Эстәлеккә күсергә

Минималь өҫлөк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ. Минималь өҫлөк — барлыҡ нөктәләрендә лә уртаса кәкрелеге нольға тигеҙ булған өҫлөк.

Минималь өҫлөктәр түбәндәге вариацон мәсьәләне сискәндә килеп сыға: арауыҡта бирелгән йомоҡ кәкре аша үткәрелгән барлыҡ өҫлөктәр араһында был кәкре менән сикләнгән иң кескенә майҙанлы өҫлөктө табырға кәрәк. Кәкренең яҫы осрағында эҙләнгән өҙлөк был кәкре аша үткәрелгән яҫылыҡтың киҫәге була. Кәкре яҫы булмағанда минималь өҙлөк булһын өсөн, өҙлөктөң кәкре менән сикләнгән өлөшөнөң һәр нөктәһендә кәкрелек нольға тигеҙ булырға тейеш. Был шарт етерлек булмаһа, уны ҡәнәғәтләндереүсе өҫлөктәктәрҙе минималь өҫлөк тип йөрөтәләр.