Эстәлеккә күсергә

Мәрмәр һарайы (Тәһран)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәрмәр һарайы
Нигеҙләү датаһы 1925[1][2]
Рәсем
Дәүләт  Иран[3][1]
Административ-территориаль берәмек District 11[d][3][1]
Урынлашҡан урамы Raisi Street[d], Улица Вали-Аср[d][1] һәм Palestine Street[d]
Хужаһы Mostazafan Foundation[d][4]
Әҫәр заказсыһы Реза шаһ Пехлеви[1][5]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән таш[d][1][6] һәм мәрмәр[d][1][6]
Архитектор Хусейн Лурзаде[d][6]
Архитектура стиле Пехлевийская архитектура[d][1][6]
Рәсми асылыу датаһы 1934[1][2]
Ҡат һаны 2[1]
Мираҫ статусы Иран милли мираҫы[d][3][1]
Оҙонлоҡ 39,97 метр[1]
Киңлек 35,86 метр[1]
Майҙан 2880 квадрат метр[1],
35 462 квадрат метр[7]
Указания, как добраться خیابان ولیعصر، تقاطع جامی[3][1]
Карта
 Мәрмәр һарайы Викимилектә

Мәрмәр һарайы (фарс. کاخ مرمرکاخ مرمر) — тарихи бина һәм Тәһрандағы (Иран) элекке шаһ резиденцияһы. Ул ҡала үҙәгендә урынлашҡан.[8], әммә һарай төҙөлгән йылдарҙа, был квартал тымыҡ районда[9] урынлашҡан булған.

Рәсми ҡабул итеү һәм үткәреү саралары өсөн тәғәйенләнгән, ике ҡатлы Мәрмәр һарайы 1934—1937 йылдарҙа Иран шаһы Риза Пәхләүи бойороғо буйынса[10] француз инженеры Жозеф Леон һәм иран архитекторы Фәтхулла Фирҙәүес[11] тарафынан төҙөлгән.

Һарайҙы башта Риза Пәхләүи, ә артабан уның улы Риза Мәхәммәт тарафынан рәсми резиденция сифатында.ҡулланылған. Риза Пәхләүи үҙенең дүртенсе ҡатыны Әсмәт Дәүләтшаһи һәм биш балаһы менән бергә 1941 йылда ҡыуылғанға тиклем был һарайҙа йәшәгән[12]. Тап шул бинала 1941 йылдың сентябрендә Риза Пәхләүи тәхеттән баш тартыу тураһындағы хатҡа ҡул ҡуя[13].

Мөхәммәт Риза хакимлығы осоронда һарайҙа мөһим король ваҡиғалары үткәрелгән. Бина, Гөлөстан һарайы менән[14] бер рәттән, уның ике төп резиденцияларының береһе булған һәм 1950-се йылдарҙа шаһ шәхесе менән тиңләштерелгән.[11] Был һарайҙа уның өс никахлашыу тантаналары үткән. Бында ул үҙенең ҡатыны менән бергә беренсе 1939 йылда ул үҙенең тәүге ҡатыны батша ҡыҙы Фәүзиә менән[15] никахлаша һәм 1945 йылда айырылышҡанға саҡлы шунда йәшәй[16]. 1950 йылдың октябрендә (обручение), ә 1951 йылдың февралендә һарайҙа икенсе ҡатыны Сорайя Исфандияри менән[17][18] тантаналы никахлашыуы үтә. Шундай йоланы Мөхәммәт Риза өсөнсө ҡатыны Фәрәхкә[19][20] өйләнгәндә лә шулай уҡ Мәрмәр һарайында үткәрә[19][20]. Шаһтың һәм Фәүзиәнең ҡыҙы Шаһназ 1957 йылдың октябрендә Арҙашир Заһиҙиға[21] шул уҡ бинала кейәүгә сыға. Бынан тыш, ошо бинала шаһтың 48 йәшен байрам иткәндәр[22].

1965 йылдың 10 апрелендә Мәрмәр һарайы иран һалдатының шаһҡа һөжүм итеү урыны булған[23][24]. Был ваҡиғанан һуң һарайҙы башҡаса резиденция сифатында файҙаланмайҙар. .һәм 1970 йылда ул музейға әйләнә[25].

1979 йылғы Иран Ислам революцияһынан һуң, Мәрмәр һарайы 1981 йылға саҡлы музей сифатында файҙаланылған[26]. Шунан ул Маҡсатҡа ярашлылыҡ Советына тапшырылған. Урындағы халыҡ хәбәр итеүенсә, бинаны Иран Ислам Республикаһы[27] сәйәсмәндәре файҙаланған.

100 риал банкнотында Мәрмәр һарайының һүрәтләнеше.

Һарайҙың тәүге дизайн проектын Остад Джафар Хан әҙерләгән, әммә тулы проектты Остад Хәйҙәр Хан эшләгән. Һарайҙың дөйөм архитектура стиле эклектик, ул үҙ эсенә Каджарҙар осоро архитектураһы алымдарын индереп, көнсығыш һәм көнбайыш архитектура стилдәрен[28] һыйҙыра.

Һарай ҙур баҡса менән уратып алынған[29]. Бөтә һарай комплексы территорияһы 35 462 м² биләй, шуның 2870 м² — резиденция майҙаны[30].

Иран рәссамы Джафар Хан ҡырып-ырып яһаған Әһәмәниҙәр осороноң уҡ-һаҙаҡлы яугирҙары һыны ҡуйылған таш ҡапҡанан юл һарайға илтә — улар бөтөн бинаның эклектик стилен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Комплекс территорияһында төрлө провинцияларҙан килгән урындағы оҫталар башҡарған[31] бүтән төрлө ҡапҡалар ҙа бар.

Һарайҙың диуарҙары аҡ мәрмәр менән йөҙләнгән[8][9]. Төҙөлмәне Исфахандағы шәйех Лотфулла мәсете[11][32] көмбәҙенең теүәл күсермәһе булған бик ҙур көмбәҙ тамамлай. Көмбәҙҙең эске түшәме арабескиҙар менән биҙәлгән, ике төҫтән торған түр ишекле вестибюль урынлашҡан.

Һарайҙың интерьеры тантаналы тәғәйенләнешенә тап килә, уны биҙәүҙә семәрле ишектәр, лепнина, бай туҡымалар һәм келәмдәр киң ҡулланыла[9]. Стеналарҙағы декорҙы иран архитекторы Хөсәйен Лорзаде үтәгән[25][33], керамик плиткаларҙы Остад Йезди эшләгән, живопись Остад Беһзад[25] төшөргән. Бинаның башҡа бүлмәләре араһында илдәге күп кенә ғибәҙәтханаларҙа һәм мәсеттәрҙә ҡулланылған бик күп көҙгөләр менән биҙәлгән Көҙгөләр залы айырылып тора[34][14].

Йорт йыһаздарын да индереп, һарайҙа файҙаланылған предметтар әлеге ваҡытта Тәһрандың ҡулланма сәнғәт музейында[35] ҡуйылған.

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 https://iranarchpedia.ir/entry/14388
  2. 2,0 2,1 https://cio-museums.org/museum/art/
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ir&srlang=fa&srid=1606 — 2017.
  4. https://www.khabaronline.ir/news/1762120
  5. https://iranicaonline.org/articles/courts-and-courtiers-viii
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 https://www.tasnimnews.com/en/news/2020/02/14/2193386
  7. https://borna.news/fa/news/1153457
  8. 8,0 8,1 Asadollah Alam. The Shah and I. — London and New York: IB Tauris, 1991. — P. 162. — ISBN 1-85043-340-2.
  9. 9,0 9,1 9,2 Architecture. Pahlavi, before World War II. Encyclopedia Iranica. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  10. Cyrus Ghani. Iran and the Rise of the Reza Shah: From Qajar Collapse to Pahlavi Power. — I.B.Tauris. — P. 412. — ISBN 978-1-86064-629-4.
  11. 11,0 11,1 11,2 Pamela Karimi. Domesticity and Consumer Culture in Iran: Interior Revolutions of the Modern Era. — Routledge. — P. 54. — ISBN 978-1-135-10137-4.
  12. Diana Childress. Equal Rights Is Our Minimum Demand: The Women's Rights Movement in Iran 2005. — Twenty-First Century Books, 2011. — P. 40. — ISBN 978-0-7613-7273-8.
  13. Fariborz Mokhtari (весна 2005). «No One will Scratch My Back: Iranian Security Perceptions in Historical Context». The Middle East Journal 59 (2). Проверено 29 ноября 2018. 2020 йыл 26 апрель архивланған.
  14. 14,0 14,1 Iraj Isaac Rahmim (июль 2003). «Where the Shah Went Alone». Reason. Проверено 29 ноября 2018.
  15. The Pahlavi Dynasty. Royal Ark. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  16. Colorful Fetes Mark Royal Wedding that will Link Egypt and Persian (13 марта 1939). 29 ноября 2018 тикшерелгән.
  17. Iran's Shah will marry (12 октября 1950). 29 ноября 2018 тикшерелгән.
  18. Gifts for wedding (12 февраля 1951). 29 ноября 2018 тикшерелгән.
  19. 19,0 19,1 Teheran - Shah's Wedding 1959, British Pathe. 29 ноября 2018 тикшерелгән.
  20. 20,0 20,1 Ibrahim Hadidi. Betrothal of Mohammad Reza Pahlavi and Farah Diba. IICHS. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  21. Iran Shah's daughter to wed engineer in simple ceremony (10 октября 1957). 29 ноября 2018 тикшерелгән.
  22. Mohamad Reza Shah and Shahbanu Farah Pahlavi's Coronation. Iran Politics Club. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  23. Shah of Iran. NNDB. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  24. Robert Muse. The rise of Shah Mohammad Reza Pahlevi (16 июля 1975). 29 ноября 2018 тикшерелгән.
  25. 25,0 25,1 25,2 Mir M. Hosseini. Marmar Palace Becomes Museum. Fouman (30 октябрь 1973). Дата обращения: 29 ноябрь 2018. 2017 йыл 23 октябрь архивланған.
  26. Marmar Palace. Wikimapia. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  27. Rasool Nafisi (5 июля 2001). «Firmly planted». The Iranian. Проверено 29 ноября 2018. 2016 йыл 3 март архивланған.
  28. Kamran Safamanesh. Architectural Historiography 1921–42 // Iran in the 20th Century. Historiography and Political Culture / Touraj Atabaki. — London and New York: I.B.Tauris, 2009. — ISBN 978 1 84885 224 2.
  29. William E. Warne. Mission for Peace: Point 4 in Iran. — Ibex Publishers, Inc.. — P. 36. — ISBN 978-0-936347-84-4.
  30. Marble Palace (Kakh Marmar). Fars Foundation. Дата обращения: 29 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 24 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 24 ноябрь архивланған.
  31. Courts and courtiers In the reign of Reżā Shah Pahlavī. Encyclopedia Iranica. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  32. Reza Sarhangi (1999). «The Sky Within: Mathematical Aesthetics of Persian Dome Interiors». Nexus Network Journal 1. DOI:10.1007/s00004-998-0007-z. Проверено 29 ноября 2018.
  33. Habibollah Ayatollahi. The Book of Iran: The History of Iranian Art. — Alhoda UK, 2003. — P. 290. — ISBN 978-964-94491-4-2.
  34. Elaine Sciolino. Persian Mirrors: The Elusive Face of Iran. — Free Press. — P. 6. — ISBN 978-0-7432-1453-7.
  35. Decorative Arts Museum of Iran. Persia Tours. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.