Мелькин йорто
Мелькин йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шёлтозеро[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | cписок объектов культурного наследия в Прионежском районе[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | улица Почтовая, дом 28 |
Мелькин йорто Викимилектә |
Мелькин йорто — Онега буйындағы вепс крәҫтиән йорто, XIX быуаттың ағас архитектураһы ҡомартҡыһы. Был йорт Карелия республикаһында, Петрозаводск ҡалаһынан 80 километр алыҫлыҡта торған Шелтозеро ауылы үҙәгендә, урынлашҡан. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2]. Әлеге ваҡытта бинала Шелтозеро вепстарының этнографик музейы урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шелтозеро ауылындағы йорт хәлле булған вепстарҙың крәҫтиәне Мелькин ғаиләһе өсөн төҙөлгән. Мелькин үҙе Петрозаводск һәм Санкт-Петербург ҡалалары төҙөлөштәренә тәбиғи таш сығарыу менән шөғөлләнгән[4].
Тикшеренеүселәрҙең йортто тикшереүҙәре нигеҙендә йорт төҙөлөшөндә өс осор билдәләнә. Башта ҡоролма ер аҫтынан ҡалҡып күтәрелеп торған келәт өҫтөнә һалынған бер ҡатлы йорт итеп төҙөлгән була, уның ике бәләкәй өйө һәм улар араһында ҙур соланы була. XIX быуат башында уларға терәтеп төкәтмә ихата-һарай төҙөлгән. XIX быуат уртаһында келәтте торлаҡ бүлмәләре итеп яраҡлаштыралар, уға тәҙрә уйымдары тишәләр һәм тәҙрәгә матур итеп биҙәлгән ҡашағалар ҡуялар. XIX—XX быуат сиктәрендә бер ҡаҙауһыҙ таҡта менән ябылған ҡыйығы һүтеп алынған һәм ул дранка япма менән алмаштырыла, ишектәре алдында тамбур ойошторолған, ә төп ишек өҫтөндәге галерея-балкон быялалы веранда итеп үҙгәртелгән[5].
ХХ быуаттың 40-сы йылдарында йорттоң хужалыҡ өлөшө юҡҡа сыға, бер аҙ һуңыраҡ — баштағы «урыҫ» мейесе һәм филенкалы шкаф бүлкәттәре лә юҡҡа сыҡҡан. 1970-се йылдар аҙағында бинаға реставрация үткәрелә: уға XIX быуаттың икенсе яртыһындағы ҡиәфәтен ҡайтаралар, хужалыҡ ҡоролмаларын тергеҙеләр[5].
Мелькин йортонда 1991 йылда Рюрик Лонин исемендәге Шелтозеро вепстар этнография музейы урынлаштырыла, унда урындағы вепс халҡының традициялары һәм кәсептәре тураһында уникаль коллекциялар йыйылған, улар бындағы халыҡтың хужалығын һәм көнкүрешен, ышаныуҙарҙын, халыҡ байрамдарын күрһәтеп тора. 2012 йылдың октябренән алып 2014 йылдың октябренә тиклем Мелькин йорто реставрациялана, крәҫтиән йортоноң интерьеры тергеҙелә, яңы даими экспозициялар ойошторола.
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мелькин йорто юнылмаған түңәрәк ҡарағай бүрәнәләрҙән ҡырҡып эшләнгән, тыштан таҡта менән көпләнмәгән. Ул Т рәүешле комплекстан ғибәрәт. Йорттоң торлаҡ һәм хужалыҡ ҡоролмалары бер-береһе меннә тоташтырылған, һәр береһе үҙаллы ике япмалы ҡыйыҡлы. Торлаҡ һәм хужалыҡ өлөшө тамбур менән ҡушылып тора, тамбурға солан яғынан инеп йөрөгәндәр. Торлаҡ өлөшөнөң фасадтары декоратив элементтар менән тулыландырылған, тәҙрәләрҙең ҡашағалары, матур итеп барокко стилендә осланып торған, семәрләп-һырлап эшләнгән таҡталарҙан тора. Ҡашағаларҙың үҙәк өлөшөндә мәжүсилекте кәүҙәләндергән «Һаҡлаусы әсә» (берегиня) һыны тора.
Йорттоң торлаҡ өлөшө ике ҡатлы. Һәр бер ҡатында икешәр өй, улар бер-береһе менән солан һәм ҡаттар араһындағы баҫҡыстар ярҙамында тоташып тора. Соландың фасадҡа ҡарап торған яғында бәләкәй генә яҡты бүлмә урынлашҡан, ул тышҡы яҡҡа балкон менән сығып тамамлана. Йорттоң ҡабырғалары фронтондар кимәлендәге бәләкәй декоратив балкондар менән биҙәлгән.
Хужалыҡ корпустары ла шулай уҡ ике ҡатлы. Уның түбәнге ҡатында ихата һәм мал һарайы торған, уларының ишектәре айырым һәм йорттан икенсе яҡҡа үҙаллы сығып тора. Икенсе ҡатында бесән бүртлеге. Уларға пандус формаһында ике күтәрмә урынлаштырылған, ишектәре бик киң итеп яһалған, ике яҡҡа асылмалы.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Об утверждении сводного списка памятников истории и культуры Карельской АССР, подлежащих государственной охране и мерах по их сохранению (урыҫ) — 1971.
- ↑ Постановление Совета Министров Карельской АССР от 21.04.1971 № 199 «Об утверждении сводного списка памятников истории и культуры Карельской АССР, подлежащих государственной охране и мерах по их сохранению» .
- ↑ Шелтозерский вепсский этнографический музей им. Р.П.Лонина . 2011 йыл 11 сентябрь архивланған.
- ↑ Дом Мелькина в селе Шелтозеро .
- ↑ 5,0 5,1 Паспорт объекта культурного наследия