Эстәлеккә күсергә

Букаев Геннадий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Геннадий Иванович Букаев
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар буйынса министры
Флаг
Флаг
18 май 2000 йыл — 24 февраль 2004 йыл
Алдан килеүсе: Александр Петрович Починок
Дауамсы: вазифа бөөрөлгән; Анатолий Эдуардович Сердюков, Федераль налог хеҙмәтенең етәксеһе булараҡ
Хөкүмәт башлығы: Михаил Михайлович Касьянов
Президент: Владимир Владимирович Путин
 
Тыуған: 15 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)
Ырымбур өлкәһе Абдулла районының Степное ауылы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре кандидаты
 
Автограф:
 
Наградалары:
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены

Букаев Геннадий Иванович (15 сентябрь 1947 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, партия, һалым һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1980 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитетының беренсе секретары. 2000—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министры. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Бөтә ил буйынса ИНН индереү идеяһы авторы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2007) һәм Почёт ордендары кавалеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Геннадий Иванович Букаев 1947 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур өлкәһе Абдулла районының Степное ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң 1962—1965 йылдарҙа Боғорослан нефть промыслаһы техникумында уҡый. Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген «Оренбург-нефтегазразведка» тресының Абдулла экспедицияһында быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай[1].

1966 йылда Өфө нефть институтына инә һәм был юғары уҡыу йортон «инженер-электрик» һөнәре буйынса 1971 йылда тамамлай. Артабан бер йыл дауамында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Студент төҙөлөш отрядтарының республика штабы начальнигы була.

1972 йылдан «Связьстрой-5» тресының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 510-сы механикалаштырылған күсмә колоннаһының өлкән инженеры, 1973 йылдан — ошо трестың Төмән ҡалаһындағы 507-се механикалаштырылған күсмә колоннаһының, 1974 йылдан — Стәрлетамаҡтағы 510-сы колоннаның баш инженеры.

1975—1977 йылдарҙа Өфө нефть институтының капитал төҙөлөш бүлеге начальнигы була, шунан — Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1978—1980 йылдарҙа Свердловск Юғары партия мәктәбе[2] тыңлаусыһы.


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Портал «Neftegaz.RU» Букаев Геннадий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2022)
  2. Хәҙер Урал идара итеү институты