Эстәлеккә күсергә

Мехерзия Лабиди Майза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мехерзия Лабиди Майза
ғәр. محرزيَّة العُبيدي
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Тунис
Тыуған көнө 17 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]
Тыуған урыны Mziraa[d], Набуль[d], Тунис
Вафат булған көнө 22 ғинуар 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2][1] (57 йәш)
Вафат булған урыны XIX округ Парижа[d], Париж, Франция[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт[3]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, тәржемәсе, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө английская литература[d]
Биләгән вазифаһы член Национальной ассамблеи Туниса[d] һәм Депутат Собрания Народных Представителей[d][4]
Уҡыу йорто Университет Париж III Новая Сорбонна[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия возрождения[d]
 Мехерзия Лабиди Майза Викимилектә

Мехерзия Лабиди Майза (ғәр. محرزية العبيدي معيزة‎; 17 декабрь 1963, Хаммамет, Тунис — 22 ғинуар 2021, Париж, Франция)[5] — Тунис сәйәсмәне, тәржемәсе, 2011 йылда саҡырылған Тунис Ойоштороу йыйылышының беренсе вице-спикеры [6]. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында пунктты Ғәрәп яҙынан һуң ҡабул ителгән Тунис конституцияһына индереүгә булышлыҡ итеүен мөһим ҡаҙаныш тип иҫәпләй[7].

Тәүге йылдары һәм белем алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мехерзия Лабиди 1963 йылдың 17 декабрендә[8] Эль-Мезирҙа, Тунистың төньяҡ-көнсығышында Хаммамет (Набуль провинцияһы) ҡалаһында тыуған. Һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкән, атаһы уларға никах тураһында уйларҙан алда мәктәпте тамамларға тейешһегеҙ тип әйткән. 1982 йылда ул Громбалия ҡалаһында урта мәктәпте тамамлаған, һуңынан көньяҡҡа күсенгән, Сүс ҡалаһында Юғары нормаль мәктәптә уҡыған[9].

Лабиди Майза 1986 йылда кейәүгә сыға һәм телекоммуникациялар буйынса инженер булып эшләгән ире менән Францияға китә, унда Яңы Сорбоннала Париж III Университетында телдән һәм яҙма тәржемәселәрҙең Юғары мәктәбендә уҡый[10]. 1992 йылда иҡтисад һәм тәржемә буйынса магистр дәрәжәһен ала һәм шулай уҡ инглиз әҙәбиәте һәм театр белеме буйынса аспирантура тамамлай[11]. Һуңынан Лабиди Майза Сен-Дениҙа гуманитар фәндәрҙең Европа институтында тәржемәселек эше буйынса уҡыта.

2004 йылда Лабиди Майза Лоран Кляйн менән авторҙашта «Авраам, проснись, они сходят с ума!» (франц. Abraham, réveille-toi, ils sont devenus fous!) китабының авторы була[12][13]. Мультимәҙәни йәмғиәттәрҙә мәғариф, ҡатын-ҡыҙҙар, йәмғиәт, дин тураһында лекциялар уҡый. 2006 йылдан ул дини ҡатын-ҡыҙҙарҙың глобаль селтәре рәйесе була.[11]


2009 йылда Лабиди Майз дини лидерҙарҙың Европа советы ағзаһы була. Ул Францияла дебаттар ваҡытында никаб кейеү буйынса уртаса позицияны хуплагандан һуң, халыҡ-ара танылыу ала[10]. 2015 йылда Лабиди Майза Нью-Йоркта урынлашҡан һәм БМО-ла танылыу алған «Религии за мир» ойошмаһының почетлы президенты була[11].

2011 йылдың 23 октябрендә[14] Лабиди Майза сит илдәрҙә йәшәүсе Тунис халҡынан Яңы Партияның вәкиле булараҡ Тунис Ойоштороу йыйылышына һайлана. Уның билдәләүенсә, ул һәр икенсе кандидаттың ҡатын-ҡыҙ булыуын талап иткән положение арҡаһында урын яулай[7]. 22 ноябрҙә 214 тауыштан 142 тауыш йыйып, Лабиди Майза йыйылыштың вице-спикеры була[15]. 2012 йылда Лабиди Майза «Яҡын Көнсығышта иң юғары вазифалы ҡатын-ҡыҙ» тип атала[6].

Лабиди Майза дебаттар ойоштора, уның барышында Тунистың яңы конституцияһы положениелары тураһында фекер алышыу була. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары был документтың 45-се статьяһына индерелеүе менән ғорурлана. Лабиди Майза 2014 йылда «донъяны матурлаусы» һигеҙ ҡатын-ҡыҙ араһында «The Post Huffington» тип атала. Ғәрәп яҙынан һуң ҡабул ителгән Тунис конституцияһы уның үҙе яҡлыларға оҡшамаған положениеларҙан да тора, быға ул яуап итеп былай тей: «Был бала табыу кеүек үк ауыр: һыҙланыулы, әммә һөҙөмтәлә, бала донъяға тыуғас, барыһы ла бәхет кисерә»[7].

