Эстәлеккә күсергә

Мугуев Айдамир Хизир Улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айдамир Мугу
Тыуған

16 апрель 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (34 йәш)

Һөнәрҙәре

йырсы

Әүҙем йылдары

2004х. в.

Айдами́р Хызыр улы Мугу́ (Мугуев 1990 йылдың 16 апрелендә Майкоп ҡалаһында тыуған, Адыгей автономиялы өлкәһе, Краснодар крайы, СССР) — рәсәй йырсыһы. Адыгей Республикаһының атҡаҙанған артисы. Урыҫ һәм черкес (көнбайыш диалект) телдәрендә йырҙар башҡара.

Айдамир Мугу 1990 йылдың 16 апрелендә Майкоп ҡалаһында (хәҙер — Адыгей Республикаһы) тыуған. Милләте буйынса черкес (адыгэ).

2014 йылда «Ҡара күҙҙәр» йыры менән 14 йәшендә танылыу яулай, был йыр шунда уҡ Рәсәйҙә һәм унан ситтә лә хитҡа әүерелә. 2005 йылда Аслан Нуретдин улы Тлебзу музыкаһына үҙенең тәүге «Ҡара күҙҙәр» альбомын сығара, һуңынан Кавказ һәм Рәсәй ҡалалары буйынса альбомын яҡлап концерттар менән сығыш яһай.

Мәктәпте тамамлағас, ГИТИС-ҡа актёрҙар факультетына, Алексей Игоревич Шейнин оҫтаханаһына уҡырға инә. Уҡыған саҡта «Аш мәжлесе» («Званый ужин»), «Comedy Club», «Интуиция», «Һөйләһендәр әйҙә (ток-шоу)» «Пусть говорят (ток-шоу)», «Урал билмәндәре» кеүек телешоуҙарҙа ҡатнаша.

ГИТИС-ты тамамлағандан һуң яңғыҙ йырлау (соло) карьераһын танытыу һәм яңы альбом яҙҙырыу менән шөғөлләнә. Тәүге клип «Ҡара күҙҙәр 2» йырына төшөрөлгән, уны Доминик Джокер менән дуэтта йырлай. «Көйһөҙ» («Капризная»), «Княжна», «Һөйөклөм минең» исемле өс яңы йырыы клиптар төшөрөлөп яҙҙырылған. 2011 йылда «Ҡара күҙҙәр-2» альбомы сыға, продюсеры — Олег Владиславович Челышев. 2012 йылда Айдамир Мугу «Һөйөклөм минең» исемле яңы альбом сығарҙы.

  • Чёрные глаза (2005)
  • Чёрные глаза-2 (2011)
  • Любимая моя (2012)