Моррис Чарлз Уильям

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моррис Чарлз Уильям
Файл:Чарльз Уильям Моррис.jpg
Тыуған көнө

23 май 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат булған көнө

15 ғинуар 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3][…] (75 йәш)

Ил

 Америка Ҡушма Штаттары

Наградалары һәм премиялары

Чарлз Уильям Моррис (ингл. Charles W. Morris; 19011979) — америка философы, семиотикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Прагматика» терминын индереүсе.

Чарльз Уильям Моррис бер аҙ ваҡыт Висконсин университетында уҡый, ә артабан Төньяҡ-Көнбайыш университетында инженер эштәрен һәм психологияны өйрәнә. Был Төньяҡ-Көнбайыш университетын бакалавр дипломы менән 1922 йылда тамамлап сыға. Шул уҡ йылда ул Чикаго университетына уҡырға инә. Артабан Чикаго университетында философия буйынса докторлыҡ дәрәжәһенә Герберт Джордж Мид етәкселеге аҫтында дәғүә итә. 1925 йылда Чикаго университетында Моррис психиканың символик моделе темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм философия докторы дәрәжәһен ала.

Морристың философияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Семиотика (билдәләр, тамғалар тураһындағы фән) Моррисом тарафынан мета фән һәм фәндәр инструменты сифатында ҡарала. Билдәләрҙең (тамғаларҙың) формалашыу процесын ул семиозис тип, ә билдәнең үҙен дүрт элементтан торған структура тип һанай: билдәнең (тамғаның) үҙе, мәғәнәһе (интерпретацияһы), (десигнат), мәғәнә аңлатыусы тип билдәләнә. Реаль булған десигнатты Моррис денотат тип атай.

Моррис билдәләрҙең (тамғаларҙың) бихевиорист теорияһын бер яҡтан логик позитивлыҡ менән, икенсе яҡтан бихевиористик эмпиризм һәм прагматизм менән берләштерергә тырыша. Был синтездың нигеҙҙәре булып символдарҙың 1) объект менән, 2) шәхес менән һәм 3) башҡа символдар символы менән синтезда булыуы тураһындағы тезис тора.

Семиотика өс бүлеккә бүленә:

  • Семантика — билдәләрҙең (тамғаларҙың) объектҡа мөнәсәбәте (тәбиғәтте өйрәнеүҙә).
  • Синтаксис — билдәләрҙең (тамғаларҙың) үҙ-ара мөнәсәбәте (лингвистикала, логикала).
  • Прагматика — билдәләрҙең (тамғаларҙың) субъектҡа мөнәсәбәте (психология).

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]