Мельников Анатолий Иванович (директор АО БИД)
Мельников Анатолий Иванович (директор АО БИД) | |
Тыуған көнө | 16 сентябрь 1954 (70 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Покровка, Черкассы ауыл Советы (Өфө районы), Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Мельников Анатолий Иванович (16 сентябрь 1954 йыл ) — нефтсе, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы..
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Иванович Мельников 1954 йылдың 16 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Покровка ауылында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1977 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын эшсе булып башлай. Өфө нефть институтын тамамлағас, Әлмәт нефть идаралығында өлкән инженер, прораб, бүлек начальнигы булып эшләй. Артабан 1982—1989 йылдарҙа «Башэлектроремонт» заводында баш метролог, баш инженер урынбаҫары, КИП хеҙмәте начальнигы, Октябрьский түбән вольтлы аппаратура заводында «Рельеф» кооперативы рәйесе булып эшләй.
1989 йылда Өфө нефть институтында әйҙәүсе инженер, «Восток» банкы идараһы рәйесе урынбаҫары, «Башресурс» акционерҙар йәмғиәтендә баш белгес. 1994 йылдан «БИД» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.[1]
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104