Юлдашбаева Римма Мөхтәр ҡыҙы
Юлдашбаева Римма Мөхтәр ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Әхмөр, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыка педагогы |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Юлдашбаева Римма Мөхтәр ҡыҙы (1937[1] йылдың 1 ғинуарында БАССР -ҙың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Әхмәр ауылында тыуа); тыуғанда Мусина) — башҡорт опера йырсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) тамалай. Бала саҡтан табип булырға хыяллана, шуның өсөн медицина институтына инергә тырыша, әммә химиянан уңышһыҙ тапшырған имтиханы икенсе уҡыу йортон эҙләргә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә Римма Өфө сәнғәт училищеһын һайлай. Училищенан һуң Мәскәүгә күсеп китә, унда 1970 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын тамамлай (профессор П. Л. Тронина класы)[2].
Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, 1971 йылдан алып вокал сәнғәте кафедраһында эшләй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лауреаттар: халыҡ-ара конкурстарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы А. Солтанов, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Венера Рәхмәтуллина;
- Бөтә Рәсәй конкурстарында — Ишбаев Райман; Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Г. Фазуллин;
- Төбәк конкурстарында — Ишморатова Г;
- Республика конкурстарында — Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ишбаев Райман, Ишморатова Г., Рәхмәтуллина (Юлгилдина) Венера, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Хөснөтдинова О.
- Дипломанттар; бөтә рәсәй конкурстарында -Басырова Н.
- Республика конкурстарында — Рәхмәтуллина (Юлгилдина) Венера, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Волкова А., Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Калинина Е., Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Муллабаева Ләлә, Рәсәй Федерацияһының 2-се дәрәжәләге Мария миҙалына эйә булыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Татарстан республикаһының атҡаҙанған артисы Хәбибуллина Н.,
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кафедра вокального искусства
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Ишембай районында тыуғандар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- XX быуат опера йырсылары
- Рәсәй опера йырсылары
- СССР опера йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты