Эстәлеккә күсергә

Мәсетле тормошо (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Мәсетле тормошо»
Тип

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы ижтимағи-сәйәси гәзите

Веб-сайты

https://mechetlinskayalife.rbsmi.ru/

Мәсетле тормошо (рус. Мечетлинская жизнь) — ижтимәғи—сәйәси гәзит. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм башҡорт телендә сыға. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «„Беҙҙең тормош“ редакция‑нәшриәт комплексы» дәүләт унитар предприятияһы. Беренсе һаны 1930 йылдың август айында баҫыла.

Хәҙерге эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тематик рубрикалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сәйәси шишәмбе — Политическая среда
  • Крәҫтиән эштәре — Дела Крестьянские
  • Мәктәп тормошо — Школьная жизнь
  • Беҙҙекеләрҙе бел — Знай наших
  • Мәрхәмәтлек — Благотворительность
  • Спорт — Спорт
  • Яҡташтар хеҙмәт итә — Служат наши земляки
  • Ҡулланыусы мөйөшө — Уголок потребителя
  • Ризуанова Айгөл Нур ҡыҙы
  • Юлдашев Рәйес Мөғәлим улы
  • Ғәниева Зөһрә Фрат ҡыҙы
  • Ғатауллин Венер Дамир улы
  • Бәҙертдинова Нәсимә Әхсән ҡыҙы
  • Хафизова Әлфирә Ғәрифйән ҡыҙы
  • Баһауетдинова Элфира Фәнзәүи ҡыҙы
  • Низаева Зилә Ғилемдәр ҡыҙы
  • Крючкова Юлия Венер ҡыҙы
  • Шарапова Айгөл Фәнир ҡыҙы
  • Дәүләтшина Элмира Раймир ҡыҙы
  • Сафина Вәлидә Әхсән ҡыҙы
  • Шамакова Фәғилә Тимерғәзи ҡыҙы
  • Ғәлимова Әлфирә Нурмөхәммәт ҡыҙы
  • Михалкова Лариса Александровна
  • Беренсе тапҡыр 1930 йылдың август айында башҡорт телендә баҫылып сыҡҡан.
  • 1931 йылдың 10 мартынан «Колхоз байрағы» исемендә ғәрәп шрифында[1] баҫыла.
  • 1932 йылдан — «Еңеүҙәргә» исемендә сыға.
  • 1940 йылдан кирилл шрифтында баҫтырыла.
  • 1954 йылдан — «К победе» («Еңеүгә») исеме менән урыҫ телендә лә сыға башлай.
  • 1962 йылдың 26 майынан 1963 йылдың 2 мартына тиклем нәшер ителмәй.
  • 1963 йылдың 3 мартында «Коммунист» исеме менән урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңынан сыға башлай. Мәсетле һәм Балаҡатай райондары берләштерелеү сәбәпле Балаҡатай ауыл хужалығы идаралығы партия коммитеты һәм район советы баҫмаһы итеп беркетелә.
  • 1965 йылдың ғинуар айынан Мәсетле районы яңынан тергеҙелә, гәзит район ҡарамағына ҡайтарыла.
  • 1991 йылдың ғинуар айынан алып «Беҙҙең тормош» һәм «Наша жизнь» исеме аҫтында нәшер ителә;
  • 2003 йылдың авгусында район гәзите редакцияһы типография менән берләштерелә һәм Башҡортостан Республикаһының «„Беҙҙең тормош“ редакция‑нәшриәт комплексы» дәүләт унитар предприятияһы итеп үҙгәртелә.
  • 2006 йылдан хәҙерге исемен ала.
  • Мөхөтдин Тажи (Тажитдинов Мөхөтдин Язар улы) — башҡорт шағиры
  • Зәйнәб Биишева — башҡорт яҙыусыһы
  • Мостафин Х. М.
  • Хәлилов Раһип Зәбих улы
  • Мәһәҙиев Дәүләткәрәй Дәүләтбай улы
  • Яҡупов М. Г.
  • Хажиев Фират Әмерхан улы
  • Ямалетдинов Роберт Ниғмәтйән улы.
  • Хисамов Ғәлим Афзал улы
  • Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы
  • Моталапова Зөбәржәт Фрат ҡыҙы
  • Юлдашев Рәйес Мөғәлим улы
  • Шәмсетдинов Шакир Зайнулла улы
  • Ғәлимова Г. Р.
  • Сафин Рәйес Йәғәфәр улы
  • Ризуанова Айгөл Нур ҡыҙы
  • Ғәләүетдинов Фуат Вилдан улы
  • Баһаутдинова Эльвира Фәнзәүи ҡыҙы
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 c.: илл.
  1. Бәлки латын шрифындалыр, асыҡларға кәрәк