Эстәлеккә күсергә

Мораҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мораҡ
Мораҡ
Сәскә атыусы мораҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Рауза сәскәлеләр
Ғаилә: Раузалар
Суб-ғаилә: (Rosoideae)
Ырыу: Рубус
Төр: Мораҡ
Латинса исеме
Rubus chamaemorus L.
Ареал
рәсем

Мораҡ (һаҙ еләге) (лат. Rubus chamaemorus, рус. Морошка) — рубус затына ҡараған үҫемлек. Төньяҡта «батша еләге» исеме алған[1].

Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Ирәмәл тауы массивы, Журавлиный һаҙлығы һ.б.) осрай. Башҡортостандың Урал алдында Салауат районында Лағыр һаҙлығында үҫә.

К. А. М. Линдман «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация

Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 5—30 см. Япрағы бөтөн, бөрө рәүешендә, тәрән булмаған биш айырсалы. Япраҡ ҡолаҡсыны кире йомортҡа формаһында. Сәскәһе эре, яңғыҙ, ос сәскәләре аҡ төҫтәге йәйенке тажлы. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҙғылт һары йәки һары төҫтәге һутлы төшлө емеш, июль аҙағында өлгөрә. Күсмә һәм күтәренке торф һаҙлыҡтарында һәм һаҙланған урмандарҙа үҫә.

Витаминдарға, дуплау матдәләренә, органик кислоталарға, микроэлементтарға бай булған емештәрен аҙыҡ итеп һәм халыҡ медицинаһында ҡулланалар. Баллы үҫемлек.

Өлгөргән еләктәрҙә: шәкәр (6 %), аҡһымдар (0,8 %), күҙәнәктәр (3,8 %), органик кислоталар: алма, лимон — (0,8 %); витаминдар: С (30-200 мг%), В (0,02 мг), РР (0,15 %), А; минераль матдәләр: калий күп, фосфор, тимер, кобальт, антоцианы, дублаусы һәм пектин матдәләре.

Мораҡ — файҙалы һәм шифалы матдәләр сығанағыы С витамины мораҡта әфлисунға ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк.[1].

Тәмле емештәренән төрлө аш-һыу әҙерләргә була. Яңы өҙөлгән килеш тә, шулай уҡ ҡайнатып та. Һут, ҡайнатмалар, повидло, джемдар, компоттар. Оҙаҡ һаҡлана.[1].

Сәскәләренән бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыя[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 Авдеенко, С. Нашего бору ягода… // The New Times. — 14.9.2009. — № 32.
  2. Абрикосов, Х. Н. и др. Морошка // Словарь-справочник пчеловода / Сост. Н. Ф. Федосов. — М.: Сельхозгиз, 1955. — С. 199.
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Rubus Chamaemorus
  • Мораҡ GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2009)
  • морошка(недоступная ссылка) на сайте Сообщества любителей этнической культуры коренных народов Севера