Мгвимеви монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мгвимеви монастыры
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Чиатурский муниципалитет[d][1]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Указания, как добраться ჭიათურა[1]
Карта
 Мгвимеви монастыры Викимилектә

Мгвимеви монастыры (грузин телендә: მღვიმევის მონასტერი) Грузияла Имеретия төбәгенең Чиатура ҡалаһынан алыҫ түгел өлөшләтә ҡвяла уйылып төҙөлгән. Уның төп үҙенсәлеге булып Божья Матерь Раштыуаһына бағышланған ике нефлы XIII быуат базиликаһы тора. Комплекс үҙ эсенә ҙур булмаған сиркәүҙе, манараны ала. Комплекс сиркәүҙең экстерьерын биҙәүсе архитектура орнаменттарына, скульптураларға бик бай. Ул Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[2]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм күренеше

Мгвимеви монастыры шул уҡ исемле ауылда, Квиоила йылғаһының үҙәнендә, Чиатуранан көнсығышҡа ҡарай ситтә, Мгвимеви мәмерйәһе эргәһендә урынлашҡан. Монастырь   XIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. Монастырь тирәләй күп мәмерйәләр бар. XVIII быуат грузин ғалимы кенәз Вахушти һүҙҙәре буйынса был мәмерйәләр һуғыш ваҡытында һыйыныу урыны булған; археологтар мәмерйәләр комплексында бер нисә уҡ башаҡтарын һәм янғын эҙҙәрен тапҡан[3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп сиркәүҙең көнсығыш яғы.
Монастырҙың ағас иконостасы.

Комплекс бер нисә ҡоролманан тора. Мәмерйә порталынан көнсығышҡа ҡарай Божья Матерь Раштыуаһына арналған төп ике нефлы сиркәү тора. Төньяҡ бүлкәттәре көньяҡҡа ҡарағанда тарыраҡ, бер колоннаға таянған ике аркаға бүленгән. Диуарҙары таштан эшләнгән һәм ентекләп ҡырҡылған таш плита менән ҡапланған, ә ҡыйығы йәнәшәләге ҡаяла уйып яһалған.

Бында XVIII быуатта ағастан эшләнгән ун ике апостол һүрәте, шулай уҡ Ғайсаның тормошонан бер нисә күренеш менән икона бар. Сиркәүҙең бер ишеге көньяҡҡа, икенсеһе көнбайыш яҡҡа ҡарай. Көнбайыш яҡтағы ишеге XI быуатта ағаста һырлап эшләнгән, әле ул Тбилисиҙағы Милли музейҙа һаҡлана[4][5]. Эстә сиркәү төҙөүселәренең XIII быуат портреттары бар

Мәмерйәнең ҡаршы яғында Изге Катеринаға арналған ҙур булмаған сиркәү урынлашҡан. Түшәме һәм көнбайыш диуары ҡаяла ҡаҙып эшләнгән, ул эшкәртелгән таш плиталы фасад менән. Экстерьерҙың көнсығыш һәм көньяҡ диуары рельефында һарыҡ башының скульптураһы тора.

Санта-Катерина сиркәүе.

Ике сиркәү ҙә ташта һырлап эшләнгән, шул иҫәптән аркалар, ишектәренең, тәҙрәләренең декоратив рамдары менән, тәре скульптуралары менән бай биҙәлгән. Мгвимеви архитектура скульптураһының айырым элементтарының художестволы әһәмиәтенә ҡарамаҫтан, монастырь биналарында урта быуат грузин ҡомартҡыларының бөтөнлөгө юҡ.

Манара һәм монастырь бинаһы корпусы күпселеге XIX быуатҡа ҡарай Шулай уҡ күп биналар, монастырҙың заманса өлөшөнә 2014 йылда нигеҙ һалынған[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=878 — 2017.
  2. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgià). [Consulta: 23 agost 2019].
  3. Bochoridze, G. Historical monuments of Imeret i (en georgià), 1995, p. 208-213.
  4. Bochoridze, G. Historical monuments of Imeret i (en georgià), 1995, p. 208-213.
  5. Tumanishvili, Dimitri; Vacheishvili, Nikoloz; Shavishvili, Maka [et al]. «Mgvimevi nunnery». A: Monuments of Georgia's Cultural Heritage. Tbilisi: National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia, 2010, p. 287.
  6. Bochoridze, G. Historical monuments of Imeret i (en georgià), 1995, p. 208-213.