Муҡсалылар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муҡсалылар
Сумчатые: 1 — Бик ҙур көнгөрә , 2 — виргин опоссумы, 3 — коала, 4 — муҡсалы бүре
Сумчатые: 1 — Бик ҙур көнгөрә , 2 — виргин опоссумы, 3 — коала, 4 — муҡсалы бүре
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Marsupialia Huxley, 1880

Синонимдар
  • Metatheria

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр
NCBI  9263
Бик ҙур көнгөрә (Macropus giganteus)

Муҡсалылар(лат. Marsupialia) — имеҙеүселәр класы вәкилдәре. Инфракласс. Плаценталылар менән бергә Ысын йәнлектәр аҫкласына инәләр.


Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Төрҙәренең дөйөм һаны: 250—270 тирәһе. 7 отрядҡа ҡараған 9 ғәиләне үҙ эсенә ала.
  • Вәкилдәре: опоссумдар, муҡсалы бүре, коала, көнгөрәләр.
  • Таралыуы: Австралии, Яңы Гвинея һәм эргә-тирәләге утрауҙар. Бер нисә төрө Америкала тереклек итә.
  • Ҙурлыҡтары:10 см (муҡсалы сысҡандар)− 3 м (Бик ҙур көнгөрә).
  • Тән температуралары: +34…+36 °C.

Муҡсалылар урмандарҙа, далаларҙа, тауҙарҙа тереклек итәләр. Биоценозда төрлө экологик уйым (экологическая ниша) биләйҙәр. Йүгереп, үрмәләп көн күреүселәре, ер өңөүселәре лә бар.

Тупраҡта ер аҫты мөхитен үҙ итеүсе төрҙәрҙән муҡсалы һуҡыр сысҡанды миҫалға килтереп була. Уларҙың ер өңөү өсөн ныҡ үҫешкән көслө тырнаҡтары була.

Ҡайһы берәүҙәре (мәҫәлән, күп кенә төр опоссумдар һәм коала) ағастарҙа үрмәләп көн итәләр. Йәшәү мөхтенә бәйле, уларҙың эләктергес ҡойроҡтары (цепкий хвост) бар. Миҫалға виргин опоссумын килтерергә була.

Һыу опоссумы ярым һыу йәшәү мөхитенә (полуводный образ жизни) яраҡлашҡан.

Күпселеге үлән ашаусылар. Араларында бөжәк менән туҡланыусылары ла, йыртҡыстары ла бар.

Төҙөлөш үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Плацента тулы мәғәнәһендә үҫешмәгән
  • Балалары бик бәләкәй, хәлһеҙ һәм ярҙамға мохтаж булып донъяға килә (мәҫәлән, 2 м оҙонлоҡтағы көнгөрәнең яңы тыуған балаһының оҙонлоғо бары 3 см була).
  • Шуға күрә инәһе бындай баланы ҡорһағындағы муҡсала үҫтереп еткерә.
  • Муҡсала имсәкле һөт биҙҙәре була. Яңы тыуған бала ғәҙәттә имсәкте ауыҙынан да ысҡындырмай, уға аҫылынып тора.
  • Махсус ҡыҫҡарыусы мускулдар һөттө ауыҙҙарына этеп сығара.
  • Балаларының аш һеңдереү һәм һулыш системалары айырымланған була. Йотҡолоҡ менән трахея тоташмаған. Был уларға оҙайлы ваҡыт инәләренең имсәгенән ысҡынмай эленеп торорға мөмкинлек бирә.
  • Тештәренең һаны һәм төҙөлөшө туҡланыу үҙенсәлектәренә бәйле төрлөсә.
  • Быуаҙлыҡ осоро ҡыҫҡа (опоссумдарҙа − 8-14 көн һәм көнгөрәләрҙә − 30-40 көн).
Осар поссумдың осоу ярылары бар

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге систематика буйынса Муҡсалыларҙы 7 отрядтан торған ике өҫдотрядҡа бүләләр[1][2]:

