Мидзяева Галина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мидзяева Галина Ивановна
Тыуған ваҡыты:

8 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны:

Һарытау ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19642013

Театр:

Башҡортостан Республика дәүләт рус драма театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1986

Мидзяева Галина Ивановна (8 октябрь 1941 йыл) — театр актёры, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галина Ивановна Мидзяева 1941 йылдың 8 октябрендә Һарытау ҡалаһында тыуған.

Мәктәптән һуң электр лампаһы заводында контролер булып, һуңынан статистика идаралығында, поликлиникала эшләй. Заводта эшләгәндә халыҡ театрында шөғөлләнә. Ул 1964 йылда И. А. Слонов исемендәге Һарытау театр училищеһын (педагогы — Бржевский С.И) тамамлай.

Училищены тамамлағас, 1964—1965 йылдарҙа А. Н. Толстой исемендәге Сызрань драма театрында эшләй. Ире Анатолий Хаустов ҡатнашлығындағы диплом спектаклен ҡарағандан һуң, Өфө режиссеры Анатолий Хаустовты үҙенең театрына саҡыра. Галина Ивановна уның менән бергә килә.

Галина Ивановна 1965 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театрында эшләй.

70-се йылдарҙан Өфө сәнғәт училищеһында, 1992 йылдан башлап — Өфө сәнғәт институтында уҡыта.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оль-Оль («Дни нашей жизни», Л.Андреев)
  • Оксана («Эскадра һәләкәте», А.Корнейчук)
  • батшабикә Ирина («Батша Федор Иоаннович», А. К. Толстой)
  • Катюша Маслова («Яңынан терелеү», Л. Н. Толстой)
  • Устинья («Свои люди — сочтемся»),
  • Барабошева («Дөрөҫлөк — яҡшы, ә бәхет яҡшыраҡ»)
  • Глафира («Бүреләр һәм һарыҡтар», бөтәһе лә — А. Н. Островскийҙыҡы)
  • Маша («Эшелон», М. Рощин)
  • Йәмилә («Ҡыҙ урлау», М. Кәрим)
  • Серафима Ильинична («Самоубийца», Н.Эрдман)
  • Дорина («Тартюф», Ж.-Б.Мольер)
  • Раневская («Вишневый сад», А. П. Чехов).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1995)
  • Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы лауреаты, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн (Памелла, «Ҡәҙерле Памелла» спектакле)
  • «Годы странствий» спектаклендә Анастасия Владимировна ролен башҡарған өсөн республика Мәҙәниәт министрлығының һәм Театр эшмәкәрҙәре союзының «Алтын Ай» театр премияһы лауреаты
  • 2006 һәм 2007 йылдарҙа «Пресса» республика рейтингының ике тапҡыр лауреаты

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]