Эстәлеккә күсергә

Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Наил Ғатауллин битенән йүнәлтелде)
Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы
Файл:Наиль Гатауллин.jpg
Тыуған көнө

10 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) Суйынсы ауылы

Вафат көнө

26 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт медицина институты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

Медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Уҡыусылары

Плечев Владимир Вячеславович

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы (10 август 1928 йыл — 26 апрель 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың (1991) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).

Наил Ғәйнәт улы Ғатауллин Дәүләкән районының Суйынсы ауылында тыуған. 1946 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтына (хәҙерге БГМУ) уҡырға инә. Диплом алғас та Көйәргәҙе район дауаханаһына эшкә ебәрелә. Унда 1951—1955 йылдарҙа хирург һәм баш врач булып эшләй.

Унан һуң А. В. Вишневский исемендәге Хирургия институты аспирантураһында уҡый.

1958 йылдан Наил Ғатауллин — Башҡорт дәүләт медицина институты хеҙмәткәре. Тәүҙә ассистент һәм 1-се ҡала клиник дауаханаһында күкрәк хирургияһы бүлегенең етәксеһе була.

1966—1993 год йылдарҙа — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, 1993 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры.

1966 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1968 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.

25 йыл дауамында республика хирургтар йәмғиәте рәйесе була. 1991 йылға тиклем хирургтарҙың Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара йәмғиәттәре ағзаһы була.

Уның етәкселегендә Өфөлә 6-сы дауахана нигеҙендә Республика йөрәк, ҡан тамырҙары, күкрәк хирургияһы үҙәге һәм ҡорһаҡ спайкаһы сирлеләрен реабилитациялау Федераль үҙәге төҙөлә һәм бик уңышлы эшләп килә.

Ул 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шулай уҡ алты монография авторы. Профессор Ғатауллин етәкселегендә докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана.

"Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы уҡыусылары өсөн хирургия эше өлгөһе була. Барыһы ла уның кеше тәненә шундай һаҡсыл мәнәсәбәттә булып, нисек нескә итеп операция яһауына шаһит була. Ғатауллин шәхси тормошонда классик һынлы сәнғәттең иҫ киткес оҫта рәссамы булһа, операция өҫтәле артында бер генә лә артыҡ ҡырҡа хәрәкәт яһамай; һәр бер операцияны айырыуса бөхтәлек менән, ышаныслы итеп эшләй. Ә төрлө ағзаларға операцияны эштең бөтә нескәлеген белеп башҡара. .

— Профессор В. В. Плечев.

Ул 1968—1990 йылдар эсендә РСФСР онкологтарының I съезын (1973, Өфө), Бөтә рәсәй хирургтары конференцияһын (1976, Өфө), Бөтә рәсәй фәнни йәмғиәт етәкселеге пленумдарын, Башҡортостан республикаһы хирургтары йәмғиәтенең барлыҡ конференцияларын ойоштороуҙа ҡатнаша.

Табиблыҡ һәм фәнни эштәр араһында тәрбиәүи һәм методик эштәргә лә иғтибарҙы күп бүлә. Уның башланғысы һәм проекты нигеҙендә 6-сы ҡала клиник дауаханаһында лекцион- уҡыу корпусы төҙөлә.

Ғатауллин Наил Ғәйнәт улының публицистикала эшмәкәрлеге, донъяны ҡәләм менән, буяуҙарҙа һүрәтләү маһирлығы тәрбиәүи йәһәттән баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле.

Ә инде тарих, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге белеме киң дәирәһе, ҡоласы, тәрәнлеге менән иҫ китмәле фәһемле.

Хирургия фәнен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары, табиптар һәм фән эшмәкәрҙәре әҙерләү буйынса эшмәкәрлеге өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены, Пирогов исемендәге хирургтар йәмғиәтенең «Хирургияны үҫтереүҙәге ҡаҙаныштар» миҙалы, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

1976 йылда — БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, 1991 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме бирелә.

1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһына ағза-корреспондент, ә 1995 йылда — тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана.

2013 йылда Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

2015 йылдың 26 апрелендә вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, • Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены