Мегавати Сукарнопутри
Мегавати Сукарнопутри | ||||||
Megawati Sukarnoputri | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
23 июль 2001 йыл — 20 октябрь 2004 йыл | ||||||
Алдан килеүсе: | Абдуррахман Вахид | |||||
Дауамсы: | Сусило Бамбанг Юдойоно | |||||
| ||||||
26 октябрь 1999 йыл — 23 июль 2001 йыл | ||||||
Президент: | Абдуррахман Вахид | |||||
Алдан килеүсе: | Бухаруддин Юсуф Хабиби | |||||
Дауамсы: | Хамза Хаз | |||||
| ||||||
30 июль 1998 йыл | ||||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырылған | |||||
Дауамсы: | әле вазифала | |||||
| ||||||
1993 йыл — 1996 йыл | ||||||
Алдан килеүсе: | Сурьяди (политик) | |||||
Дауамсы: | Сурьяди | |||||
Дине: | Ислам | |||||
Тыуған: | 23 ғинуар 1947 (77 йәш) Джокьякарта, Индонезия | |||||
Исеме: | индон. Dyah Permata Megawati Setyawati Soekarnoputri[1] | |||||
Атаһы: | Сукарно | |||||
Әсәһе: | Фатмавати (Fatmawati) | |||||
Ире: | Сурендро Субджарсо (1970 йылға тиклем), Хассан Гамаль Ахмад Хассан (1972 йылға тиклем), Тофик Киемас (1973—2013) | |||||
Балалары: | М. Ризки Прамата, М. Пранада Прабово, Пуан Махарани (Puan Maharani) | |||||
Партия: | Индонезияның Демократик партияһы (1993—1998), Индонезияның Көрәш демократик партияһы (1998 йылдан) | |||||
Белеме: | Панджаджаран университеты (тамамламаған), Индонезия университеты (тамамламаған) | |||||
Сайт: | megawatisoekarnoputri.com | |||||
Автограф: | ||||||
Наградалары: |
| |||||
Диа Пермата Мегавати Сетиавати Сукарнопутри[2] (индон. Diah Permata Megawati Setiawati Soekarnoputri); 23 ғинуар 1947 йыл, Джокьякарта) — дәүләт эшмәкәре. 2001—2004 йылдарҙа Индонезия Президенты; илдең беренсе ҡатын-ҡыҙ президенты; 1999—2001 йылдарҙа вице-президент. 1993—1996 йылдарҙа Индонезияның Демократик партияһы рәйесе; Индонезияның Көрәш демократик партияһын ойоштороусы һәм 1998 йылдан уның алмашһыҙ рәйесе.
Илдең тәүге президенты Сукарноның ҡыҙы. Ҡыҫҡартылған исемдәре — Мегавати Сукарнопутри (индон. Megawati Soekarnoputri) һәм Мегавати (индон. Megawati), Мега (индон. Mega) тигән ҡушаматы ла бар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мегавати Сукарнопутри 1947 йылдың 23 ғинуарында Джокьякартала тыуған. Атаһы Сукарно — Индонезияның беренсе президенты, уның ҡатыны Фатмавати (Fatmawati). Балалыҡ йылдары президент резиденцияһында — Мердек һарайында үтә. 1966 йылда, Мегаватиға 19 йәш тулғанда, атаһы властан бушатыла.
Атаһы власта саҡта Мегавати Панджаджаран университетына уҡырға инә, әммә, 1967 йылда уҡыуын ташлап, властан ситләтелгән атаһына ярҙам итергә тотона. 1970 йылда, атаһы үлгәс, Индонезия университетында психология өйрәнә башлай, әммә ике йылдан уҡыуҙан сығаралар.
Сәйәси карьераға килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1986 год йылда Индонезияның ул саҡтағы президенты Сухарто Мегаватиҙың атаһы Сукарноға «Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү Геройы» исемен бирә, быға бағышланған тантанала ҡатнашыу Мегавати өсөн сәйәсәткә килеп инеү була.
