Эстәлеккә күсергә

Мимоза Кусари Лила

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мимоза Кусари Лила
Тыуған көнө

16 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (49 йәш)

Тыуған урыны

Джяковица, Югославия
(хәҙер: Косово Республикаһы)

Гражданлығы

Косово Республикаһы Косово Республикаһы

Тормош иптәше

Arben Lila

Балалары

икәү

 Мимоза Кусари Лила Викимилектә

Мимоза Кусари-Лила (алб. Mimoza Kusari-Lila; 16 октябрь 1975 йыл) — косово-албан дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Яңы Косово Алъянсы ағзаһы (AKR).

1975 йылдың 16 октябрендә Косовоның көньяҡ-көнбайышындағы Джяковица ҡалаһында тғаиләһындә тыуған: атаһы табип-пульмонолог булған, әсәһе — мәктәптә албан теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бер ни тиклем ваҡыт уларҙың ғаиләһе Косоволағы Печ ҡалаһында йәшәй, һуңынан 1980 йылдар уртаһында яңынан Джяковицаға ҡайталар.

«Хадждар Даши» гимназияһын тамамлағас, Приштина университетының (1999 йылда уның эшмәкәрлеге туҡтатыла) иҡтисад факультетына уҡырға инә, унда «Менеджмент һәм мәғлүмәт системаһы» һөнәрен үҙләштерә, шул уҡ ваҡытта уҡыуына түләү өсөн эшләп тә йөрөй.

1998—1999 йылдарҙа Косовола конфликттар башланған ваҡытта, ул «Сикһеҙ табиптар» ойошмаһында һәм ОБСЕ-ла эшләгән була[1]. Шулай уҡ, АҠШ-тың МВА-һында уҡыуын дауам итеү өсөн, АҠШ Дәүләт департаментынан абруйлы Браун Рон Стипендияһы алып, Македонияла ҡасаҡтары лагерында эшләй. АҠШ-та булған сағында, Мимоза Лила Кусари Иҡтисад институтында, Колорадо университетында һәм Питтсбургтағы (Пенсильвания штаты) Дюкейн университетында уҡыуын дауам итә һәм электрон бизнес өлкәһендә магистр дәрәжәһен ала.

Америкала ул лидерлыҡ һәләттәрен күрһәтеп, студенттар берләшмәләрен ойоштора һәм уларҙың эшендә әүҙем ҡатнаша. Дюкейн университетының (ингл. Association of Business Women of Duquesne University) Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһына нигеҙ һала, уның беренсе президенты була һәм Вашингтондың барлыҡҡа килеүенең Халыҡ-ара аҙналығы байрамында дәүләт сәркәтибе Мадлен Олбрайт саҡырыуы буйынса килеп, Көнсығыш Европа илдәренән Браун Рон Стипендияһын алыусы өс стипендиат иҫәбенә инеүгә өлгәшә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, ул Питтсбург ҡалаһында Corporation Bayer корпорацияһының һатыу бүлеге стажеры сифатында эшләй

2001 йылда Косово ҡайтҡас, Мимоза Кусари Лила Бөтә донъя банкыһынан Косово эшҡыуарҙарына ярҙам итеүсе USAID проектында эшләй. Уның лидерлыҡ сифаттары һәм идара итеү тәжрибәһе Косоволағы Америка Университетын — хәҙерге ваҡытта алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһен булдырыуға мөмкинлек бирә. 2003 йылда, уға матбуғат сәркәтибе һәм Косовоның ул ваҡыттағы премьер-министры Байрам Роджелдең сәйәси кәңәшсеһе вазифаһын тәҡдим иткәс, ул дәүләт хеҙмәтенә күсә һәм был урынды биләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ була. 2004 йыл аҙағында Лила Арбенға кейәүгә сығыу һәм һуңынан улы тыуыу айҡанлы сәйәсәттән ваҡытлыса ситләшеп тора. Кейәүгә сыҡҡас, ул үҙ фамилияһына иренекен дә өҫтәй һәм ҡуш фамилияны артабанғы эшмәкәрлегендә лә файҙалана

Ул Энергетика һәм күмер сәнәғәте министрлығында Энергетика департаменты директоры вазифаһында үҙ эшмәкәрлеген яңырта, һуңыраҡ — 2006—2009 йылдарҙа Косоволағы Америка сауҙа палатаһында башҡарма директор сифатында эшләй. 2009 йылда Вашингтондағы Джордтаун университетының дүрт айлыҡ Фулбрайт тикшеренеү программаһында ҡатнаша. Ошо уҡ йылда ул АКР партияһынан Джяковица ҡала мэры вазифаһына үҙ кандидатураһын тәҡдим итә, әммә һайлауҙа еңеүгә өлгәшә алмай. 2011 йылдың февралендә Косовоның премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм сауҙа министры итеп тәғәйенләнә, был вазифаларҙа 2013 йылдың 2 октябренә тиклем эшләй, һуңынан Джяковица ҡалаһының мэры вазифаһына һайлау кампанияһында икенсе тапҡыр ҡатнашыу өсөн, хөкүмәт эшенән тулыһынса китә. Был юлы, һайлауҙың икенсе турында еңеп сығып, Мимоза Кусари Лила Косово тарихында беренсе мэр-ҡатын-ҡыҙ була, 2013 йылдың ноябренән алып был вазифаны башҡара[2].

Кейәүҙә, ике балаһы бар.

  1. Week of Women — Biography 2013 йыл 14 декабрь архивланған.  (инг.)
  2. Official results — Second round 2013 йыл 16 декабрь архивланған.  (инг.)(инг.)