Масторава
Ма́сторава — халыҡ йырҙары нигеҙендә 1994 йылда А.М. Шаронов һәм башҡалар төҙөгән эрзя поэтик эпосы.[1]
«Масторава»ла мордва халҡының космогоник мифологияһы, күк һәм ер пантеоны һүрәтләнә. Эпоста ер, донъя барлыҡҡа килеү һүрәтләнә, мордва халҡының барлыҡҡа килеүе һәм йәшәйеше һөйләнә. Төрлө тарихи драматик ваҡиғаларҙа мәжүси аллалар, изге тип һаналған хайуандар ҡатнаша. Эпоста боронғо йырҙар һәм хикәйәттәр, шиғырға һалынған ғөрөф-ғәҙәттәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр йыйылған. Эпоста булған мәжүси аллалар һәм башҡа персонаждар: Инешкипаз (тәңре алла), Анге (Инешкипаздың ҡатыны, матурлыҡ алиһәһе), Идемевсь (иблис, Инешкипаздың киреһе), Пурьгинепаз (ямғыр һәм йәшен аллаһы), Масторава (ер аллаһы), Кудадей (мордва халҡының ата-бабаһы), Нарчатка (ҡыйыу яугир, моҡша кенәзе ҡатыны), Саманька (Иван Грозныйға Казанды яуларға ярҙам иткән ҡыҙ) һәм башҡалар. Былар барыһы бергә коллектив халыҡ образын барлыҡҡа килтерә.
5 өлөштән торған 18 хикәйәттән тоған «Масторава»ла шиғри образдар аша эрзә һәм моҡша халыҡтарының матди һәм рухи мәҙәниәте, ижтимағи-сәйәси тарихы сағылдырыла. Эпостағы ваҡиғалар боронғо замандан XVI быуатҡа тиклем, йәғни эрзә һәм моҡша ерҙәре Мәскәү дәүләтенә ҡушылған осорға тиклем тиклем дә-үерҙе үҙ эсенә ала.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мордовский народный эпос «Масторава» 2011 йыл 21 март архивланған.
- «Масторава» получила всероссийское признание 2013 йыл 19 июнь архивланған.
- Главы из «Масторавы» в поэтическом переводе Татьяны Ротановой (Вирявы) 2017 йыл 9 май архивланған.