Матросов һәйкәле (Өфө)
Матросовҡа һәйкәл
Һәйкәл | |
Матросов һәйкәле
| |
А. Матросовҡа һәйкәл. | |
Ил | Башҡортостан |
Город | Өфө |
Матросов һәйкәле Викимилектә |
Александр Матросов һәйкәле — Советтар Союзы Геройы Александр Матросов скульптураһы, Өфө ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге паркында ҡуйылған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәлдең авторы скульптор Эйдлин Л. Ю., архитекторы — Грибов А. П. Һәйкәлдең проекты 1949 йылдың сентябрендә илдең билдәле скульпторҙары тарафынан тикшерелде һәм металдан ҡойорға тәҡдим ителде. Скульптура Ленинград ҡалаһының «Монументскульптура» заводында ҡойола.
Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа һәйкәл Өфөлә 1951 йылдың 9 майында герой хөрмәтенә исеме үҙгәртелгән паркта ҡуйыла.
Һәйкәл бронзанан эшләнгән, алһыу гранит постаментҡа ҡуйылған. Ул ҡулына автомат тотҡан, алға табан барыусы 2,5 метр бейеклектәге тотош кәүҙәле фигуранан ғибәрәт. Һалдаттың башында - каска, хәрби кейеме өҫтөнән плащ-палатка ябынған. Постаментҡа урыҫ телендә «Герою Советского Союза Александру Матросову» тигән һүҙҙәр сүкеп яҙылған.
Тәүҙә һәйкәл үҙәк аллеяла ҡуйыла. Һуңғараҡ, 1970-80-се йылдар аралығында, Матросов исемендәге паркты «В. И. Ленин исемендәге парк» тип үҙгәртеү сәбәпле, һәйкәл рнеспублика Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбе территорияһына күсерелә. Сама менән шул осорҙа Өфөләге Еңеү паркында А. Матросовҡа һәм уның батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға яңы һәйкәл асыла.
Һуңғараҡ һәйкәлде яңынан паркка күсерәләр, тик хәҙер ул үҙәк аллеяла түгел, ә төптәрәк урынлаштырыла.
Шағир Баязит Бикбай һәйкәлде ҡуйыу айҡанлы ошо шиғырын яҙа:
«Все небо сплошь заволокло, и дождь унять нельзя.
Но ветру и дождю назло брезент упал, скользя.
Матросов! Словно на гранит с уральских горных круч,
спустился сокол молодой, бесстрашен и могуч.
В руке сжимая автомат, глядит на площадь он.
Как будто в будущее, взгляд героя устремлен».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памятник Алекандру Матросову в Уфе(недоступная ссылка)
- Памятники города Уфы: памятник герою СССР Александру Матросову(недоступная ссылка)