Эстәлеккә күсергә

Нагасаки ҡыңғырауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нагасаки ҡыңғырауы
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Карта

Нагасаки ҡыңғырауы — 2000 йылдың сентябрендә Минск ҡалаһында (Беларусь) Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында Архангел Михаил скульптураһынан һәм Красный костелдән алыҫ түгел ҡуйылған һәйкәл. Һәйкәл ядро һәләкәте ҡорбандары тураһында киҫәтеү булып тора.

Ҡыңғырау Япония католик сиркәүе инициативаһы буйынса ҡыңғырау ҡойоу оҫталары тарафынан ҡойола. Ул 1945 йылдың 9 авгусында Нагасаки ҡалаһын атом бомбаһына тотҡандан һуң һаҡланып ҡалған «Фәрештә» ҡыңғырауының «игеҙәге». Һәйкәлдең нигеҙенә Иерусалим ҡалаһынан, Японияның Хиросима, Нагасаки, Фукусима ҡалаларынан һәм Чернобыль һәләкәтендә зыян күргән райондарҙан алынған ер менән капсула һалынған. Шулай уҡ унда Семипалатинск полигоны һәм Яңы Ерҙәге полигондан алынған ер менән капсулалар бар.

Нагасакиҙа «Фәрештә» ҡыңғырауын мәхәллә кешеләре, бомбаға тотҡандан һуң, Ураками католик кафедраль соборы емереклектәре аҫтынан табып алалар һәм ҡаҙып сығаралар. Һуңғараҡ ул һуғыштың ҡот осҡос эҙемтәләре тураһында киҫәтеү булараҡ Нагасаки үҙәгендә ҡуйыла.

2000 йылдың 24 сентябрендә һәйкәлде асыу тантанаһында Ураками соборы өлкән священнигы Сиети Мимура былай тине: «Был һәйкәл беҙҙең Беларусь менән теләктәшлекте, һәм беҙҙең халыҡтарҙы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр генә түгел, ә рухи бәйләнештәр берләштергәнен символлаштырып торһон».

Ҡыңғырауҙан трос һуҙыла, уны тартып һәр теләгән кеше ҡыңғырауҙы шылтыратырға мөмкин.

  • Колокол Мира