Эстәлеккә күсергә

Нәзим Хикмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәзим Хикмәт
төр. Nâzım Hikmet Ran
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
 Төркиә
 Польша
Псевдоним Orhan Selim
Тыуған көнө 15 ғинуар 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Салоники, Ғосман империяһы[1]
Вафат булған көнө 3 июнь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][2][4][…] (61 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Әсәһе Celile Hanım[d]
Хәләл ефете Мюневвер Андач[d][5]
Туған тел Төрөк теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Төрөк теле
Һөнәр төрө драматург, шағир, яҙыусы, сценарий яҙыусы, прозаик, киносценарист, кинорежиссёр
Уҡыу йорто Галатасарайский лицей[d]
Turkish Naval High School[d]
Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Turkish Naval Academy[d]
Архивы хранятся в Institute for Contemporary Publishing Archives[d][6]
Рәсми сайт nazimhikmet.org.tr
 Нәзим Хикмәт Викимилектә

Нәзим Хикмәт Ран (төр. Nâzım Hikmet Ran, 15 ғинуар 1902 йыл , Салоники — 3 июнь 1963 йыл, Мәскәү)[7][8]— төрөк шағиры, яҙыусыһы, йәмғиәт эшмәкәре. Сценарист, драматург. Төркиә революцион шиғриәтенә нигеҙ һалған шағир. 1922 йылдан коммунист[9], «романтик коммунист»[10] . Тыуған илендә күп тапҡыр ҡулға алынып, ғүмеренең иң күп өлөшөн төрмәлә, йәки сит илдә үткәргән[11]. Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһы лауреаты (1950).

Нәзим Хикмәт атаһы яғынан төрөк ғаиләһенән[12]. Хикмәт бейҙең атаһы черкес эмигранттарынан, сит ил эштәре министрлығында эшләгән. Олатаһы Мәһмәт Нәзим Паша Диярбаҡыр, Алеппо, Конья һәм Сиваста төрлө ваҡытта губернатор булып торған.

Әсәһе Жәлилә ханым уҡымышлы ҡатын була. Уның атаһы- генерал Әнүәр Жәләледдин паша,ә ул- поляк Константин Божецкий улы (Konstanty Borzęcki[13]; 1848 йылғы революциянан һуң Төркиәгә эмиграцияға китә. Бер аҙҙан ислам динен ҡабул итә һәм Мостафа Жәләледдин паша исемен ала.

Нәзимдең әсәһенең икенсе олатаһы генерал Мәһмәд Али паша (18271878). Уның ысын исеме Людвиг Карл Фридрих Детройт, Бранденбургта тыуған (Пруссия). Ул Төркиә яғында Ҡырым һуғышында, 1877—1878 йылғы Рәсәй менән һуғышта ҡатнашҡан.

Жәлилә ханымдың әсәһе черкес ҡыҙы булған.

Нәзим Хикмәт Хәрби диңгеҙ академияһы курсанты

Нәзим Хикмәт 1901 йылдың 20 ноябрендә Фессалоники ҡалаһында тыуған, тик уны һуңыраҡ теркәгәндәр. Истанбул мәктәптәрендә уҡыған. 1913 йылда тәүге «Feryad-ı Vatan» («Плач Родины») тигән шиғырын яҙған. 1918 йылда Хикмәт Хәрби диңгеҙ академияһын тамамлай (Принцевы острова) һәм «Хәмидийә» крейсерында офицер булып хеҙмәт итә башлай. 1920 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле хәрби хеҙмәттән азат ителә.

1921 йылда Нәзим Хикмәт дуҫтары менән Антанта ғәскәрҙәре баҫып алған Истанбулдан Анатолияға китә. Анкарала ул Мостафа Кемал Ататөрк менән осраша. Төркиә азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Хикмәт менән уның дуҫтарына төрөк халҡын көрәшкә өндәрлек шиғыр яҙырға ҡуша. Был шиғыр Ататөрккә оҡшай. Шағирҙарҙы фронтҡа ебәрмәй, ә Болу ҡалаһы лицейына уҡытыусылар итеп ебәрә.