1987 йылда Индонезия Демократик партияһына[3] инә. 1987 йылда Халыҡ вәкилдәре Советына депутат һәм Халыҡ консультатив конгресы ағзаһы итеп һайлана. Быға атаһы Сукарноның абруйы булышлыҡ итә, сөнки Мегавати үҙе телгә оҫталыҡ күрһәтмәй.
Индонезия Демократик партияһына етәкселек итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылдағы һайлауҙа Мегавати парламентҡа үтә алмай, әммә фирҡә эшендә уңышҡа өлгәшә. 1993 йылдың декабрендә ИДП съезында үҙенә властар ҡаршы сыҡһа ла Мегавати партияның рәйесе итеп һайлана.
Шулай булһа ла хөкүмәт Мегаватиҙы ИДП башлығы теп танымай. 1996 йылда Меданда нәүбәттән тыш съезд үткәрелеп, элекке рәйес Сурьядиҙы яңынан һайлайҙар. . Әммә Мегавати был ҡарар менән килешмәй, һәм партия икегә бүленә.
1996 йылдың 27 июлендә Сурьяди яҡлылар Мегавати яҡлыларҙың Джакарталағы ИДП штаб-квартираһына һөжүм итәләр. Һөжүмгә ҡаршы тороп Мегавати яғы штаб-квартираны бирмәй. Бындай ҡаршылыҡ ҡалала бола сығыуына сәбәп була. Һөҙөмтәлә Сурьяди ИДП-ның рәсми етәксеһе булып китә, ә Мегавати фракцияһына парламент һайлауҙарында ҡатнашыу тыйыла. (1993 һәм 1997).
Индонезияның Көрәш демократик партияһы рәйесе вазифаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылдың майында Сухарто президентлыҡтан киткәс, ИДП-ға альтернатива итеп, Мегавати Көрәш демократик партияһын төҙөй һәм уға етәкселек итә башлай.
1999—2001 йылдарҙа — вице-президент, ә 2001—2004 йылда — Индонезия президенты.
Икенсе мөҙҙәткә һайланырға сыҡҡас, икенсе турҙа еңелә.
2004 йылда «Форбс» журналы Мегавати Сукарнопутрины донъяның иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙы араһында һигеҙенсе урынға ҡуя.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ордендары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Индонезия — Орден «Звезда Республики Индонезии» 1-й степени (2001, кавалер по должности как президент Индонезии);
- Индонезия — Орден «Звезда Республики Индонезии» 2-й степени (2001)[4];
- Индонезия — Орден «Звезда Махапутра» 1-й степени.
Почётлы ғилми дәрәжәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы — почётлы доктор МГИМО[5].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө никахына тиклем ике тапҡыр тормошта булған. Беренсе ире авиакатастрофала һәләк була, икенсеһе менән айырылыша. 1973 йылда өсөнсө тапҡыр тормошҡа сыға, 3 балаһы бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://kepustakaan-presiden.perpusnas.go.id/biography/?box=detail&presiden_id=5&presiden=megawati
- ↑ И Мегавати п санскриттан «болоттар алиһәһе» тип тәржемә ителә. Сукарнопутри — « Сукарно ҡыҙы» тигәнде аңлата. См. Индонезийское имя.
- ↑ Демократическая партия Индонезии была образована в 1974 году в результате объединения нескольких политических партий, в числе которых была и наиболее близкая в своё время к Сукарно Национальная партия Индонезии
- ↑ Указ Президента Индонезии № 017/TK/Tahun 2001
- ↑ Об открытии Центра АСЕАН в Москве — МГИМО-Университет
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мегавати Сукарнопутри объявлена новым президентом Индонезии 2016 йыл 4 март архивланған.
- Мегавати Сукарнопутри: по стопам отца
Ҡалып:Президенты Индонезии Ҡалып:Вице-президенты Индонезии Ҡалып:Кандидаты в президенты Индонезии (2009)