Медицина-гигиена терминдарының ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Медицина-гигиена терминдарының ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлеге
Автор Гумаров В.З.
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү урыны Өфө
Нәшер ителеү ваҡыты 1990

Медицина-гигиена терминдарының ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлеге — медицина һәм гигиена терминдарының ҡыҫҡаса һүҙлеге. Тәүге тапҡыр 1990 йылда Өфөлә "Башҡортостан китап нәшриәте"ндә донъя күрә. Төҙөүсеһе— медицина фәндәре кандидаты В. З.Ғүмәров.

Һүҙлектә 20 меңдән артыҡ медицина һәм гигиена буйынса рус телендәге терминдарҙың башҡортсаға тәржемәһе һәм уларға ҡыҫҡаса аңлатма бирелә.

Медицина буйынса башҡорт теле һүҙлеге тәүге тапҡыр 1935 йылда латин хәрефтәре менән нәшер ителә. Уның төҙөүсеһе— М. Н.Мөхәмәтов була (Мухамедов М. Н. и др. «Русско-латинско-башкирский словарь медицинских терминов», Уфа, 1935).

1981 йылда «Кеше анатомияһы һәм физиологияһы буйынса рус- башҡорт һүҙлеге» («Русско-башкирский словарь по анатомии и физиологии человека») баҫтырыла.

Медицина фәне башҡа фәндәр кеүек үк йылдам үҫешә, яңы медицина терминдары барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙәре иҫкереп, ҡулланыштан төшөп ҡала, шуға күрә һүҙлектәрҙе яңыртыу ихтыяжы һәр саҡ һаҡланып килә.

Был Һүҙлек медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар, уҡытыусылар, студенттар һ.б. тәғәйенләнгән.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гумаров В. 3. Краткий русско-башкирский словарь медико-гигиенических терминов.— Изд. 1-ое.— Уфа: Башк.

кн. изд-во, 1990.— 272 с. ISBN 5-295-00411-2

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]