Эстәлеккә күсергә

Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы (30.01.1951 йыл, Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы))- табип, медицина фәндәре кандидаты. РФ атҡаҙанған табибы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры (1995—1999)[1] .

Зөфәр Йәдкәр улы Мортазин Һайран (Ишембай районы) урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтына (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡырға инә. Студент саҡта уҡ 1973 йылда Өфө ҡалаһы ашығыс ярҙам станцияһында фельдшер булып эш башлай. 1974 йылда институтты тамамлай[2].

1975—1978 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты медсанчасында интернатура үтә, Башҡорт АССР-ы Белорет районы Инйәр участка больницаһы хирургы булып эшләй. Ишембай үҙәк район больницаһының баш табибы вазифаһында 1980 йылға тиклем эшләй.

1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика лицензия- аккредитация комиссияһы рәйесе.

1980 йылдан башлап Башҡорт АССР-ы (Башҡортостан Республикаһы) һаулыҡ һаҡлау министрлығында төрлө вазифаларҙы башҡара (1987 йылдан- министр урынбаҫары, 1995—1999 йылдарҙа- һаулыҡ һаҡлау министры, 2007 йылдан — министрҙың беренсе урынбаҫары).

1999—2007 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы.

2011 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында дауалау эштәре буйынса проректор ярҙамсыһы- медицина университетының дауалау бүлеге начальнигы.

Фәнни эштәре катастрофалар медицинаһы проблемалары, халыҡҡа махсус медицина ярҙамы күрһәтеүгә арналған.

50-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре, бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1999)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989)

Ишимбайская энциклопедия.-Уфа; Башкирская энциклопедия.-2015.- С.380.

З. Я. Муртазин. Организация центров специализированной медицинской помощи в субъектах федерации. Уфа, 2002.

  1. https://biographiya.com › М
  2. https://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_biography/86830/Муртазин