Эстәлеккә күсергә

М. И. Платов һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Матвей Иванович Платов һәйкәле
Һәйкәлдең тәүге варианты , XX быуат башы.
Һәйкәлдең тәүге варианты , XX быуат башы.
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы
Скульптор П. К. Клодт
Архитектор А. И. Иванов
Төҙөлгән ваҡыты 1993 йыл
Материал бронза, мрамор
Бөгөнгө хәле тергеҙелгән

1993

Файл:Памятник атаману М.И.Платову.JPG
Современный памятник атаману Платову в сквере Новочеркасска

Матвей Иванович Платов һәйкәле ― Новочеркасск ҡалаһында данлыҡлы Дон атаманы, ҡалаға нигеҙ һалыусы, кавалерия генералы һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Платов Матвей Иванович (1753—1818) хөрмәтенә ҡуйылған беренсе скульптура һәйкәле.

Матвей Иванович Платовҡа беренсе һәйкәл атамандың тыуыуының йөҙ йыллығына ҡарата, 1853 йылдың 9 майында, Новочеркасск ҡалаһында, Николай I хакимлыҡ иткән осорҙа ҡуйыла. Һәйкәл билдәле скульптор Клодт Пётр Карлович һәм архитектор А. И. Иванов проекты буйынса эшләнә. Уға урын ҡаланың уртаһында, Атаман Һарайы алдында Атаман скверында билдәләнә.

Платов һәйкәлен төҙөү өсөн Рәсәй империяһында иғәнә йыйыу иғлан ителә. Архитектор А. И. Иванов проекты буйынса һәйкәл төҙөүҙә билдәле скульпторҙар ҡатнаша. Һәйкәл Новочеркасскта 1853 йылдың 9 майында асыла. Асыу тантанаһы юғарыла раҫланған церемониал буйынса бара. Ҡаланың Вознесенский сиркәүендә тантаналы литургия башҡарыла, аҙаҡ Ғәскәри түңәрәк һәм ҡунаҡтар һәйкәлгә йүнәләләр. Процессия Александр майҙанына яҡынлашҡанда, генералдың еңеүҙәре хөрмәтенә 101 залптан торған артиллерия салюты бирелә.

Александр майҙанына ғәскәри регалиялары (наградалар, орден, миҙалдары) сығарыла. Һәйкәлде асыр алдынан туптарҙан өс тапҡыр атыу яһала. Һәйкәл асыла. Һәйкәл постаментында атамандың генерал мундирында бөтә кәүҙәһе ҡалҡып тора. Мундир өҫтөнән бурка бөркәнгән. Платов һул ҡулында пернач тотоп тора, ә уң ҡулында — ҡынынан һурылған ҡылыс. Һәйкәл пьедесталында семәрләп соҡоп яҙылған яҙыу «Атаман граф Платовҡа 1770—1816 йылдарҙағы хәрби батырлыҡтары өсөн. Рәхмәтле донлылар». Һәйкәлде бағаналарында лабристар (ике яғы үткер хәрби балта) ҡуйылған метал ҡойма уратып алған. Оҫта эшләнгән метал ҡойма Ф. Х. Фаслерҙың яңы ғына асылған суйын иретеү оҫтаханаһында әҙерләнә. Ҡойма тышында пушкалар урынлаштырыла.

Карл Мазер. Платов һәйкәлен асыу

Атаман Платовҡа һәйкәл асыу тантанаһы швед рәссамы Мазер Карл Петерҙың «Платов һәйкәлен асыу» картинаһында сағылған[1].

70 йыл үткәс 1923 йылда, РСФСР халыҡ комиссарҙары Советының 1918 йылдың 12 апрелендәге «Батшалар һәм уларҙың хеҙмәтселәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе алыу, Рәсәй социалистик революцияһына арналған һәйкәлдәр проекттарын эшләү тураһында» декреты буйынса, һәйкәл постаментынан алына һәм Дон музейына тапшырыла.

1925 йылда элекке урында шул уҡ пьедесталға Владимир Ильич Ленин һәйкәле ҡуйыла. Платов һәйкәле ун йыл дауамында музей фондында саңланып ята, ә 1933 йылда ул урындағы А. А. Никольский исемендәге заводта подшипниктәргә иретелә.

1988 йылдың 13 мартында РСФСР Министрҙар Советы Новочеркасск ҡалаһында һәйкәлде тергеҙергә рөхсәт бирә. Мәскәү скульпторы Александр Тарасенко атамандың скульптураһын оригиналына мөмкин тиклем яҡынайтып яңынан барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ скульптор А. А. Скнарин М. И. Платовтың яңы һәйкәле проекты авторы була[2].

1993 йылда һәйкәл тәүге вариантында шул уҡ урында, шул уҡ пьедесталда икенсе тапҡыр асыла. Әммә уның күренеше тулыһынса төп нөсхәгә тап килмәй: уның тирәләй метал ҡойма юҡ, ҡойма мөйөштәрендә 1812 йылғы Ватан һуғышы өлгөһөндәге пушкалар юҡ, сквер уртаһында тәүге күренештәге фонтан тергеҙелмәгән[3]. 1993 йылдың 16 майында һәйкәлде асыу ҙур ҡала байрамына — Дон казактарын тергеҙеү байрамына әйләнә.