Мишустин Михаил Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

 Ҡалып:ФИО

Михаил Владимирович Мишустин
рус. Михаил Владимирович Мишустин
Михаил Владимирович Мишустин
Флаг
Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры
Флаг
 16 января 2020
Президент: Владимир Путин
Алдан килеүсе: Дмитрий Медведев
с 30 апреля по 19 мая 2020 обязанности исполнял Андрей Белоусов
Флаг
Министрҙар Советы рәйесе — Союз дәүләтенең Юғары дәүләт советы ағзаһы

[1]

Флаг
 16 ғинуар 2020
Алдан килеүсе: Дмитрий Медведев
Флаг
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте
етәксеһе
Флаг
6 апрель 2010 — 16 ғинуар 2020
Хөкүмәт башлығы: Владимир Путин
Дмитрий Медведев
Президент: Дмитрий Медведев
Владимир Путин
Алдан килеүсе: Михаил Мокрецов
Дауамсы: Даниил Егоров
 
Тыуған: 3 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (55 йәш)
Лобня, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Атаһы: Владимир Моисеевич Мишустин
Әсәһе: Луиза Михайловна Мишустина
Ҡатыны: Владлена Юрьевна Мишустина
Балалары: улдары: Алексей, Александр, Михаил
Партия: партияһыҙ
Белеме: Мәскәү станоктар институты
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре докторы (2010)
Профессияһы: инженер, экономист
 
Сайт: government.ru
 
Наградалары:
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
Ҡалып:Орден Серафима Саровского 3 степени

Михаил Владимирович Мишустин ( 3 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (55 йәш), Лобня[d], Мәскәү өлкәһе) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмәне, иҡтисадсы. 2020 йылдың 16 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры[2][3][4]. 2020 йылдың 21 декабренән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы.

Махсус иҡтисади зоналар менән идара итеү федераль агентлығы етәксеһе (2006-2008). 2010 йылдың 6 апреленән 2020 йылдың 16 ғинуарына тиклем Рәсәй Федерацияһының Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе[5].

Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы тулы дәүләт кәңәшсеһе, иҡтисад фәндәре докторы (2010).[6].

Бала сағы, белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мишустин Михаил Владимирович 1966 йылдың 3 мартында Лобняла тыуған[7][8][9][10].

Михаил атаһы, Владимир Моисеевич, шереметьево аэропортында хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләгән.[11] Һуңыраҡ ЗАО «Аэромаш — авиация хәүефһеҙлеге»[12] хәҙерге АО «Шереметьево Безопасность» предприятиеһында ВЛКСМ комитеты секретары булған[13], әсәһе — аэропортта медицина хеҙмәтендә эшләгән, осоштарға рөхсәт өсөн яуаплы булған[14][15]. Михаил Лобня ҡалаһында 7-се урта мәктәпте «бик яҡшы» билдәләренә тамамлай[16].

1983 йылда Мәскәү станоктар институтының («Станкин») киске бүлегенә уҡырға инә һәм тиҙҙән уҡыуҙағы уңыштары арҡаһында көндөҙгө бүлеккә белем алыуға күсә.[17] Ул ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырылмай («Станкин» юғары уҡыу йорто студенттарға «броня» бирә)

1989 йылда система инженеры квалификацияһын алып, «Компьютер-ярҙамсы проектлау системалары» (CAD) һөнәре буйынса уҡыуын тамамлай.[6].

1992 йылда ошо уҡ институтта аспирантура тамамлай.[6].

Эшҡыуарлыҡ карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1998 йылға тиклем һәм 2008-2010 йылдарҙа эшҡыуарлыҡ Мишустин эшмәкәрлегенең төп темаһы була. Ҡалған ваҡытта Мишустин дәүләт хеҙмәтендә була.

Аспирантураны тамамлағас, һынау лабораторияһы директоры булып эшләй башлай, ә һуңғараҡ коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһы булған Халыҡ-ара компьютер клубы идараһын етәкләй.[18].

Халыҡ-ара компьютер клубы «Рәсәй һәм сит ил компьютер технологияларын интеграциялауға, киреһенсә, көнбайыш алдынғы мәғлүмәт технологияларын йәлеп итеүгә» йүнәлтелгән була.[18].Клуб үҙ сафтарына эре сит ил компанияларын йәлеп итә һәм Рәсәйҙә иң ҙур компьютер күргәҙмәләренең береһе булған Халыҡ-ара компьютер форумын ойоштороусы була.

2008 йылдың мартында, Махсус иҡтисади зоналар менән идара итеү буйынса Федераль агентлыҡтың (РосОЭЗ) етәксеһе вазифаһын ҡалдырғандан һуң, Мишустин ике йыл дауамында UFG Capital Management төркөмөндә UFG Capital Partners компанияһы президенты һәм UFG Asset Management төркөмөнөң идара итеүсе партнеры булып эшләй.[19] (UFG Invest Group 1994 йылда Рәсәйҙең элекке финанс министры Борис Федоров һәм банкир Чарльз Райан тарафынан ойошторола, ул Санкт-Петербург хөкүмәтенә 1990-сы йылдарҙа хосусилаштырыу буйынса кәңәштәр бирә һәм Германияның Deutsche Bank банкына буйһона). Төркөмдә Мишустин UFG-ның халыҡ-ара ҡатнашыуын киңәйтеү, венчурлы һәм технология инвестицияларын үҫтереү, шулай уҡ инфраструктура һәм ауыл хужалығы проекттарын күҙәтә.[20].

Дәүләт хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һалым һәм йыйымдар буйынса министр урынбаҫары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1998 йылда дәүләт хеҙмәтенә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт һалым хеҙмәте начальнигы Борис Федоровтың һалым түләүҙәрен контролдә тотоу һәм иҫәп-хисап мәғлүмәт системалары ассистенты булып инә.

Һуңынан Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм пошлиналар буйынса министры урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы составында күсемһеҙ милек буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе (Роснедвижимость) булып эшләй. Һалым идаралығының киләһе өс башлығы ҡарамағында министр урынбаҫары вазифаһын һаҡлап ҡала. Был вазифала WPC мәғлүмәт технологиялары комплексын эшләү менән шөғөлләнә. Мишустин исеме электрон цифрлы ҡултамға һәм һалым түләүселәрҙең идентификация номерын (ТИН), «бер тәҙрә» принцибы буйынса эште ойоштороу һәм башҡа технологик яңылыҡтар индереү кеүек башланғыстар менән бәйле. .Мишустин үҙенең интервьюһында был осорҙа «электрон мәғлүмәттәр менән алмашыу, объекттарҙы урында тикшереү өсөн һайлап алыуҙың автоматлаштырылған системаһы методикаһы, телефония һәм Интернет ярҙамында консалтинг хеҙмәттәре күрһәтеү системаһы булдырылған» тип белдерә. Киң мәғлүмәт һәм телекоммуникация инфраструктураһы барлыҡҡа килде».[21].

Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдың февралендә Рәсәй Президентының кадрҙар резервына инә.[22] 2010 йылдың апрелендә Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. [6]

Яңы вазифала «бысраҡ мәғлүмәттәргә» ҡаршы һуғыш иғлан итә.[23][24] һәм НДС-ты нигеҙһеҙ ҡайтарыу менән бәйле проблемаларҙы бөтөрөү менән шөғөлләнә[25][26].

2010 йылда Мишустин Федераль һалым хеҙмәте начальнигы вазифаһына тәғәйенләнгәндән һуң эшҡыуарҙар уның, бизнестан килгән чиновник булараҡ, Федераль һалым хеҙмәтен Рәсәй эшҡыуарҙарына «дуҫырса» булырға өмөт белдерҙе.[27]. Яңы етәксе һалым органдары менән эш итеүҙе ябайлаштырыу яҡлы булды[28].Граждандарға уңайлылыҡ, ойошмаларҙың эшен ябайлаштырыу һәм коррупцияға ҡаршы көрәш өсөн Ул Федераль һалым хеҙмәтендә электрон хеҙмәттәрҙе мөмкин тиклем үҫтерергә ниәтләүен белдерҙе.[21]. Был белдереүҙе хуплап, документтар менән электрон идара итеү даирәһен киңәйтеүсе бер нисә документ баҫылып сығҙы.[29]

Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашыу, 2015 йылдың апрелендә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2020 йылдың 15 ғинуарында Дмитрий Медведев отставкаға китеү сәбәпле Рәсәй Президенты Владимир Путин М. В. Мишустинды Рәсәй Федерацияһы премьер-министры вазифаһына тәҡдим итте.[30]. Үҙенең ризалығын алғас, президент үҙ кандидатураһын Дәүләт Думаһына ҡарауға тапшыра.[31][32][33] Шул уҡ ваҡытта, Путин һүҙҙәре буйынса, тәүҙә уға дүрт кандидат тәҡдим итәләр, улар араһында Мишустин булмай. Әммә ахыр сиктә президент был вазифаға Федераль һалым хеҙмәте етәксеһен тәҡдим итергә ҡарар ит`.[34].

16 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы Мишустинды премьер-министр вазифаһына тәғәйенләүҙе хуплай, шул уҡ ваҡытта 383 депутат «риза» тип тауыш бирә, 41 депутат икеләнә, «ҡаршы» тип бер кем дә тауыш бирмәй[35]. Шул уҡ көндө Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуя.[36].

2020 йылдың 30 апрелендә Мишустин Владимир Путинға видео-шылтыратыуҙа CVID-19 менән ауырыуы тураһында белдерә. Рәсәй Федерацияһы премьер-министры вазифаһын башҡарыусы премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Белоусовты тәғәйенләй.[37][38]

