Монастир
Ҡала | |||
Монастир | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Виләйәт | |||
Координаталар | |||
Халҡы |
105 мең. кеше (2014) | ||
Агломерация |
549 мең. | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды | 73 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Монасти́р[1] (ғәр. المـنسـتير al-munastîr, грексәнән μοναστήριον — монастырь; тунис һөйләшендә — /lmisti:r/) — Тунистағы ҡала, Монастир виләйәтенең административ үҙәге, 549-меңлек ҡала агломерацияһының үҙәге һәм Сус — Монастир — Мәхдиә ҡалаларын берләштергән 1.5 миллионлыҡ полицентрик конурбацияның икенсе үҙәге. Балыҡсылыҡ порты, диңгеҙ порты, Тунистың беренсе президенты Хәбиб Бурғибә тыуған ҡала. Халҡы — 105 мең кеше (2014).
Ҡала Тунис үҙәк яр буйындағы ҡаялы ярымутрауҙа, Сустан 20 саҡрым көньяҡҡа һәм ил баш ҡалаһы Тунистан 165 саҡрым көнъяҡҡараҡ урынлашҡан.
Монастир боронғо «Рус Пенна» финикия ҡала-колонияһы урынында тора. Рус-Пенна беҙҙең эраға тиклем V быуатта нигеҙләнгән. Хәҙерге ҡала Руспина рим ҡалаһы емеректәрендә нигеҙенләнгән. Беҙҙең эраның V быуатында византийлылар бында сауҙа портын ҡурсалау өсөн мәғрур ҡәлғә ҡорғандар.
Монастир ҡалаһының төп тарихи ҡиммәте — Хартем рибат-ҡәлғәһе. Шулай уҡ Монастирҙа мәҙинә, Хәбиб Бурғибәнең мавзолейы, ислам мәҙәниәте музейы, Ҡуббу зыяратындағы Собор, Сиди Али әл-Мезара һәм башҡа мәсеттәре бар. Ял итеп йөрөү өсөн кораблдәре булған марина-гаване, ҡаялы морондары, променады, ҡыҙыныу ҡомлоҡтары, һыу инәләре һындары булған киң яр буйы туристарҙың яратҡан урыны.
Ҡалала балалар өсөн парк, яхт-клуб, дайвинг-үҙәк, гольф-клуб, Сканеста атта яйҙаҡ йөрөү мәктәбе бар. Шулай уҡ ресторан, бар, сувенир магазиндарының да күплеге хайран итә.
Ҡаланан алыҫ түгел урынлашҡан Монастир-Бурғибә исемендәге халыҡ-ара аэропорты Европа һәм Рәсәйҙең күп ҡалалары менән бәйләй. Ҡала илдең башҡа ҡалалары менән ҡала-ара автобустары һәм ҡыҙыл-сыбар ҡала-ара маршрут таксиҙары (луаждар) менән бәйләнгән. Ҡала һәм аэропорт аша, Сус — Монастир — Мәхдиә агломерацияһының электричкаһы — Метро Сахель (Sahel Metro) үтә. Ҡала транспорты: автобустар, зәңгәр-сыбар маршрут такси-луаждар һәм таксиҙар.
Туғандаш-ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 319. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- USMonastir.com, official web site of the local multi-sports team