Лабиди Майза ике гражданлыҡҡа эйә — Францияла һәм Туниста, бының өсөн тәнҡиткә дусар була[10][9][16]. Уның ире, ике ҡыҙы һәм бер улы була[15].

Лабиди Майза 2014 йылдың октябрендә Туниста парламент һайлауҙарында Халыҡ вәкилдәре ассамблеяһына һайлана, был юлы Набель ҡалаһынан икенсе кимәлдәге округтан[14]. 2015 йылда ул Тунис хөкүмәте ағзаһы була, ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә, балалар һәм оло йәштәге кеше эштәре буйынса комитетты етәкләй[11].

Лабиди Майза 2020 йыл аҙағында COVID-19 йоҡторған һәм ноябрь уртаһында дауаланыу өсөн Францияға килгән тигән хәбәр була. Уның хәле декабрь баштарында насарая, һәм ул 2021 йылдың 22 ғинуарында иртәнсәк вафат була[17]. Ҡатын-ҡыҙҙар эше буйынса Тунис министры Сихем Бади уның COVID-19 менән яфа сикмәүен хәбәр итә[18]. Лабиди Майзаның кәүҙәһе 23 ғинуарҙа Тунисҡа ҡайтарыла, һәм ул 24 ғинуарҙа Набулдә  Громбалия зыяратында ерләнә[19].

  1. 1,0 1,1 1,2 https://deces.matchid.io/id/JDdRBpYkrI27
  2. محرزية العبيدي في ذمة الله — 2021.
  3. وفاة النائب محرزية العبيدي
  4. https://majles.marsad.tn/2014/elus/Meherzia_Laabidi
  5. Déclaration sur l'honneur de la situation patrimoniale de la vice-présidente de l'ANC Meherzia Labidi.Marsad(11 июня 2013).Архивировано 6 сентября 2013.
  6. 6,0 6,1 Mehdi Hasan talks to Tunisian politician Mehrezia Labidi on gender, democracy, and the Arab Spring, Mehdi Hasan, 18 апреля 2012, New Statesman
  7. 7,0 7,1 7,2 8 Women Who Already Made The World A Better Place In 2014, Charlotte Alfred, Huffington Post
  8. Mehrezia Labidi-Maiza: The First Vice-President of the Assembly Архивная копия от 11 декабрь 2017 на Wayback Machine, Tunisia Live
  9. 9,0 9,1 Mahjouba, Abbes Ben Mehrézia Labidi-Maïza : une islamiste libérale ? (фр.). Webdo.tn (26 ноябрь 2011).
  10. 10,0 10,1 10,2 Isabelle Hanne, " Diaspora tunisienne. Un face à femmes ", Libération, 20 января 2012 Ҡалып:In lang
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Meherzia Labidi Maïza 4 июля 2017., The 9th Al Jazeera Forum
  12. Mehrezia Labidi-Maiza: The First Vice-President of the Assembly Архивная копия от 11 декабрь 2017 на Wayback Machine, Tunisia Live
  13. Labidi-Maïza, Mehrézia. Abraham, réveille-toi, ils sont devenus fous! : [фр.] / Mehrézia Labidi-Maïza, Laurent Klein. — Paris : Éditions de l'Atelier, 2004. — ISBN 978-2-7082-3769-8.
  14. 14,0 14,1 Déclaration sur l'honneur de la situation patrimoniale de la vice-présidente de l'ANC Meherzia Labidi. Marsad (11 июнь 2013). 2013 йыл 6 сентябрь архивланған.
  15. 15,0 15,1 Mehrezia Labidi-Maiza: The First Vice-President of the Assembly 2017 йыл 11 декабрь архивланған., Tunisia Live
  16. Mehrezia Laâbidi : « Je suis originaire de Tunisie mais maintenant je suis une citoyenne française » (фр.). Business News (23 ноябрь 2011).
  17. Meherzia Laâbidi décédée après une longue lutte contre le Covid-19  (фр.), Univers News (22 января 2021). 26 марта 2021 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  18.  كانت بجانبها..سهام بادي تتحدّث عن الساعات الأخيرة لمحرزية العبيدي(фр.). tuniscope.com (7 mai 9916). Дата обращения: 25 марта 2021
  19. Tunisie : Meherzia Laabidi sera inhumée à Grombalia  (фр.), Directinfo. 25 март 2021 тикшерелгән.