Матис каналы
| Матис каналы | |
| Нигеҙләү датаһы | 1800 |
|---|---|
| Ҡайҙа ҡоя | Дудергофский канал[d] |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Красносельский район[d] |
![]() | |
Матис каналы — Санкт-Петербургтың Красносельский районындағы канал. Көньяҡ-Көнбайышта урынлашҡан. Төҙөлөп ятҡан «Балтик ынйылары» биләмәһе аша аға һәм Дудергоф каналына ҡоя.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы — шкипер Христиан Матис исеменән сыҡҡан[1]. Уны Петербургтағы оҡшаш башҡа исемдәр менән сағыштырырға мөмкин — Матис утрауы һәм Матис күпере
Канал XVIII быуатта һалына[1], «Демидов усадьбаһы» үҙәгендә урынлаша (төп йорт Петергоф шоссеһының икенсе яғында урынлашҡан һәм һаҡланған) һәм туранан-тура Фин ҡултығына ҡоя. Дудергоф каналын йырғанда Матис каналын 90° көнсығышҡа бороп, Дудергоф каналына йүнәлтәләр, элекке тамағын күмәләр. «Балтик ынйылары» төҙөгәндә дублер-каналды күмәләр.
Матис каналының ярында 2000 йылдар башында «Балтиец» яхт-клубы булған, уны территорияла төҙөлөштәр менән бәйле Фин ҡултығына яҡын күсерәләр.
Географик мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм оҙонлоғо — 1430 метр, киңлеге — 17 метр (башы) 220 метрға тиклем (тамағы), тәрәнлеге — 1,5 метр самаһы. Ҡушылдығы - Сосновка (Миткази)
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Матис каналы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 75. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
