Эстәлеккә күсергә

Надьердеи (стадион)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Надьердеи
Үҙенсәлекле исеме

Nagyerdei Stadion

Урынлашыуы

Венгрия Дебрецен, Венгрия

Нигеҙләнгән

2013

Төҙөлгән

2014

Асылған

2014 йылдың 1 майы

Төҙөлөш хаҡы

40 миллион

Архитектор

Петер Бордаш

Милексе

Дебрецен

Һыйҙырылышлығы

20 340

Өйҙәге команда

Венгрия Дебрецен
Венгрияның футбол буйынса йыйылма командаһы

Майҙан размеры

105 x 68 м

Япма

Трава

Сайт

nagyerdeistadion.hu

 Надьердеи Викимилектә

Надьердеи (мадьярса  Nagyerdei Stadion, рус. стадион «Большой лес») — Дебрецендағы футбол стадионы, Венгрия «Дебрецен» футбол клубының үҙ стадионы һанала. 2014 йылдың 1 майында асыла. Стадиондың һыйҙырышлығы 20 340 урынға иҫәпләнгән, был уны Венгрияла һыйҙырышлығы буйынса өсөнсө урынға сығара.

Элекке стадион ошо уҡ урында 1934 йылда төҙөлгән була. 2013 йылға тиклем унда Дебрецендың ике командаһы: «Боскай» ФК-ы һәм «Дебрецен» СК-һысығыш яһай .

Элекке стадион урынында яңыһын төҙөү тураһындағы ҡарар 2010 йылда ҡабул ителә[1]. 2013 йылдың 29 ғинуарында төҙөлөшбашлана. Стадионында 2014 йылдың 1 майында асыла[2]. 10 майҙа яңы аренала беренсе рәсми матч уйнала. Уйын араһында «Дебрецен» СК-һы менән «Уйпешт» ФК-ы араһындағы уйын хужалар файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланды.

2014 йылдың 22 майында стадионда Венгрия һәм Дания йыйылма командалары араһында иптәштәрсә матч үтте, ул тигеҙ иҫәп менән 2:2[3] тамамланды.