Федераль һалым хеҙмәте
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте (Рәсәй ФНС-ы) | |
---|---|
Рәсәй ФНС-ы эмблемаһы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән | 2004 йылдың 19 марты |
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт һалым хеҙмәте, Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығы, Рәсәйҙең Финанс һауыҡтырыу һәм банкротлыҡ буйынса федераль хеҙмәте | |
Бойһоноусылар | Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы |
Юғары идара | Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы |
Штаб-квартира | 127381, Мәскәү, Неглинная урамы, 23-сө йорт |
Етәксе | Мишустин Михаил Владимирович |
Мөһим документ | Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Федераль һалым хеҙмәте тураһындағы положениены раҫлау хаҡында» 30.09.2004 сыҡҡан № 506 Ҡарары [1] |
Сайт | |
nalog.ru |
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте (Рәсәй ФНС-ы) — башҡарма властың федераль органы, түбәндәгеләрҙе тормошҡа ашыра:[2]
- Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәте үтәлеүенә контроллек итеү һәм күҙәтеү функциялары;
- һалымдар һәм йыйымдарҙың дөрөҫ иҫәпләнеүенә, тулыһынса һәм ваҡытында тейешле бюджетҡа индерелеүенә контроллек итеү һәм күҙәтеү функциялары;
- башҡа мотлаҡ түләүҙәрҙең (Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған осраҡтарҙа) дөрөҫ иҫәпләнеүенә, тулыһынса һәм ваҡытында тейешле бюджетҡа индерелеүенә контроллек итеү һәм күҙәтеү функциялары;
- тәмәке продукцияһының етештерелеүенә һәм әйләнешенә контроллек итеү һәм күҙәтеү функциялары;
- контроль-касса техникаһын ҡулланыуға контроллек итеү һәм күҙәтеү функциялары[3];
- һалым органдары компетенцияһы сиктәрендә валюта контроле органы функциялары;
- юридик шәхестәрҙе, физик шәхестәрҙе индивидуаль эшҡыуар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары сифатында дәүләт теркәүе;
- сит ил юридик шәхестәренең филиалдарын, вәкиллектәрен аккредитациялау (сит ил кредит ойошмалары вәкилдәренән башҡа);
- банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙә һәм банкротлыҡ процедураларында Рәсәй Федерацияһының аҡса йөкләмәләре буйынса мотлаҡ түләүҙәр һәм талаптар буйынса вәкил булыу.
ФНС эшмәкәрлеген үҙе һәм территориаль органдары аша башҡарма властың башҡа федераль органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары, урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм дәүләт бюджеттан тыш фондтары, йәмәғәт берекмәләре һәм башҡа ойошмалар менән берлектә тормошҡа ашыра.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең башлығы 2010 йылдың 6 апреленән — Михаил Владимирович Мишустин[4], ул был вазифала Михаил Павлович Мокрецовты алмаштыра[5].
2010 йыл аҙағына Рәсәй ФНС-ындағы хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны яҡынса 170 мең тәшкил итә[6]. Әммә 2011 йылда Рәсәй ФНС-ы хеҙмәткәрҙәрен — 5 процентҡа, 2013 йылда 15 процентҡа ҡыҫҡартыуҙы планлаштыра.
«Рәсәй Федерацияһының һалым органдары хеҙмәткәре көнө» һөнәри байрамы — 21 ноябрь[7].
Федераль һалым хеҙмәтендә класс чиндары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ФНС-та класс чиндары «Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында»ғы 27.07.2004 сыҡҡан № 79-ФЗ Федераль закондың 11-се статьяһына һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының 09.06.2006 № 577 Указына ярашлы булдырыла.
Федераль һалым хеҙмәтенең дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн класс чиндарын айырыу билдәләре итеп яурынға тегеп ҡуйылмалы һәм алынмалы билдәләр булдырыла. Яурындағы билдә — яҡ-яҡтары параллель булған, өҫкө сите түңәрәкләтелгән, өҫкө өлөшөнә металл төймә тағылған тура дүртмөйөш рәүешендә. Яурындағы билдәләр аҫҡы ситенән башҡа бөтә яҡлап та ҡуйы сейә төҫөндәге ҡайма менән ситләнә. Яурындағы билдәнең үлсәмдәре: урта өлөшө буйлап оҙонлоғо — 140—160 мм (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 120—140 мм), киңлеге — 45 мм (юғары һәм баш вазифалар өсөн — 50 мм).
Рәсәй Федерацияһы һалым органдарының етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Совет Социалистик Республикалар Союзы Финанс министрлығының Баш дәүләт һалым инспекцияһы
- Гусев Владимир Васильевич (1990 йылдың 21 ноябре[8] — 1991 йылдың 20 ноябре), начальник
- Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының Дәүләт һалым хеҙмәте
- Лазарев Игорь Николаевич (1991 йылдың 21 ноябре[9] — 1991 йылдың 30 декабре), РСФСР министры рангындағы етәксе
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт һалым хеҙмәте
- Лазарев Игорь Николаевич (1991 йылдың 31 декабре[10] — 1993 йылдың 5 феврале[11]), етәксе
- Гусев Владимир Васильевич (1993 йылдың 4 марты — 1993 йылдың 22 апреле), етәксе вазифаһын башҡарыусы
- Гусев Владимир Васильевич (1993 йылдың 23 апреле[12] — 1996 йылдың 12 марты[13]), етәксе
- Артюхов Виталий Григорьевич (1996 йылдың 12 марты — 1997 йылдың 14 апреле[14]), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары рангындағы етәксе
- Починок Александр Петрович (1997 йылдың 16 апреле[15] — 1998 йылдың 29 майы[16]), Етәксе
- Фёдоров Борис Григорьевич (1998 йылдың 29 майы[17] — 1998 йылдың 17 авгусы[18]), РФ министры — етәксе
- Фёдоров Борис Григорьевич (1998 йылдың 17 авгусы — 1998 йылдың 28 сентябре[19]), РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары — етәксе
- Боос Георгий Валентинович (1998 йылдың 29 сентябре[20] — 1998 йылдың 22 декабре), етәксе
- Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығы
- Боос Георгий Валентинович (1998 йылдың 23 декабре[21] — 1999 йылдың 12 майы[22]), министр
- Боос Георгий Валентинович (1999 йылдың 12 майы — 1999 йылдың 24 майы), министр вазифаһын башҡарыусы
- Починок Александр Петрович (1999 йылдың 25 майы[23] — 2000 йылдың 7 майы[24]), министр
- Починок Александр Петрович (2000 йылдың 7 майы — 2000 йылдың 18 майы), министр вазифаһын башҡарыусы
- Букаев Геннадий Иванович (2000 йылдың 18 майы[25] — 2004 йылдың 24 феврале[26]), министр
- Сердюков Анатолий Эдуардович (2004 йылдың 16 марты[27] — 2004 йылдың 26 июле), министр вазифаһын башҡарыусы.
- Федераль һалым хеҙмәте
- Сердюков Анатолий Эдуардович (2004 йылдың 27 июле[28] — 2007 йылдың 19 феврале[29]), етәксе
- Мокрецов Михаил Павлович (2007 йылдың 21 феврале[30] — 2010 йылдың 6 апреле[31]), етәксе
- Мишустин Михаил Владимирович (2010 йылдың 6 апреленән), етәксе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының Федераль һалым полицияһы хеҙмәте
- Рәсәйҙең һалым системаһы
- Рәсәй Федерацияһының һалым органдары хеҙмәткәре көнө
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства Российской федерации от 30.09.2004 № 506 «Об утверждении Положения о Федеральной налоговой службе» . Дата обращения: 15 ноябрь 2016.
- ↑ Правительство РФ. Положение о Федеральной налоговой службе . "Собрание законодательства РФ" (4 октябрь 2004). Дата обращения: 15 ноябрь 2016.
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 12.11.2016 № 1173 . publication.pravo.gov.ru (17 ноябрь 2016). Дата обращения: 15 декабрь 2016.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 06.04.2010 г. № 507-р . government.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2016.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 06.04.2010 г. № 506-р . government.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2016.
- ↑ Лишние кадры ФНС
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11.11.2000 г. № 1868, Президент России. 15 ноябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Приказ Минфина СССР от 21.02.1990 № 12-а «О создании Государственной налоговой службы»
- ↑ Указ Президента РСФСР от 21.11.1991 № 229 «О Государственной налоговой службе РСФСР»
- ↑ Указ Президента РФ от 31.12.1991 № 340 «О Государственной налоговой службе Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Президента РФ от 05.02.1993 № 83-рп "О Лазареве И.
- ↑ Указ Президента РФ от 23.04.1993 № 473 «О руководителе Государственной налоговой службы Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 12.03.1996 № 369 «О руководителе Государственной налоговой службы Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 14.04.1997 № 350 "Об Артюхове В.
- ↑ Указ Президента РФ от 16.04.1997 № 360 «О руководителе Государственной налоговой службы Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 29.05.1998 № 605 "О Починке А.
- ↑ Указ Президента РФ от 29.05.1998 № 606 «О Министре Российской Федерации — руководителе Государственной налоговой службы Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 17.08.1998 № 981 "О Федорове Б.
- ↑ Указ Президента РФ от 28.09.1998 № 1161 "О Федорове Б.
- ↑ Постановление Правительства РФ от 29.09.1998 № 1130 «О руководителе Государственной налоговой службы Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 23.12.1998 № 1636 «О Министре Российской Федерации по налогам и сборам»
- ↑ Указ Президента РФ от 12 мая 1999 № 580 «О Председателе Правительства Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 25.05.1999 № 664 «О Министре Российской Федерации по налогам и сборам»
- ↑ Указ Президента РФ от 07.05.2000 № 836 «О продолжении деятельности Правительства Российской Федерации после вступления в должность Президента Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 18.05.2000 № 911 «О Министре Российской Федерации по налогам и сборам»
- ↑ Указ Президента РФ от 24.02.2004 № 264 «О Правительстве Российской Федерации»
- ↑ Решение Председателя Правительства РФ от 12.03.2004 № МФ-П17-2258
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 27.07.2004 № 999-р 2015 йыл 30 июнь архивланған. «О руководителе Федеральной налоговой службы»
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 19.02.2007 № 201-р 2016 йыл 4 март архивланған. "О Сердюкове А.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 21.02.2007 № 202-р 2015 йыл 1 июль архивланған. «О руководителе Федеральной налоговой службы»
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 06.04.2010 № 506-р 2015 йыл 1 июль архивланған. "О Мокрецове М.