Матани монастыры
Матани монастыры | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Матани монастыры Викимилектә |
Матани монастыры (грузин: ცხრაკარა მატნის) Грузияла Кахетия төбәгенең Ахмета муниципалитетындағы Матани ауылынан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан урта быуат грузин православие монастыры.
Монастырь комплексы күп һанлы сиркәүҙәрҙән һәм башҡа монастырь биналарынан тора. Монастырҙың төп бинаһы 5 йәки 6 быуатта таштан төҙөлгән өс нефлы базилика. Базилика (10х8,7 м) тура мөйөшлө формала[1]. 8 һәм 9 быуаттар дауамында тағы ике ҙур булмаған базилика төҙөлә. Был базиликалар төп сиркәү менән төньяҡ һәм көнбайыш стеналар менән тоташҡан.
15 быуатта монастырь манараһы төҙөлә. Шул уҡ осорҙа сиркәү стенаһы фрескалар менән биҙәлә. Шул осорҙағы фрескаларҙың бер өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған[2]. 15 һәм 16 быуат дауамында көнбайыш фасады фрескалар менән биҙәлә. Төп базиликанан көнбайышҡа ҡарай әле лә ҙур булмаған урта быуат сиркәүе тора. Сиркәү 1984 йылдан 1987 йылға тиклем йүнәтелә,
Ишеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монастырҙың ишеге көньяҡта һәм көнбайышта урынлашҡан. Базиликаға көнбайыш яҡтан инеү урыны ҡапҡаларының күләме 3.3 метрҙан 4 метрға тиклем тирәһе