Эстәлеккә күсергә

Монастырь сиркәүе (Котбус)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монастырь сиркәүе
Нигеҙләү датаһы XIV быуат
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Котбус
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле кирпичная готика[d]
Мираҫ статусы architectural heritage monument in Brandenburg[d]
Рәсми сайт klosterkirchengemeinde-cottbus.eu
Карта
 Монастырь сиркәүе Викимилектә

Монастырь сиркәүе (нем. Klosterkirche) — Котбус ҡалаһында Альштадт районының төньяҡ-көнбайышындағы сиркәү, ул шулай уҡ «венд сиркәүе» булараҡ билдәле (нем. wendische Kirche); кирбес готика бинаһы, архитектура ҡомартҡыһы, XV быуатта төҙөлгән һәм элекке франциск монастырына ҡараған.

Тасуирламаһы һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франциск монастырының монастырь сиркәүе 1300 йыл тирәһендә барлыҡҡа килә һәм Котбус ҡалаһында урынлаша. Реформациянан һуң францисканлылар монастырҙы ташлап китергә мәжбүр була, сиркәү урындағы граждандар хакимиәтенә күсә: монастырь сиркәүе венд (сорб) халҡы өсөн мәхәллә сиркәүе була. Бөгөн сиркәү - Котбус протестант общинаһының мәхәллә сиркәүе булып тора.

Сиркәү оҙонлоғо 55,22 метр тәшкил иткән тура мөйөшлө кирбес бинанан ғибәрәт, көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә квадрат киҫелешле манара- ҡыңғырау урынлашҡан. Төҙөү тарихы тураһында тикшеренеүселәрҙең XXI быуат башына аныҡ мәғлүмәттәре юҡ. Сиркәүҙең иң иҫке өлөшө яҡынса XIV быуатҡа ҡарай, нефының киңәйеүе, моғайын, XIV быуатта уҡ булған. Сиркәү ҡыйығының һаҡланып ҡалған фрагменттары ҡала янғынынан һуң булған йүнәтеү эштәре барышында 1671 йылда төҙөлгән. 1835 йылда иҫке көньяҡ портал кирбестән һалынған, ә көнбайыш яҡтан яңы инеү урыны барлыҡҡа килгән. 19071908 йылдарҙа ҡорам яңынан ҡоролған[1]: яңы галереялар ҡуйылған, ғибәҙәтханала электр яҡтыртыу, пар менән йылытыу барлыҡҡа килә. Сиркәү экстерьерын һуңғы тапҡыр реставрациялау 19911992 йылдарҙа үтә.

Ғибәҙәтхананың органын 1908 йылда Зауэр Вильгельм эшләй — был ҡалала оҫтаның берҙән-бер һаҡланып ҡалған музыка ҡоралы. Орган 2000 йылда реставрация үтә.

  • Вендский музей
  1. Annegret Gehrmann, Dirk Schumann, Marius Winzeler. Die Bettelorden in den beiden Lausitzen: Geschichte - Architektur - Kunst. — Lukas Verlag, 2017. — С. 195. — 449 с. — ISBN 9783867322164.
  • Georg Dehio: Handbuch der deutschen Kunstdenkmäler. Begründet vom Tag für Denkmalpflege 1900, Fortgeführt von Ernst Gall, Neubearbeitung besorgt durch die Dehio-Vereinigung und die Vereinigung der Landesdenkmalpfleger in der Bundesrepublik Deutschland, vertreten durch: Brandenburgisches Landesamt für Denkmalpflege und Archäologisches Landesmuseum. Brandenburg: bearbeitet von Gerhard Vinken und anderen, 2000, Deutscher Kunstverlag München Berlin, S. 184—188, ISBN 3-422-03054-9.
  • Irmgard Ackermann, Marcus Cante, Antje Mues und andere, Denkmale in Brandenburg, Stadt Cottbus, Teil 1, Wernersche Verlagsgesellschaft, worms am Rhein, 2001, ISBN 3-88462-176-9
  • Klosterkirche (нем.). cottbus.de. Stadt Cottbus. Проверено 19 января 2019.