Медведград

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Медведград
Рәсем
Дәүләт Flag of Croatia.svg Хорватия[1]
Административ-территориаль берәмек Загреб
Commons-logo.svg Медведград Викимилектә

Медведград капеллаһы.

Медведград — яҡшы нығытылған урта быуат һарайы, Хорватияның баш ҡалаһы Загребтан алыҫ түгел Медведница тауының көньяҡ битләүендә урынлашҡан.

Һарай яҡында фортификациялы файҙаға эйә булған Малы-Плазур ҡалҡыулығы түбәһендә төҙөлгән. Был уба Загреб өҫтөнән күтәрелгән Медведница тауы һыртының армытынан ғибәрәт. Аяҙ көндә ҡала замогы алыҫтан күренә, бигерәк тә уның төп бейек манараһы асыҡ күренә. Төп башняның итәгендә 1991—1995 йылдарҙа бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышта һәләк булған хорват һалдаттарына арналған Oltar domovine мемориалы урынлашҡан[2][3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Медведград һарайы XIII быуатта папа Иннокентий IV ҡарары буйынса төҙөлгән, сөнки Батый ғәскәрҙәре Загреб сиктәрен талай, Градец ҡалаһын емерә. Медведградтың күҙәтеү майҙанынан, 500 метр бейеклектән Загребҡа матур күренеш асыла. Төҙөлөш менән 1249—1254 йылдарҙа Филипп Тюрье, епископ Загребский шөғөлләнгән. Һуңғараҡ Медведград славон бандары (Степан Шубичтың) биләмәһенә күсә. 1590 йылда ҡәлғә ер тетрәү ваҡытында ныҡ емерелә һәм ташлап ҡуйыла. XX быуатта ҡәлгә тергеҙелә һәм унда күҙәтеү майҙансығы урынлаштырыла, унан — 500 метрҙан ашыу бейеклектән — ҡаланың мөғжизәле күренеше асыла.

1472 йылдың 27 мартында Медведград һарайында билдәле хорват һәм венгр шағиры, славон бады Янус Паннониус (Иван Чешмицкий) вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]