост. проф. А. И. Спивак. — Москва, Недра, 1997. — 198 с. — 630 экз. — ISBN 5-247-03759-6;
  2. Уфимский государственный нефтяной технический университет. К 50-летию УГНТУ / Министерство общего и профессионального образования РФ. — Сост. проф. А. И. Спивак. Под общ. ред. проф. А. М. Шаммазова. — Москва, Недра, 1998. — 269 с. — ISBN 5-247-03802-9;
  3. Дела и люди Уфимского нефтяного. Летопись / Под общей редакцией А. М. Шаммазова. — Уфа, Инеш, 2008. — 516 с. — ISBN 978-5-903622-07-8.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jo20181001607
  2. Постановление Правительства Российской Федерации от 2 августа 2007 г. N 497 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2007 года в области образования»;
  3. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 3 ноября 2011 г. N 1946-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2011 года в области образования»;
  4. Указ Президента Республики Башкортостан от 22.04.2011 № УП-191 2016 йыл 4 март архивланған. «О присвоении почетного звания „Заслуженный деятель науки Республики Башкортостан“ Мастобаеву Б. Н.»;

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]