Эстәлеккә күсергә

Музейҙар төнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Музейҙар төнө
Нигеҙләү датаһы 1997
Рәсем
Дәүләт  Германия
Төп тема музей
Рәсми сайт nuitdesmusees.culture.gouv.fr
Һештег NachtderMuseen
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 27 726
 Музейҙар төнө Викимилектә

Музейҙар төнө — Халыҡ-ара музейҙар көнөнә бәйле үткәрелә торған халыҡ-ара акция, ул акция сиктәрендә музей экспозицияларын төндә ҡарау ойошторола. Был төндә күп музейҙар ҡояш байығандан иртәнгә тиерлек ҡарарға килеүселәрҙе ҡабул итә. Акцияның төп маҡсаты — хәҙерге музейҙарҙың мөмкинлеген күрһәтеү, музейҙарға йәштәрҙе йәлеп итеү.

Беренсе «Музейҙар төнө» Берлинда 1997 йылда үткәрелгән.

Башҡортостанда музейҙар төнө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда Музейҙар төнө 2010 йылдан үткәрелә. Йыл да ул ниндәйҙер темаларға арнала һәм унда республиканың йөҙләгән музейҙары ҡатнаша.

  • 2016 йылда Музейҙар төнө Кино йылына арнала. Унда 100-ләгән дәүләт, муниципаль һәм шәхси музей-галереялары ҡатнаша. Яңы күргәҙмәләр асыла, интерактив экскурсиялар ойошторола, шулай уҡ ҡыҙыҡлы уйындар, әҙәби кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. ӨБашҡалала акция 13 майҙансыҡта ойошторола. Ҡала халҡына музейҙар буйлап йөрөргә уңайлы булһын өсөн түләүһеҙ автобус хәрәкәт итә [1].
  • 2017 йылда тематика өс йүнәлеш буйынса билдәләнә. Беренсе тема – «1917 йыл һәм Башҡортостан». Икенсе тема – «Экология һәм айырата ҡурсыулы тәбиғәт территориялары», өсөнсө тема – «Фолькджем: Бөтә донъя Фольклориада-2020-не ҡаршылап» [2]
  • 2018 йылда Башҡортостан ҡалаларында акция төп ике тема: «Һаҡлағыстарҙан шедеврҙар» һәм «Башҡортостан Республикаһында ғаилә йылы» буйынса уҙғарыла. Унда 100-ҙән ашыу музей һәм галерея: 23 дәүләт һәм 72 муниципаль музейы, шулай уҡ клуб-ял учреждениелары ҡарамағында музейҙар, корпоратив Почта музейы һәм шәхси «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр интерактив музейы ҡатнаша [3]