  • Өҫдотряд Ameridelphia
    • Отряд Опоссумыдар (Didelphimorphia)
    • Отряд Ценолестылар (Paucituberculata)
  • Өҫдотряд Australidelphia
    • Отряд Микробиотериялар (Microbiotheria), Көньяҡ Америкала тереклек итәләр.
    • Отряд Муҡсалы һуҡыр сысҡандар (Notoryctemorphia)
    • Отряд Йыртҡыс муҡсалылар (Dasyuromorphia)
    • Отряд Бандикуттар (Peramelemorphia)
    • Отряд Ике ҡырҡҡыс тешле муҡсалылар (Diprotodontia), күпселекте тәшкил итәләр.
    • Отряд Deltatheroida

Бик ҙур көнгөрәнең йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнгөрә — тәне ҡуйы йөнлө һәм һоро мех менән ҡапланған ҙур хайуан (оҙонлоғо 3 м самаһы). Уны ошо мехы өсөн аулайҙар. Көнгөрә Австралияла йәшәй. Уның йәшәү урыны — үлән һәм ҡыуаҡтар үҫкән асыҡ ерҙәр.

Көнгөрә тыныс хәлендә оҙон артҡы аяҡтарына һәм ҡойроғона таянып ултыра.

Көтөүлектә аҡрын ғына бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгәндә көнгөрә, бөтә аяҡтарына ла баҫып, килбәтһеҙ имгәкләй.

Ләкин был хайуан тиҙ ҙә йөрөй ала. Бик көслө артҡы аяҡтары менән ергә тибеп, көнгөрә, уҡ кеүек, һауаға оса ла бик алыҫҡа барып төшә.

Был хайуан дошмандарынан ҡасып барғанда, ҡыуаҡтар һәм соҡорҙар аша бик еңел һикереп сыға. Был ваҡытта уның ҡойроғо руль хеҙмәтен үтәй.

Көнгөрәнең үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнгөрә — ҙур хайуан, ләкин әстрхан сәтләүеге ҙурлығындағы яланғас тәнле, һуҡыр, бөтөнләй тиерлек үҫешмәгән бала тыуҙыра.

Шуға балаһы артабан инә көнгөрәнең ҡорһағындағы тиренән торған үҙенә бер төрлө муҡсала үҫә. Бында һөт биҙҙәренең юлдары асыла.

Инә көнгөрә, балаһын ауыҙы менән алып, муҡсаһына һала. Бында бала көнгөрә бер имсәкте ауыҙына ҡаба. Имсәк уның ауыҙында йыуаная. Яңы тыуған көнгөрә балаһы имсәккә аҫылынып торған хәлдә булып сыға.

Баштараҡ ул имә лә алмай. Инәһенең махсус мускулдарының тартылыуы һөҙөмтәһендә һөт уның ауыҙына бөркөлә. Һуңыраҡ көнгөрә балаһы имсәктән ысҡына һәм үҙаллы лы имә башлай.

Муҡсала ул һигеҙ ай самаһы була. Үҙе йөрөп үлән ашай башлағас та әле ул, ҡурҡыныс һиҙелеү менән инәһенең муҡсаһына йәшенә.

Көнгөрә кеүек, етлекмәгән балалар тыуҙырып, уларҙы муҡсаларында йөрөтөп үҫтереүсе хайуандарҙы муҡсалы имеҙеүселәр тип атайҙар.

Муҡсалы хайуандар хәҙерге ваҡытта тик Австралияла ғына йәшәйҙәр. Америкала муҡсалы хайуандар күп түгел.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0

Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990

  • Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
  • Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
  • Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
  • Богданова Т. Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т. Л. — 2-е издание, переработанное и дополненное. — М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.
  1. Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие» Кн. 2 = The New Encyclopedia of Mammals / под ред. Д. Макдональда. — М.: Омега, 2007. — С. 370—427, 434—436. — 3000 экз. — ISBN 978-5-465-01346-8.
  2. Инфракласс Сумчатые — Metatheria 2021 йыл 23 июль архивланған. // Павлинов И. Я. Систематика современных млекопитающих. — М.: Издательство МГУ, 2003. — 297 с.