Мөхәмәтйәнов Искәндәр Илгиз улы
Мөхәмәтйәнов Искәндәр Илгиз улы (05.05.2009) — Бөтә донъя башҡорттары ҡорлтайы ҡарамындағы "Балалар башҡорттары ҡорлтайы" булдырыусыларының береһе
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәмәтйәнов Искәндәр Илгиз улы 2009 йылдың 5 майында Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһында тыуған.
Башланғыс белемде Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында ала ,аҙаҡ Дим биҫтәһенең Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының 5,6 кластарында уҡый.Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында "Шайморатов" класында белем ала. “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының “Нәфис телевизион фильм/сериал” номинацияһы еңеүсеһе булған “Юғалсыҡтар иле” фильм-әкиәтендә төп ролдәрҙең береһен башҡара.Бәләкәй сағынан район, ҡала, республика кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай, күп һанлы грамота, дипломдар менән бүләкләнгән. 2019 йылда "Һаумы, һаумы, әкиәт” Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар конкурсында гран-при яулай.Ағымдағы йылда “Гагарин” республика олимпиадаһында ҡатнашып, туған телдән 3-сө урынға лайыҡ була.Рәсәй,Башҡортостан кимәлендәге балалар форумдары,съездары ҡатнашыусыһы. Класташтары уны класс старостаһы итеп һайлай, шулай уҡ мәктәптең үҙидара советында тырышып эшләй.
“Тамыр” вокаль ансамбленең йәш артистары: “Телем – минең яҡын дуҫым, ул йөрәгемдә йәшәй”, – тип йырлаған кеүек, Искәндәр ҙә туған теле өсөн борсола, уның киләсәген ҡайғырта. Шуға ла туған тел менән бәйле күп проекттарҙа әүҙем ҡатнаша:
- Тамыр (балалар студияһы) ансамбленың йондоҙо(2018-2022)
- “Илһам” нәфис һүҙ оҫталары
- “Һаумы, һаумы, әкиәт” Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар конкурстары
- “BALALAR” проекты һәм “Нурбостан” йәнһүрәттәрендә геройҙарҙы тауышландырыу
- “Туған телдең көсө” документаль фильмы
- башҡорт КВН уйындары
- Етегән+1" командаһының капитаны (2022)
- Балалар башҡорттары ҡоролтайы
- “Һаумы, һаумы, әкиәт” Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар конкурстарында жюри ағзаһы
- Республика кимәлендәге саралар алып барыусыһы
- "Диктор тауышы- 2024" асыҡ республика конкурсы еңеүсеһе
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почёт грамотаһы