Мюфиде Кадри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мюфиде Кадри
Фотография
Тыуған:

1890[1]

Тыуған урыны:

Константинополь[d]

Үлгән:

1912

Үлгән урыны:

Константинополь[d]

Ил:

 Ғосман империяһы

 Работы

Мюфиде Кадри Ханым (1889/1890, Истанбул — 1912, Истанбул) — төрөк рәссамы һәм композитор. Төркиәлә тәүге ҡатын-рәссамдарҙың береһе һәм Ғосман империяһында һүрәт төшөрөү буйынса тәүге профессиональ уҡытыусы ҡатын. Башлыса портреттар һәм кешеләр менән күренештәрҙе төшөрә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағында әсәһен юғалтҡас, ҡатыны менән үҙ балалары булмаған алыҫ туғаны Кадри бей Мюфидены ҡыҙлыҡҡа ала[2]. Ул өйҙә репетиторҙар менән уҡый, улар уның художестволы оҫталығын күрә.

Автопортрет

Мюфиде ун йәшендә етди рәүештә һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә башлай һәм Ғосман Хәмди бейҙән дәрестәр ала[3]. Аҙаҡ Сәнғәт һәм нәфислек мәктәбе профессоры Сальваторе Валери (1856—1946) уны рәсемгә һәм акварелгә өйрәтә. Мюфиде шулай уҡ фортепианола, скрипкала һәм традицион музыкаль ҡоралдарҙа (уд, кеманча) уйнарға өйрәнә[4].

Хәмди бей ныҡышмалығы менән, ул Мюнхенға күргәҙмәгә үҙенең бер нисә картиналарын ебәрә, бында улар алтын миҙал яулай[3]. Тиҙҙән Мөфиде ҡыҙҙар өсөн Истанбул мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып киткәс, уны сәнғәт һәм сигеү уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай уҡ ул ғосман солтаны Ғәбделхәмит II ҡыҙына Әҙилә Солтан һарайында рәсем сәнғәте дәрестәрен бирә[4]. Был осорҙа Мюфиде төрли шағирҙар һүҙҙәренә музыка яҙа, улар мәҙәни журналдарҙа баҫылып сыға.

1911 йылда Истанбул опера йәмғиәтендә барған ҙур күргәҙмәлә уның өс эше күрһәтелгәндән һуң, Мюфиденең туберкулёз менән ауырыуы билдәле була. 1912 йылда Мюфиде Кадри вафат була. Ул вафат булғандан һуң уның ҡырҡ картинаһы Ғосман рәссамдәр йәмғиәтенә һатыла[4].

Каракаахмет зыяратында ерләнә. Ҡәбер ташындағы яҙыуҙы билдәле каллиграф Исмәғил Хаккы Алтынбезер яһай. Мюфиде Кадриның тормошо яҙыусы Хәлиҙә Эдиб Адыварҙың Son Eseri (Һуңғы әҫәр) романы өсөн илһам бирә.

Һайланған картиналары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://dergipark.org.tr/tr/download/article-file/1227912
  2. Brief biography 2015 йыл 23 август архивланған. @ Sanal Müze «Retrospektif».
  3. 3,0 3,1 Biographical notes @ Forum Gerçek.
  4. 4,0 4,1 4,2 Curriculum Vitae 2017 йыл 9 апрель архивланған. @ the İstanbul Kadın Müzesi.