Советтар Союзы һәм Коммунистар партияһына инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тик дуҫтарҙың һул ҡараштары урындағы түрәләргә оҡшамай. Рәсәйҙәге Октябрь революцияһы йоғонтоһонда Хикмәт менән Нуреттин йәшерен генә РСФСР-ға китә. 1921 йылдың 30 сентябрендә улар Батумиға , 1922 йылдың июлендә Мәскәүгә барып етә. Хикмәт компартияға инә һәм Көнсығыш эшсәндәренең коммунистик университетында «Иҡтисад һәм йәмғиәт тормошо» факультетында уҡый. Шағирға В. В. Маяковский, В. Э. Мейерхольдтың шиғри тәжрибәләре оҡшай. 1924 йылда Мәскәүҙә Назим Хикмәттең «28 Kanunisani» тигән шиғри йыйынтығы сыға.

1924 йылда Хикмәт Истамбулға ҡайта һәм Төркиә коммунистарының «Айдынлык» («Свет») тигән журналын сығара башлай. 1925 йылда Төркиә хөкүмәте баш күтәргән курдтарҙы яҡлап сығыш яһаған өсөн журналды яба. Журнал хеҙмәткәрҙәрен ҡулға алып, хөкөм итәләр. Нәзим Хикмәт Измирға ҡасып өлгөрә, бында ул йәшәрен тормош алып бара. Уны ситтән тороп 15 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итәләр.

1925 йылдың сентябрендә Хикмәт яңынан СССР-ға ҡаса. Бында ул эксперименталь театр асыуҙа ҡатнаша, тик театрҙы 1927 йылда ябалар. Советтар Союзында Хикмәт ике тапҡыр өйләнә- Нүзһәт Ханымға, унан һуң— табип Елена Юрченкоға. 1928 йылда ул амнистия менән файҙаланып, Төркиәгә кире ҡайта,ҡатыны уның менән бара алмай, оҙаҡламай вафат була.

Зинданда. Әҙәби ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикмәт Төркиәлә ҡулға алына һәм һигеҙ ай төрмәлә ултыра. Иреккә сыҡҡас, Akşam гәзитендә үҙенең әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. 1929 йылда уның «835 шиғри юл», «Джоконда менән Си Я-у» тигән йыйынтыҡтарын сығара. «Resimli Ay» («Иллюстрированный ежемесячник») авангардистар журналы редакцияһында эшләй. Хикмәт Пирайе Алтиноглу ханым менән таныша.

Н.Хикмәт тиҙ арала билдәлелек яулай. 19301932 йылдарҙа ул цензура аша үткән биш шиғырҙар йыйынтығын һәм ике пьесалар китабын сығарып өлгөрә. «Төндә килтерелгән телеграмма» (1932) китабында коммунистарҙы демократия өсөн көрәшкә саҡырғаны өсөн 1933 йылда ҡулға алына һәм биш йылға иркенән мәхрүм ителә (бер йылдан амнистияға эләгә). Һуңыраҡ китабы сыҡҡан һайын уны төрмәгә ултыртып ҡуялар.

19331935 йылдарҙа Хикмәт Бурса төрмәһендә ултыра, бында ике поэма яҙа. «Портреттар» (1935) шиғырҙар йыйынтығында, «Таранта Бабаға хат» поэмаһында (1935) һәм «Немец фашизмы һәм расалар теорияһы» (1936) тигән публицистик хеҙмәтендә ул фашизмды һәм Төркиәлә уны яҡлаусыларға ҡаршы сыға .

1935 йылда амнистия буйынса төрмәнән сыға һәм ике балаһы булған Пирайеға өйләнә. Ҙур ғаиләне ҡарау өсөн Хикмәт төрлө псевдонимдар аҫтында хикәйәләр, «İpek Film» киностудияһы өсөн киносценарийҙар яҙа, тауыш яҙҙыра, режиссура менән дә шөғөлләнә.

1936 йылда уның Төркиәлә « Шәйех Бәдреддин тураһында поэма»һы сыға. Был ул иҫән саҡта Төркиәлә сыҡҡан һуңғы китабы була.

Икенсе донъя һуғышы алдынан уң яҡ милләтсе көстәр менән һул ҡарашлы коммунистар араһы бик ныҡ насар була. 1938 йылда хәрби суд Хикмәтте 28 йыл да 4 айға төрмәгә ултырта. Уға ижади эшмәкәрлек тыйыла. Сәбәбе- уның һатыуҙа булған китаптарын хәрби училище курсанттарында табалар. Илдең төрлө төрмәләрендә ул ун ике йылдан артыҡ ғүмерен үткәрә.

Н.Хикмәт төрмәлә лә ижадтан айырылмай. Ул Лев Толстойҙың "Һуғыш һәм солох " романын тәржемә итә. «Төрмәнән хаттар» шиғырҙар циклын, "Минең илемдән кешеләр " эпопеяһын яҙа. Төрмәлә ул Орхан Кемаль, Ибраһим Балабан менән таныша. 1948 йылда ул үҙенең ағаһының ҡыҙы Мөнәввер Андач (Берк) туташҡа ғашиҡ була, уға шиғырҙар бағышлай. Төрмәнән сыҡҡас, Пирайе менән айырылышып, Мөнәввәргә өйләнә.

1940-сы йылдар аҙағында шағирҙың һаулығы ныҡ насарая. 1949 йылда рәссам Пабло Пикассо, йырсы Поль Робсон, социолог Жан-Поль Сартр, Төркиә юристары Хикмәт нахаҡҡа хөкөм ителгән тип шағирҙы азат итеүҙе юллай. 1950 йылда уның йөрәк өйәнәге була. Хикмәт 18 көн ас тора. Парламент һайлауҙарынан һуң уны иреккә сығаралар. Мүнәввәрҙән уның улы Мәһмәт тыуа.

49 йәшлек шағир эшкә урынлаша алмай, уның артынан полиция даими күҙәтә, уға хатта армияға повестка килә. Н.Хикмәт тағы Төркиәнән ҡаса. Ҡара диңгеҙ аша ул Румынияға, унан 1951 йылда СССР-ға килә. 25 июлдә Төркиә хөкүмәте уны гражданлыҡтан мәхрүм итә. Н.Хикмәт әсәһенең олатаһы поляк булыуы менән файҙаланып, Польша гражданлығын һәм Божецкий фамилияһын ала.

СССР-ға кире килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәүҙә Хикмәтте бик яҡшы ҡаршы алалар. Тик 1950 йылдарҙағы тормош уға оҡшамай. Авангард шиғриәт Советтар Союзында инде хупланмай, шағирҙар гел Сталинды маҡтап шиғыр яҙырға тейеш була.

Советтар Союзында[14] шағир тыныслыҡ өсөн көрәшкә ҡушыла. 1951 йылда Назим Хикмәтте Пабло Неруда менән бергә Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһы менән бүләкләйҙәр. 1952 йылда Хикмәт Бөтә донъя тыныслыҡ советы бюроһы ағзаһы булып китә.

Хикмәт табип Галина Григорьевна Колесникова менән бергә йәшәй башлай. Бер аҙҙан ул "Союзмультфильм"да эшләгән кинодраматург һәм редактор Вера Туляковаға ғашиҡ була. 1960 йылда ул бар мөлкәтен Галина Колесниковаға ҡалдырып, Вера Туляковаға өйләнә.

