Эстәлеккә күсергә

Мелконов-Езеков йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Мелконов-Езеков йорто
Карапет Черновтың табыш йорто (һулда) һәм Мелконов-Езеков йорто (уңдан)
Карапет Черновтың табыш йорто (һулда) һәм Мелконов-Езеков йорто (уңдан)
Ил Россия
Город Дондағы Ростов, Оло баҡса урамы, 71/16.
Архитектура стиле модерн
Нигеҙләүсе Гавриил Мелконов-Езеков
Төҙөлгән ваҡыты ХХ быуат башы
Бөгөнгө хәле емерелгән

Мелконов-Езеков йорто — Дондағы Ростов ҡалаһында Оло Баҡса урамы менән Ворошилов проспекты сатында урынлашҡан. XIX быуат аҙағында төҙөлгән, үҙгәртеп ҡороуға дусар булған[1]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында емерелгән булған.

Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы, Оло Баҡса урамы, 71/16.

XIX быуат аҙағында Дондағы Ростовта Оло Баҡса урамы менән Оло Столыпин проспекты (хәҙерге Ворошилов проспекты) киҫешкән ерҙә табыш йорто төҙөлә. Йорттоң хужаһы Гавриил Мелконов-Езеков була, ул Нахичеванда һәм Ростовта билдәле бай сауҙагәрҙәр була. Йорт хужаһын халыҡ араһында «йөн короле» тип атап йөрөткәндәр.

Был килем йортон төҙөү ат заводы хужаһы Карапет Чернов һәм йөн эшкәртеүсе Гавриил Мелконов-Езековтың бәхәсе тураһындағы ҡала легендаһы менән бәйле. Уларҙың кеме байыраҡ икәнен асыҡлау өсөн, сауҙагәрҙәр Оло Баҡса урамы менән Оло Столыпин проспекты (хәҙерге Ворошилов проспекты) киҫешкән ерҙә бер-береһенә ҡаршы ике табыш йорто төҙөргә булалар. Бәхәстә кемдең йорто фыртыраҡ, шул еңеүсе булырға тейеш була. Башта табыш йорттары өсәр ҡатлы була, әммә XX быуат башында Ростовта төҙөлөш бумы башлана, ике сауҙагәрҙәр ҙә йорттарын биш ҡатлы итеп бейегәйтеп төҙөргә ҡарар ҡабул итә. Һөҙөмтәлә Мелконов-Езеков көмбәҙе бер нисә метрға бейегерәк булып сыға. Черновҡа көмбәҙ төҙөү мөмкин булмай, сөнки фундаменттың һәм конструкцияларҙың ныҡлыҡ запасы мөмкинлектәре файҙаланып бөтөлгән була, шунлыҡтан ул йорт ҡыйығына колонналар ҡуйҙыра. Бинаның ошо үҙенсәлектәре арҡаһында Чернов йорто «терәүле колонналы»[1] йорт исеме алған.

Ике йорт та эклектика стилендә төҙөлгән һәм һылап яһалған биҙәктәр, ҡыйыҡлы галереялар, күп колонналар, кариатидалар менән биҙәлгән. Архитектура ярышы 15 йыл самаһы дауам итә.

Мелконов-Езеков йорто XX быуат башында модерн стилендә яңыртып төҙөлә һәм үҙенең биҙәлеше буйынса Ростовта Ҡала Думаһы йортонан ҡала икенсе урында тора тип иҫәпләнә. Бинала Ростов ҡалаһының йәмәғәт клубы урынлаша. 1914 йылда, гастролдә булғанда, был бинала Константин Бальмонт сығыш яһай. Ростов клубында ул «Шиғриәт тылсым кеүек» тигән лекция уҡый. Дондағы Ростовта йәмәғәт клубы ҡала интеллигенцияһының ял итеү урыны булып тора. Уның килеүселәре гимназия уҡытыусылары, присяжный поверенныйҙар, сауҙа учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һ. б. булалар

Совет власы йылдарында Мелконов-Езеков табыш йорто бинаһында беренсе ҡатта «Колизей» кинотеатры эшләй. Кинотеатр залында 1920-се йылдар башында шағир Сергей Есенин сығыш яһай. 30-сы йылдарҙа бинаны Ростов өлкә башҡарма комитетының Ростовтың Аҙау-Ҡара диңгеҙ радиотапшырыуҙар һәм радиофикация буйынса комитеты һәм «Ударник» кинотеатры биләй. Шулай уҡ беренсе ҡатта магазиндар эшләй, өҫкө ҡаттарҙа фатирҙар була.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Мелконов-Езеков йортона авиабомбалар эләгә, бина өлөшләтә емерелә. Янғын сығыуы бинаны тулыһынса емерелеү хәленә килтерә. Һуғыштан һуң бина ҡалдыҡтарын һүтеп, уның урынына кирбестән «Ростовуголь» предприятиеһенең торлаҡ йорто төҙөлә. Яңы бина Сталин ампиры манераһында төҙөлә. 1953 йыл башынан алып 2000 йылдарға тиклем бинала «Буревестник» кинотеатры була. Хәҙерге ваҡытта был бинала Рәсәй Федерацияһы Президентының Көньяҡ Федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты эшләй.

  1. 1,0 1,1 Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 98—101. — ISBN 5-8456-0489-3.