2020 йылдың 19 майында Мишустин Рәсәй Федерацияһы премьер-министры вазифаһына ҡайта. Андрей Белоусов премьер вазифаһынан азат итеү тураһындағы указ Рәсәй Федерацияһы Президенты сайтында баҫылып сыға.[39][40].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почет Ордены (29 декабрь 2012) — хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн етә.[41]
  • Рәсәй федерацияһы президенты почет грамотаһы (15 ноябрь 2013) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[42]
  • Орден «за заслуги перед отечеством» Iv дәрәжә (16 июль 2015) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[43]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Совет Министров. Парламентское собрание Союза Беларуси и России.
  2. Мишустин Михаил Владимирович // Правительство Российской Федерации
  3. Биография Михаила Владимировича Мишустина // ТАСС
  4. Указ Президента Российской Федерации от 16.01.2020 г. № 17 «О Председателе Правительства Российской Федерации»
  5. Мишустин Михаил Владимирович | ФНС России | 77 город Москва. www.nalog.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 ғинуар 2020. 15 ғинуар 2020 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Руководитель Федеральной налоговой службы. Краткая биографическая справка. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 апрель 2011. 7 апрель 2011 тикшерелгән.
  7. Алексей Алексеевич Мухин, Правители России: Старая площадь и Белый дом. Элита России, Алгоритм, 2005, ISBN 5-9265-0177-6, стр. 275.
  8. Алексей Мухин, Кабинет Михаила Фрадкова, 2006: неофициальный взгляд на официальных людей, Центр политической информации, 2006, стр. 116.
  9. Федеральная и региональная элита России 2004: кто есть кто в политике и экономике, Центр политической информаци, ГНОМ и Д, 2004, стр. 453.
  10. Мишустин Михаил Владимирович. Архивная копия на Wayback Machine. — ROSEZ.RU — Российские особые экономические зоны.
  11. Кто связывает нового премьер-министра России с клубом миллиардеров
  12. Малоизвестные подробности о новом премьер-министре России и его семье
  13. «Государство — это здорово»
  14. Хоккеист, гитарист, кавээнщик: каким был в юности новый российский премьер  (рус.). sobesednik.ru. 9 март 2020 тикшерелгән.
  15. Новый премьер Мишустин - полная противоположность Медведеву. Московский комсомолец. 16 ғинуар 2020 тикшерелгән.
  16. «Ну наш Миша дает!»: Школьные учителя Мишустина в шоке от того, куда забрался их ученик 16 января 2020 г.
  17. Новый премьер Мишустин - полная противоположность Медведеву. 16 ғинуар 2020 тикшерелгән.
  18. 18,0 18,1 История Международного компьютерного клуба. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 июль 2013. 19 октябрь 2018 тикшерелгән.
  19. Михаил Владимирович Мишустин, Президент UFG Capital Partners и Управляющий партнёр группы компаний UFG Asset Management, покидает компанию — его кандидатура представлена к назначению на пост руководителя ФНС РФ. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 ғинуар 2018. 15 август 2012 тикшерелгән.
  20. Партнер UFG рассказала о доходах семьи Мишустина. Письмо компании. 5 май 2020 тикшерелгән.
  21. 21,0 21,1 «Мы — сервисная компания», — Михаил Мишустин, руководитель Федеральной налоговой службы РФ. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 август 2012. 15 август 2012 тикшерелгән.
  22. Поздравляем Михаила Мишустина с назначением на пост руководителя Федеральной налоговой службы! Архивная копия на Wayback Machine. Кадровый резерв Президента России.
  23. Российские налоговики модернизируются. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 март 2016. 8 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  24. Контрольная работа. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 ғинуар 2020. 8 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  25. Высказывания А. Л. Кудрина информационным агентствам на заседании коллегии Федеральной налоговой службы(недоступная ссылка)
  26. НДС. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 август 2012. 15 август 2012 тикшерелгән.
  27. Дружелюбная служба. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 июнь 2010. 8 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  28. Налоговики пообщались с бизнесменами. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 август 2012. 15 август 2012 тикшерелгән.
  29. Например, приказом от 05.03.2012 № ММВ-7-6/138@ утверждены форматы счета-фактуры, журнала учёта полученных и выставленных счетов-фактур, книги покупок и книги продаж, дополнительных листов книги покупок и книги продаж в электронном виде, письмом от 06.09.2017 № СД-4-3/17731@ разрешено подписывать электронной подписью второй экземпляр счета-фактуры, выставленного покупателю на бумажном носителе, письмом от 04.04.2019 № ЕД-4-15/6183@ разрешено направлять в ФНС банковскую гарантию в электронной форме и т. д.
  30. Указ о Правительстве Российской Федерации Архивная копия на Wayback Machine, Президент России (15 января 2020)
  31. Президент внёс кандидатуру Михаила Мишустина на должность Председателя Правительства Архивная копия на Wayback Machine, Президент России (15 января 2020)
  32. Путин внес кандидатуру главы ФНС на должность премьер-министра, ТАСС (15 января 2020)
  33. Путин предложил Мишустина на пост премьер-министра Архивная копия на Wayback Machine, РБК (15 января 2020)
  34. У Путина было четыре кандидата на пост премьера, но он выбрал пятого - Мишустина. 21 февраль 2020 тикшерелгән.
  35. Госдума одобрила кандидатуру Мишустина на пост премьера
  36. Путин подписал указ о назначении Мишустина премьером
  37. Михаил Мишустин заразился коронавирусом. И.о. премьера будет Белоусов. ТАСС. 30 апрель 2020 тикшерелгән.
  38. Мишустин заразился коронавирусом и временно сложил полномочия премьера. РБК. 30 апрель 2020 тикшерелгән.
  39. О признании утратившим силу Указа об исполнении обязанностей Председателя Правительства. 19 май 2020 тикшерелгән.
  40. Михаил Мишустин вернулся к исполнению обязанностей премьер-министра РФ. 19 май 2020 тикшерелгән.
  41. Указ Президента Российской Федерации от 29 декабря 2012 года № 1705. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 ғинуар 2020. 16 ғинуар 2020 тикшерелгән.
  42. Распоряжение Президента Российской Федерации от 15 ноября 2013 года № 419-рп «О поощрении». Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 октябрь 2019. 15 ғинуар 2020 тикшерелгән.
  43. Указ Президента Российской Федерации от 16 июля 2015 года № 369 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июль 2015. 18 июль 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]