Тулякова уның һуңғы, дүртенсе ҡатыны була. Вера Тулякова «Нәзим менән һуңғы әңгәмә» тигән китап яҙа, төрөк телендә ул дүрт тапҡыр баҫыла, 2009 йылда ул Рәсәйҙә лә донъя күрә[15].

1963 йылдың 3 июнендә Нәзим Хикмәт йөрәк өйәнәгенән вафат була. Ул Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән. Шағир үҙе Анатолияла ауыл зыяратында платан ағасы аҫтында ерләүҙәрен теләгән.

Н.Хикмәткә бағышлап Ярослав Смеляков, Андрей Вознесенский, Евгений Евтушенко, Рәсүл Рза, Наири Зарьян, Констанция Буйло, Аалы Тоҡомбаев шиғырҙар яҙған.

Нәзим Юрий Домбровскийҙың «Факультет ненужных вещей» романындағы бер персонаждың , Лев Кассилдең «Будьте готовы, ваше высочество!» повесындағы Тонгорҙың прототибы була.

Нәзим Хикмәт 1950-1960 йылдарҙа Советтар Союзында иң билдәле әҙиптәрҙең береһе була. Уның әҫәрҙәре СССР халыҡтарының телдәренә тәржемә ителә, уларҙы әҙәбиәт һөйөүселәр һәр саҡ көтөп ала. Уның пьесалары, әкиәттәре әле лә Рәсәй театр сәхнәләрендә ҡуйыла.

  1. 1978: Любовь моя, печаль моя (фильм) (по пьесе «Легенда о любви»)
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118550888 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Nazim Hikmet // filmportal.de — 2005.
  3. Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. Nazım Hikmet // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  5. https://www.cumhuriyet.com.tr/haber/nazim-bir-tek-onu-kiskandi-186345
  6. https://collections.imec-archives.com/archives/archives/fonds/FR_145875401_P250HKM/view:fonds/n:3
  7. Nazım Hikmet | Turkish author  (инг.), Encyclopedia Britannica. 21 ғинуар 2018 тикшерелгән.
  8. NÂZIM HİKMET. www.nazimhikmet.org.tr. Дата обращения: 21 ғинуар 2018. 2007 йыл 19 март архивланған.
  9. Saime Göksu, Edward Timms. Romantic Communist: The Life and Work of Nazım Hikmet.
  10. Nazim Hikmet. Translated by Ruth Christie, Richard McKane, and Talat Sait Halman. Selected Poems.
  11. Nazim Hikmet - Nazim Hikmet Poems - Poem Hunter. www.poemhunter.com. Дата обращения: 21 ғинуар 2018.
  12. UpClosed. About Nâzım Hikmet / / Playwright, Poet, Writer, Screenwriter- Turkey (ингл.). UpClosed. Дата обращения: 21 ғинуар 2018.
  13. MUSTAFA CELALEDDİN PAŞA(KONSTANTY BORZECKI) — Ödevarsivi Görüntüle (Döküman, sunumlar, ödev, tez, kitap özetleri, e-kitaplar, öss soru ve cevapları, aöf-açıköğretim dökümanlar… Дата обращения: 29 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 27 август 2009 года. 2009 йыл 27 август архивланған.
  14. [Симонов, Константин Михайлович |Симонов К. М.]] Сегодня и давно. Статьи. Воспоминания. Литературные заметки. О собственной работе. — М., Советский писатель, 1978. — Тираж 75000 экз. — с. 208—212
  15. Тулякова-Хикмет В. Последний разговор с Назымом. — Время. — М., 2009. — 416 с. — (Диалог). — 2000 экз. — ISBN 978-5-9691-0384-9.
  • Радий Фиш. Назым Хикмет. — М.: Молодая Гвардия, 1968. — серия ЖЗЛ (448).
  • Сверчевская А. К. Известный и неизвестный Назым Хикмет. Материалы к биографии. / Отв. ред. С. Н. Утургаури. — М.: Институт востоковедения РАН, 2001. — 192 с.: ил.