Моҙға
Моҙға (диал. тубал, тәгәс, ҡаяҙ) — төп күстән айырылып сыҡҡан яңы күсте һоҫоп йыйып ала торған һауыт. Атамалары төрлөсә: ҡайһы бер райондарҙа, ауылдарҙа тубал тиҙәр, ҡайһылары тәгәс йә ҡаяҙ тип йөрөтә. Борон ҡабыҡтан эшләгәндәр, һәм күс тын алһын өсөн бер яғын ат ҡылынан йә нәҙек сымдан үрелгән селтәр менән ҡаплағандар. Хәҙерге көндә ҡабыҡ урынына йоҡа фанера ҡулланалар[1][2].
Тәғәйенләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моҙғаны (тубалды) күстән айырылып сығып ҡайҙалыр һарыған ҡортто йыйыу өсөн дә, күсте бер нисә көн һаҡлау өсөн дә, айырған ҡортто үҙенә һарытыр өсөн әүрәткес итеп тә файҙаланалар. Һуңғыһы өсөн моҙға эсенә бер аҙ балы булған балауыҙ йә балауыҙлы рам урынлаштыралар. Шим (шәкәрле йә баллы) татлы һыу һөртәләр[3].
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моҙғаның көбөн түңәрәк итеп тә, ярымтүңәрәк итеп тә эшләйҙәр. Иң мөһиме — ул умартасыға тотоноу өсөн уңайлы булһын. Ҡорттар тығыҙ, тынсыу һауытты яратмай, шуға күрә ул артыҡ ҙур ҙа, артыҡ бәләкәй ҙә булмаҫҡа тейеш. Хәҙер ҡортсолар ҙур булмаған фанера тәпәндәрҙе лә моҙға эшләү өсөн файҙалана. Моҙғала һоҫоп алынған күсте бер нисә көн һаҡларға ла мөмкин, әммә ул һалҡынса ҡоро урында тотолорға тейеш. Бәләкәй моҙғала ҡорт янып үлеп бөтә[4].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Милли музейы экспонаттары
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://dachnaya-zhizn.ru/roevnya-dlya-pchel-svoimi-rukami
- ↑ Солоҡ
- ↑ http://dachnaya-zhizn.ru/roevnya-dlya-pchel-svoimi-rukami
- ↑ 2336-umartasyly-serre.html
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. 2-се т.- Мәскәү, 1993, 512 б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://bash.zori102.ru/281-yay-bashlanysty-mere-oon-bulyn.html(недоступная ссылка)