Эстәлеккә күсергә

Математик гипотеза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Математи́к гипо́теза — хәҙерге заман физикаһында танып-белеү методтарының береһе. Реаль донъяның математик формулаларҙа һәм тигеҙләмәләрҙә сағылыш тапҡан дөйөм үҙсәнлектәрен ҡабатлауға нигеҙләнгән. Математик гипотеза законлылығы асыҡланмаған, тикшерелмәгән күренештәрҙе өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Бының өсөн фәндең йәнәш өлкәләренән алынған билдәле математик формулаларға өйрәнелгән өлкәнең конкрет йөкмәткеһен ҡуялар, бынан һуң математик теорияны ысынбарлыҡ менән сағыштырып ҡарайҙар.



Был физика буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.