Эстәлеккә күсергә

Мөхәббәт тураһында легенда (балет)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәббәт тураһында легенда
Рәсем
Композитор Мәликов Ариф Жангир уғлы
Либретто авторы Нәзим Хикмәт
Хореограф Григорович Юрий Николаевич

«Мөхәббәт тураһында легенда» — Ариф Мәликовтың Нәзим Хикмәт үҙенең «Фәрхад һәм Ширин» драмаһы мотивы буйынса яҙған либреттоһы буйынса өс шаршаулы, ете картиналы балеты[1].

1961 йылдың 23 мартында С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында премьераһы була.

«Мөхәббәт тураһында легенда» балетының либреттоһын төрөк шағиры һәм драматургы Нәзим Хикмәт үҙенең әзербайжан шиғриәте классигы Низами Гәнжәүиҙең «Хосров һәм Ширин» поэмаһына таянып ижад ителгән «Фәрхәд һәм Ширин» драмаһы нигеҙендә яҙа. 1958 йылда йәш әзербайжан композиторы Ариф Мәликов балет өҫтөндә эш башлай, һәм ул ике йыл дауам итә.

  • Мәһмәнә Баныу, хакимә
  • Ширин, һеңлеһе.
  • Фәрхәд, рәссам
  • Вәзир
  • Таныш булмаған кешеләр
  • Фәрхәдтең дуҫтары
  • Шириндең дуҫ ҡыҙҙары
  • Һарай бейеүселәре
  • Кәмитсе
  • Һарай яны кешеләре, һарай һағы офицерҙары һәм һалдаттары, халыҡ, илаусы ҡатындар, Фәрхәд һәм Мәһмәнә Баныуҙың күҙаллауҙары

Юрий Григорович постановкаһының сәхнә ғүмере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эмма Владимировна Минчёнок (Ширин), Борис Брегвадзе (Фәрхәд). «Мөхәббәт тураһында легенда» балеты, Киров исемендәге опера һәм балет театры, 1960-сы йылдар

Премьераһы 1961 йылдың 23 мартында үтә.

  1. [www.pro-ballet.ru/html/l/legenda-o-l7bvi.html Легенда о любви] // Русский балет: Энциклопедия. — М.: Большая российская энциклопедия, Согласие, 1997.