Монасипов Мөхтәр Абдулфәйез улы
| Монасипов Мөхтәр Абдулфәйез улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 31 ғинуар 1950 (75 йәш) |
| Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры |
| Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Монасипов Мөхтәр Абдулфәйез улы (31 ғинуар 1950 йыл) — мәктәп уҡытыусыһы, директор. РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхтәр Абдулфәйез улы Монасипов 1950 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Торф сығарыу ауылының икенсе участкаһында тыуған. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Калинин һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә[1]. 1979 йылдан Аҡморон урта мәктәбендә завуч, 1982 йылдан 1-се Этҡол урта мәктәбендә — ойоштороусы, 1983 йылдан Шүлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең директоры[1], 1987—1995, 2007—2010 йылдарҙа Ярат урта мәктәбе директоры[1], (2000—2007 йылдар уҡытыусы), 1995—2000 йылдар Баймаҡ мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй[1]. 2002 йылдан Ярат ауылында «Атайсал» клубы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1986)[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймакская энциклопедия./гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 247с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5 247 бит