Мөҡағали Маҡатаев
Мөҡағали Маҡатаев | |
ҡаҙ. Мұқағали Мақатаев | |
220px | |
Исеме: |
Мөхәмәтғәле Сөләймән улы Маҡатаев |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ҡаҙаҡ АССР-ы (Ҡаҙағстан) Нарынҡол районы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Мөҡағали Маҡатаев (Мөхәмәтғәле Сөләймән улы Маҡатаев; ҡаҙ. Мұқағали Мақатаев; 9 февраль 1931 йыл — 27 март 1976 йыл) — ҡаҙаҡ шағиры, яҙыусы һәм тәржемәсе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөҡағали Маҡатаев 1931 йылдың 9 февралендә Ҡаҙаҡ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһының Алматы өлкәһе Нарынҡол районы Ҡараһаҙ ауылында тыуған.
1952—1969 йылдарда Ҡаҙаҡ радиоһында диктор булып, «Советтік шекара» (Советтик сик), «Социалистік Қазақстан» (Социалистик Ҡаҙағстан), «Мәдениет және тұрмыс» (Мәҙәниәт һәм тормош) гәзиттәрендә һәм «Жұлдыз» (Йондоҙ) журналында хеҙмәт итте. 1970 йылдан алып Ҡаҙағстан Яҙыусылар берләшмәһе ағзаһы.
Мөҡағали Маҡатаевтың әҫәрҙәре 1948 йылда баҫыла башлай. «Апассионата» (1962) поэмаһы менән наҡлы танылыу ала. Уильям Шекспирҙың сонеттарын, Уолт Уитмендың шиғырҙарын, Данте Алигьериның «Илаһи комедия»һын ҡаҙаҡ теленә тәржемә итә.
Маҡатаев 1976 йылның 27 мартында Алматы ҡалаһында вафат була. 1999 йылда Ҡаҙағстан хөкүмәте Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт бүләген тапшыра[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Макатаев Мукагали // «Казахстан». Национальная энциклопедия — Алматы: Қазақ энциклопедиясы, 2005. — ISBN 9965-9389-9-7.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 9 февралдә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Ҡаҙағстанда тыуғандар
- 27 мартта вафат булғандар
- 1976 йылда вафат булғандар
- Алматыла вафат булғандар
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- Ҡаҙаҡ шағирҙары
- Ҡаҙаҡ яҙыусылары
- Ҡаҙағстан яҙыусылары
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- Ҡаҙағстан тәржемәселәре