Эстәлеккә күсергә

Морозова Феодосия Прокофьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морозова Феодосия Прокофьевна
рус. Феодосия Морозова
Тыуған көнө

21 (31) май 1632 или 1632[1]

Вафат булған көнө

2 (12) ноябрь 1675[1] или 1 ноябрь 1675({{padleft:1675|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2]

Ил

Урыҫ дәүләте

Тормош иптәше

Морозов, Глеб Иванович[d]

 Морозова Феодосия Прокофьевна Викимилектә

Феодосия Прокофьевна (Прокопьевна) Морозова (ҡыҙ сағында Соковнина, диндәге исеме Феодора; 21 (31) май 1632[3]2 (12) ноябрь 1675, Боровск) — юғары дәрәжәле баяр ҡатыны, иҫке йола, протопоп Аввакум тарафдары. "Боронғо дин"гә тоғролоғо өсөн батша менән конфликт арҡаһында ҡулға алына, исеменән мәхрүм ителә, баҙға ташлап ҡуйыла, батша Алексей Михайлович бойороғо буйынса асыҡтырып үлтерелә.

Иҫке обрядсылар тарафынан кеүек изге ололана.

Феодосия Морозова Евдокия һәм Урусова ҡәбере, 1910-сы йылдар
Часовня- Феодосия Морозова, Евдокия Урусова һәм улар менән бергә яза алғандар иҫтәлегенә

Окольничий Прокофий Фёдорович Соковнин ҡыҙы. Моғайын, батшабикәне оҙатып йөрөүсе һарай хеҙмәтселәре һанына кергәндер. 17 йәшендә Романовтар ғаиләһенә туған тейеш Глеб Иванович Морозовҡа кейәүгә сыға. Глеб Ивановичтың ағаһы, Борис Иванович Морозов, бик ҙур байлыҡ хужаһы, 1662 йылда балаһыҙ килеш үлеп, мираҫы Глеб Морозовҡа ҡала (альтернатив версия бар). Бер аҙҙан Глеб Иванович та үлеп китә һәм ағаларының икеһенең дә байлығы номиналь рәүештә Глеб һәм Феодосия Морозовтарҙың кесе йәштәге улы Иван Глебовичҡа тапшырыла.

Асылда иһә улының мираҫы менән баяр Морозов етәкселек итә.

"Иҫке йолалыҡ"ҡа тоғролоғо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морозова патриарх Никон реформаларына ҡаршы булған, иҫке обрядсылар тарафдары — протопоп Аввакум менән тығыҙ аралашҡан. Феодосия Морозова хәйриәселек менән шөғөлләнгән. Утыҙ йәшендә генә тол ҡалғас, ул тәбиғәтенә ҡаршы торор өсөн власяница кейеп йөрөй.

Сиркәү реформаларына бөтә яҡлап ярҙам итеүсе батша Алексей Михайлович уның туғандары һәм әйләнә-тирәһе аша ҡатынға йоғонто яһарға тырыша, шулай уҡ поместьеларын уның ҡулынан тартып ала һәм кире ҡайтара. Феодосия Морозова «яңы обряд сиркәүе»ндә ҡатнашҡан. Ләкин 1670 йылдың декабрь аҙағында Феодора исеме алып, йәшерен рәүештә монахлыҡ ҡабул иткәс, сиркәү һәм донъяуи сараларҙан ситләшә башлай.

1671 йылдың 22 ғинуарында (1 февраль) ул батша Алексей Михайлович һәм Наталья Нарышкинаның туйында ҡатнашыуҙан баш тарта. Уны сиркәү реформаһын ҡабул итергә өгөтләп килгән батша кешеләренә Морозова ҡырҡа баш тартып яуап бирә.

Сиркәү реформаһына бөтә яҡлап ярҙам итеүсе батша Алексей Михайлович Морозованың һәм уның һеңлеһе, кенәзәбикә Урусованы Боровск ҡала төрмәһенә оҙаттыра, ә уларҙың "иҫке йолалы" 14 хеҙмәтсеһе 1675 йылдың июнь аҙағында яндырып үлтерелә. Евдокия Урусова 1675 йылдың 11 (21) сентябрендә астан хәлһеҙләнеп үлгән. Феодосия Морозова шулай уҡ 1675 йылдың 12 ноябрендә астан үлә, вафаты алдынан, төрмә һаҡсыһынан күлдәген йыуҙыртып ала [4]