Эстәлеккә күсергә

Митчелл Питер Деннис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Питер Деннис Митчелл
ингл. Peter Dennis Mitchell
Файл:Peter Dennis Mitchell.jpg
Тыуған көнө

29 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат көнө

10 апрель 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2][3][…] (71 йәш)

Ғилми даирәһе

биохимия

Ниндәй өлкәлә танылған

ATФ синтезының хемиосмотик теорияһы авторы

Автограф

Денис Питер Ми́тчелл (ингл. Peter Dennis Mitchell; 29 сентябрь 1920(19200929) Митчем, Суррей — 10 апрель 1992, Бодмин, Корнуолл) — инглиз биохимигы, Химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1978), АТФ синтезының хемоосмотик механизмын асҡан, Q-цикл атамаһы менән билдәле протондар транспорты механизмы идеяһы авторы[4][5].

Лондон король йәмғиәте ағзаһы(1974), АҠШ Милли фәндәр академияһының (1977), Франция фәндәр академияһының (1989) сит ил ағзаһы.

Питер Митчелл 1920 йылдың 29 сентябрендә Митчемда, Суррейҙа тыуған[6]. Атаһы — Кристофер Гиббс Митчелл, дәүләт хеҙмәткәре, әсәһе — Кейт Беатрис Дороти (ҡыҙ фамилияһы — Таплин). Питер Митчелл Король колледжында (Тонтон) һәм биохимия өлкәһендәге һөнәр буйынса тәбиғи фәндәр йүнәлешендә Ғайса (Иисус) колледжында (Кембридж университеты) белем ала.

1942 йылда Кембридж университетының биохимия кафедраһында тикшеренеү эше башлай. 1951 йыл башында пеницилиндың тәьҫире механизмын өйрәнгәне өсөн философия фәндәре докторы дәрәжәһен ала. 1955 йылда уны профессор Майкл Свонн Эдинбург университетының зоология кафедраһында биохимик тикшеренеү подразделениеһы булдырыу өсөн саҡыра, бында ул 1961 йылда өлкән лектор итеп тәғәйенләнә. Митчелл 1963 йылда һаулыҡ торошо буйынса отставкаға китергә мәжбүр була.

Фәнни тикшеренеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары айырым күҙәнәк эсе ориентирҙары арауығында биохимик реакцияларҙың йүнәлешле булыуын өйрәнеүгә бәйле. Биоэнергетика нигеҙендә ятҡан окисландырып фосфорлаштырыуҙың хемиосмотик теорияһы авторы.

1978 йылда химия буйынса Нобель премияһына лайыҡ була:

Хемиосмотик теория төҙөү һөҙөмтәһендә биологик энергияны күсереү процесын аңлауға индергән өлөшө өсөн

The Nobel Prize in Chemistry 1978 (ингл.). Нобелевский фонд. Дата обращения: 28 август 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года.

  1. 1,0 1,1 Peter Dennis Mitchell // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Peter D. Mitchell // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Peter Dennis Mitchell // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. The Oxford Dictionary of National Biography (билдәһеҙ). — 2004. — DOI:10.1093/ref:odnb/51236
  5. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 12 июнь 2016.
  6. NNDB. Peter Mitchell Bio at NNDB. Дата обращения: 23 март 2007. Архивировано 4 июнь 2016 года.

Ҡалып:Biologist-stub

Ҡалып:Нобелевская премия по химии 1976—2000