Нариман Наримановтың йорт-музейы (Тбилиси)
Нариман Наримановтың йорт-музейы | |
әзерб. Nəriman Nərimanovun ev-muzeyi | |
Рәсми асылыу датаһы | 1982 |
---|---|
Адрес | İosif Qrişaşvili 41 küçəsi |
Нариман Наримановтың йорт-музейы (Тбилиси) Викимилектә |
Нариман Наримановтың йорт-музейы (әзерб. Nəriman Nərimanovun ev-muzeyi (Tiflis)) — Тбилиси музейы. Әзербайжан Республикаһы милке булып тора[1].
Экспозицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан совет дәүләт эшмәкәре Нариман Наримановтың тормошо һәм ижады тураһында һөйләгән экспонаттар, уның ҡулъяҙмалары, китаптары, әҫәрҙәре, һәм уға яҙылған хаттар һ. б тәҡдим ителә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей 1982 йылда Мирза Шафи урамында, Нариман Наримановтың ата-бабаларынан ҡалған йортта асыла. Ул ошонда тыуған.
2008 йылдың декабре (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 2007 йыл[2]) Мирза Шафи урамындағы иҫке төҙөштәр районды то тош реконструкциялау барышында һүтелә, Нариман Наримановтың йорт-музейы емеретелә[3][4], әммә Әзербайжан һәм Грузия хөкүмәттәре музейҙы тергеҙеү тураһында килешеүгә өлгәшә[5] һәм 2017 йылда Иосиф Гришашвили урамы, 41 адресы буйынса тергеҙелә[6].
Реконструкцияны MStudio компанияһы үткәрә, йорт ҙурайтып һалына, был экспозиция киңлеген арттырырға мөмкинлек бирә. 6 экспозиция бүлмәһе, шулай уҡ техник һәм административ биналар булдырыла. Ағас яндауырлы билдәле грузин балкондары айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Йорт алдына Нариман Наримановтың бюсы ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дома-музеи мыслителей, славных сыновей нашего народа Наримана Нариманова и Джалила Мамедкулизаде в городе Тбилиси переданы в собственность Министерства культуры и туризма Азербайджана.
- ↑ В Тбилиси открылся обновленный музей азербайджанского деятеля Наримана НаримановаҠалып:Ref-ge
- ↑ Командировка в Республику Грузию. Дата обращения: 11 июль 2018. Архивировано 11 июль 2018 года. 2018 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ Подписано соглашение о восстановлении дома-музея Наримана Нариманова в Тбилиси 2018 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ Дом-музей Наримана Нариманова в Тбилиси будет восстановлен
- ↑ В Тбилиси состоялось открытие отреставрированного дома-музея Наримана Нариманова . Дата обращения: 26 июнь 2018. Архивировано 26 июнь 2018 года. 2018 йыл 26 июнь архивланған.